RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Шанлы яу юлдары буйлап

14.09.2012 Шанлы яу юлдары буйлап

Шанлы яу юлдары буйлап
Украина генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен бирергә әҙер
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы илебеҙ тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Немец илбаҫар­ҙарына ҡаршы көрәштә ҡаһарманлыҡтары өсөн 3860 мең яугиры орден-миҙалдар менән наградланған, 78 Советтар Союзы Геройы биргән бер генә дивизия ла булмай.
Кавалеристар Украинаны, Белоруссияны, Польшаны дошмандарҙан азат итеп, Көнсығыш Померан, Берлин операцияларында ҡатнаша, күптәр унда башын һала.
Тарихи хәтер онотолмай. Йылдар үтһә лә, украиндар үҙҙәренең ауылдарын немец илбаҫарҙарынан ҡотҡарған башҡорт атлылары хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлай, ҡәбер­ҙәрен, обелискыларын тәрбиәләп тота.
Август айында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы юлдары буйлап дивизия хаҡында материалдар туплау, легендар командир Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен юллау ниәтендә ойошторолған йәмәғәт акцияһының географияһын киңәйтеү маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, яугирҙарҙың туғандары, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге вәкилдәре автомобиль сәйәхәтендә йөрөп ҡайтты.
Матбуғат конференцияһында улар юл тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы:
– Беҙ йәштәрҙе патриотик тәрбиәгә әйҙәгән хәрәкәттәрҙе һәр саҡ хуплап ҡаршы алабыҙ. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, БР Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге ойошторған автомобиль сәйәхәтендә булып, яугир яҡташтарыбыҙ үткән юлдарҙан уҙып, әллә күпме тәьҫорат алып ҡайттыҡ. Украин халҡы беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Улар: «Һеҙ, башҡорттар, маладисһығыҙ, яуҙа башын һалған яҡташтарығыҙҙы онот­май­һығыҙ. Йыл һайын килеп, йылы осрашыуҙар, митингылар үткәреп, мәрхүмдәр рухына доғалар уҡытып тораһығыҙ”, – ти. ҡайҙа ғына булмаһын, Польшамы, Белоруссиямы, беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын белгән кешеләр менән осраштыҡ, улар хаҡындағы документтарға юлыҡтыҡ. Белоруссияның Галки ауылында дивизияның һигеҙ Советтар Союзы Геройы ерләнгән. Осрашыуҙарҙа Анна Ефимовна исемле 1930 йылғы әбей менән һөйләшергә тура килде. „Днепр буйлап ултырған ауылдарҙы немецтар тулыһынса яндырҙы. Фашист илбаҫарҙарынан беҙҙе тик 112-се кавалерия дивизияһы ғына ҡотҡарҙы. Улар килмәһә, беҙ тере ҡалыр инекме икән?” – тип күҙҙәренә йәш алып һөйләне ул.
Юл насар булыуға ҡарамаҫтан, Днепр йылғаһының беҙҙең яугир­ҙар кисеп сыҡҡан урынына ла барырға тура килде. Күпме өнһөҙ тарихты, яугирҙарҙың һөйәктәрен һаҡлай был йылға. Дивизия командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен юллауға ҡултамғалар йыйыуыбыҙҙы белгәс, украиндар сикһеҙ ҡыуанды. Үҙҙәре лә ҡул­там­ғалар йыйып ебәрәсәктәрен әйттеләр. Әгәр ҙә был мөмкин булмаһа, беҙ уға Украина Геройы исемен юллаясаҡбыҙ, тигәндәре бигерәк хайран ҡалдырҙы.

Илүзә ҒӘЙНУЛЛИНА, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры:
– Автосәйәхәттән бик күп документтың күсермәләрен, фотоһүрәттәр, обелискыларҙы, ҡәберлектәге яҙыу­ҙарҙы фотоға төшөрөп алып ҡайттыҡ. Беҙҙең кавдивизияның Саранск өлкәһе Хвалынск ҡалаһында йәшәүсе фотографы Георгий Платонов менән осрашырға яҙҙы. Ул үҙенең архивындағы фотоларҙы бирҙе. Музейҙа уның күргәҙмәһен асасаҡбыҙ. Ли­пецкиҙағы “Зверобой” эҙәрмәндәр клубы етәксеһе Виталий Лаврелов аша кавалерия дивизияһының хәбәр­һеҙ юғалған 31 яугирының һәләк булған урынын асыҡланыҡ. Улар туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Сит өлкәләрҙә дивизияның байтаҡ ветераны йәшәй. Уларҙан да күп экспонат алып ҡайттыҡ. Киләһе йыл атаевсы­лар­ҙың батырлығына 70 йыл тула. Был сараға Атаевтың улын саҡырып ҡайттыҡ. Штеровкала дивизияла хеҙмәт иткән хәрби прокурор Авзал Ғималетдиновҡа ла туғандары беҙҙең менән барып иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйып ҡайтты.
Украин халҡының үҙҙәренең тарихына шул тиклем хөрмәт менән ҡарауы, ихласлығы хөрмәт уятты. Бында һәр мәктәп, һәр музейҙа Шайморатов мөйөшө бар. Хатта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында китап та сығарғандар. Әле беҙҙең музей алып ҡайтҡан документтар өҫтөндә эшләй. Хәбәрһеҙ юғалған кавалеристарҙың күбеһенең исемен, ерләнгән урынын асыҡларбыҙ тип уйлайым.

Гурий ПОЛЯКОВ, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге етәксеһе:
– Автосәйәхәттә дивизия оборона тотҡан окоптарҙа, блиндаждарҙа булырға яҙҙы, уларҙың дошманды ниндәй урындарҙа ҡыйратҡанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, әллә күпме документ менән таныштыҡ. Донбасс ҡалаһы бөлгөнлөк хәлендә. Унда беҙҙең кавалерия дивизияһына ҡуйылған һәйкәлдәр бик насар хәлдә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ уларҙы тәрбиәләп тота. Автосәйәхәт хаҡында документаль фильм төшөрөргә ниәтләйбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”