RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ил батырҙарына мәңгелек дан!

06.11.2012 Ил батырҙарына мәңгелек дан!

Ил батырҙарына мәңгелек дан!
Бөйөк Ватан һуғышы ил халҡы өсөн ауыр һынау булды, ул бер ғаиләне лә урап үтмәне, һәр береһендә эҙен ҡалдырҙы.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал асыу тантанаһы булды.
Ауылда мемориал асыу уйы күптән бар ине. Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһенән 450 кеше фронтҡа киткән, шуларҙың 140-ы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған.
Ауыл хакимиәте шундай теләге хаҡында еткереп, “халыҡ бюджеты” дәүләт проектында ҡатнашыу өсөн заявка ебәрә.
Быйыл, ниһайәт, ауылдашыбыҙ, БР Дәүләт Йы­йы­лышы – ҡоролтай депутаты Ра­фаил Зиннуров ярҙамы менән хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Р. Зиннуров мемориал күтәреүҙең һәр этабын контролдә тотто, хатта бюсын үҙе ҡойҙо. Әйткәндәй, унда ата­һының – Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йөҙө сағыла. Мемориалда Тыуған ил өсөн ғүмерен аямай көрәшкән батырҙарыбыҙҙың һыны берләштерелгән.
РФ Дәүләт Дума­һы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров, Башҡор­тос­тандың һәм Та­тарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәли­мов, Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин һәм башҡа ҡунаҡтар ауылыбыҙ тормошондағы мөһим ваҡиғаның шаһиты булды.

Алина ҒАЙСИНА.
Иглин районы.
АВТОР фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”