RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Фәриҙә йыры, Бәхти моңо йәшәй беҙҙең йөрәктә

02.11.2012 Фәриҙә йыры, Бәхти моңо йәшәй беҙҙең йөрәктә

Фәриҙә йыры, Бәхти моңо йәшәй беҙҙең йөрәктә
Башҡортто йырһыҙ, моңһоҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Халҡыбыҙ дәртле лә, һағышлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығын талап иткән, быуындан быуынға тапшырыла килгән йырҙарға бай. Уларҙы тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарыусы, сихри тауышлы легендар йырсы Фәриҙә ҡудашеваның, башҡорт моңон эшкәртеп, яңы яңғыраш биреп, барлыҡ нескәлектәрен дә тыңлаусыға еткереүгә ирешкән талантлы композитор Бәхти Ғайсиндың ижад юлы һоҡланыу ҡатыш табыныу хисе тыуҙыра. Улар заманында башҡорт мәҙәниәтен илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе кешеләргә пропагандалау һәм башҡорт халыҡ йырҙарын тергеҙеү өҫтөндә күп эшләй.
Фәриҙә ҡудашева − билдәле башҡорт һәм татар йырсыһы. Ул 1920 йылдың 15 декабрендә Шишмә районының Келәш ауылында донъяға килә. Буласаҡ йырсы бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ була. Булырҙайҙың – биләүҙән, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Ул мәктәп йылдарында уҡ башҡорт халыҡ йыры “Һыуыҡ шишмә”не башҡарып, барыһын да таң ҡалдыра. Дүртөйлө районында 7 класс белем алғас, баш ҡалаға юллана. ҡыҙ Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Башҡорт радиоһында эшләү осоронда, йәғни 1947−1956 йылдарҙа, Фәриҙә ҡудашева халыҡ араһында киң билдәлелек яулай. Йыр-моңға һөйөү, тамашасы менән күҙгә-күҙ осрашыу ниәте менән 1956 йылда йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күсә. Бында ул тамашасыларға илаһи, дәртле, моңло йырҙарын бүләк итеп, ғүмере аҙағынаса сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә. Уның 3 меңгә яҡын башҡорт, татар йырҙарын белеүе билдәле. Фәриҙә апай “Ашҡаҙар”, “Азамат”, “ҡаһым түрә”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара.
Бәхти Ғайсин, популяр йырсы менән иңгә-иң терәшеп, башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереүгә һәм уны байытыуға тос өлөш индерә. Ул Ауырғазы районының Кешәнле ауылында тирә-яҡҡа билдәле гармунсылар ғаиләһендә тыуа. Бик иртә атай-әсәйһеҙ ҡалыу сәбәпле балалар йортонда тәрбиәләнә. Бәләкәй сағынан уҡ тальян менән дуҫлаша һәм Өфөгә 5-се интернатҡа уҡырға килгәс тә музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыныуын ташламай, аккордеонды үҙләштерә башлай. 1945 – 1946 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөнәрселек училищеһында слесарь-йыйыусыға ла уҡый. Ләкин йыр-моңға булған һөйөүе көслөрәк булып сыға. 1949 − 1953 йылдарҙа музыка училищеһында йыр сәнғәте серҙәренә өйрәнә. Сәнғәт юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында концертмейстер булараҡ башлай. Ошо осорҙа көйҙәр ҙә ижад итергә тотона. 1960 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм тап ошонда үҙенең тормош иптәше – Фәриҙә ҡудашеваны осрата. Ошо осорҙан алып улар ҡулға-ҡул тотоношоп, йырлы-моңло юлдарын дауам итә. Икеһенең дә ижады тулыланып, көсәйеп китеүе милли сәнғәтебеҙ өсөн шатлыҡлы ваҡиға була. Йырҙарындағы ике аҡҡош кеүек кисә ғүмер юлдарын Фәриҙә апай менән Бәхти ағай. Улар йыр сәнғәтенең ысын патриоттары тип әйтеүгә лайыҡ.
Бәхти Ғайсин “Яҙғы урман”, “Кермә төшкә, төшмә иҫкә”, “Һөйһә лә, һөймәһә лә”, “Мыйыҡ үҫтереп ҡара”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Торналар киткәндә” һәм башҡа билдәле йырҙары аша халыҡ хәтерендә ҡалған. Фәриҙә ҡудашеваға булған һөйөү емеше булып “Ниңә гелән, иркәм”, “Гел генә”, “Бөгөлә ҡайын” (Ш.Бикҡол һүҙҙәре), ”Һаубуллашыу йыры”, “Һары һандуғас, ҡара ҡарлуғас”, “Ярамайға ҡарамай”, ”Яратам мин һинең көлөүеңде”, “Ике аҡҡош” йырҙары тыуа. Фәриҙә ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин ғүмерҙәре аҙағынаса бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Филармония үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай, уларҙың хәтер кисәләрен үткәреү матур бер йолаға әүерелеп бара. Быйыл да, көҙҙөң матур бер көнөндә, йәғни 3 ноябрҙә, халыҡты Фәриҙә ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың яҡты иҫтәлегенә арналған кисәгә йыймаҡсы. Тәжрибәле режиссер Салауат Итбаев етәкселегендә әҙерләнгән тамашала тамашасылар һөйөүен яулаған филармония йырсылары Нәзифә ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар ҡатнаша. Хәтер кисәһе ҙур залда киске сәғәт 7-лә башлана.
Фәриҙә ҡудашеваның йырҙары һәм Бәхти Ғайсин моңо халыҡ күңелендә йәшәйәсәк, күңелдәрҙе илаһи моң менән мәңге тулыландырып торасаҡ.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”