11.09.2012 Өфөлә Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе үтте
Йомала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында V төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале сиктәрендә БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле актер, ҡурайсы, педагог Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙҙы.
Ғата Сөләймәнов – халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралы – ҡурайҙы яңы бейеклектәргә күтәреүҙә бик әүҙем эш алып барған шәхес. Ул, ҡурайсылар түңәрәге ойоштороп, йәштәрҙе тылсымлы инструментта уйнарға өйрәтә, “ҡурай” исемле китабын баҫтырып сығара һәм шуның менән бер рәттән спектаклдәрҙә төрлө ролдәр башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай, театр сәнғәтен үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ул 1971 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
Бөгөн, тап халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале барышында Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе ойоштороу ҙа уның бөтөн беҙгә туғандаш халыҡтар мәҙәниәтен байытыуға өлөш индергәне өсөн рәхмәт билдәһе булып яңғыраны.
Сараға килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дүсән Касеинов тәбрикләне. Кисә дауамында республикабыҙҙың сәхнә “йондоҙ”ҙары – ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, йырсы Флүрә Килдейәрова, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары һ.б. ситтән килгән ҡунаҡтар алдында матур концерт программаһы менән сығыш яһап, уларҙы башҡорт сәнғәте, мәҙәниәте менән таныштырҙы.
Ф. ТҮЛӘКОВА.