RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

31.07.2012 Ағайым

Ағайым
Йәй уртаһы. Сибай ҡалаһы. Мин әкрен генә ҡала паркы буйлап атлайым. Илаһи матур көн. Бар тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән. ҡояш сағыу нурҙарын ер йөҙөнә һибә. Тротуар буйлап ултыртыл­ған ҡыуаҡлыҡтар араһында турғай­ҙар «сут-сут» килеп уйнай­ҙар. Эх, был донъя үҙе ожмах бит, тик ниңәлер аңлап етмәй быны әҙәм балаһы. бәләкәй генә балаларын етәкләгән йәш парҙар бәхетле йылмайышып үтәләр…
Ана ҡаршыға бер егет килә. Таныш йөҙ. Әллә ағайым инде…
… ҡапыл моңһоу булып китте. Ағайым… Ул бит хәҙер был донъяла юҡ… Мәрхүм ағайымдың йөҙөн хәтерләткән ете ят егет эргәнән шәп-шәп аҙымдар менән үтеп тә китте. ҡәҙерле бер кешемде юғалт­ҡандай юғалып ҡалдым, үтеп китеүсенең, нимәлер өмөт иткәндәй, юлына оҙаҡ ҡарап торҙом. Яңы, бер нисә секунд элек булған хис-тойғолар алмашынды, юҡһыныу һәм билдәһеҙлек тойғолары йөрәгемде ялмап алды.
Ошо урамда, ошо паркта, ошо уҡ тротуарҙа институттан ҡайтып, йәиһә ҡулына ҡара күн папка, төрлө китаптар тотоп уҡырға китеп барған ағайымды осрата торғайным. Бер өйҙә йәшәһәк тә, туҡтап һөйләшеп ала торғайныҡ.
Парктағы эскәмйәгә ултырҙым, уйҙар сылбыры ағайымдың ҡыҫҡа ғына булһа ла, әммә өлгө булырҙай тормош юлына барып ялғанды…
… Был мәҡәләне яҙыр алдынан оҙаҡ уйландым. Нимә тураһында, ниндәй стилдә яҙырға, ниндәй проблема күтәрергә һуң? Самат ағай алдынғы ҡарашлы, яңы заманға ярашлы егеттәрҙең береһе булды. Алға маҡсаттары күп ине. Тормоштоң ҡәҙерен белде, шуға күрә лә һәр ерҙә ихтирамлы булды. Дөрөҫ йәшәне. Бер ваҡытта ла насар юлдан атламаны. Үҙенең, туғандарының һаулығын ҡайғыртты. Ул йәшәргә теләй ине…
Тормош шулай ҡоролған: кемдер был донъяға килгән ваҡытта кемдер баҡыйлыҡҡа китә. Әммә үлеп ҡалыусы йәш булһа, айырыуса ауыр. Яңы ғына үҫеп етеп, оло тормошҡа аяҡ баҫырға торған йәш кешенең ғүмере өҙөлөүе аяныслы. Был тормош үҙе үк хәүефле: һәр ерҙә һинең ғүмерең өсөн ҡурҡыныс янай. Бөгөн генә яныңда иҫән-һау йөрөгән кешенең иртәгә булмауы ла мөмкин…
2008 йылдың июнь айы ине. Сессия ваҡыты. ҡараңғы төшөп килә. Дөйөм ятаҡ коридорында Самат ағай осраны. Оҙаҡ итеп һөйләшеп торҙоҡ. «Бөгөн һуңғы имтиханым булды, иртәгә ауылға ҡайтам, – тине ул. – Яҡшы итеп ял итеп алырға кәрәк». «Ял итеп алыу» уның өсөн туғандарына ярҙам итеп, йәйҙе файҙалы үткәреү ине.
Шул ваҡытта ҡаршымда торған таҙа кәүҙәле, һау-сәләмәт егетте һуңғы тапҡыр күрәм тигән уй башыма ла инеп сыҡманы, был мөмкин дә түгел ине. «Һуңғы имтихан» ысынлап та һуңғы булыуын мин бит белмәй инем әле. Сессияны уңышлы тамамлауы менән ҡотланым да, һаубуллашып бүлмәмә юлландым.
Ағайҙың ғүмере фажиғәле өҙөлдө: урманда уның өҫтөнә ауған ағас был фанилыҡта Саматтың әжәле булып үҫтеме икән?!.

Һинле тормош үҙе ожмах булған

Самат ағай 1986 йылдың 1 ғинуарында донъяға килгән. Ата-әсәһе кинйә улдары өсөн: «Улыбыҙ Яңы йыл бүләге!» – тип ҡыуана. Эйе, бүләк һымаҡ ҡына булды шул ағайымдың ғүмере, сөнки ҡәҙерле ҡунаҡтай килеп ҡыуандырҙы ла, бар эштәрен атҡарып ҡайтып та китте, тик мәңгегә йөрәк әрнеүе, һағыныу зары, юҡһыныу ҡалдырҙы. Мәңге эргәлә булыр, шундай ғорур егет дер һелкетеп донъя көтөр һымаҡ ине.
Самат ағай 2001 йылда, мәктәптең туғыҙ класын уңышлы тамамлап, Сибай ҡалаһының сауҙа һәм иҡтисад колледжына уҡырға инде. Дүрт курстан һуң ҡулына диплом алып, артабан белемен үҫтереү маҡсаты менән Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡыуын дауам итте һәм өс курс тамамлап өлгөргәйне. Һаман да хәтеремдә уның һүҙҙәре: «Алла бирһә, мин диплом алыуға 2010 йыл була». Шулай, уның һәр теләге «Алла бирһә» менән йәнәш ине, тик ниңә һуң ағайыма шул көндәрҙе күреү яҙмаған икән? Меңәрләгән һорау, тик яуаптар ғына юҡ. Инде алтынсы йыл дуҫлашҡан ҡыҙы менән өйләнешергә лә әҙерләнеп бөткәйнеләр.
Ихатаға сығып, ҡайҙа ғына ҡарама, уның ҡулы, уның иҫтәлеге. Һәр төрлө һөнәрҙе үҙләштергән, һәр төрлө техниканы яҡшы белгән кинйә ул, ата-әсәһе өсөн оло бәхет, ышаныс һәм таяныс ине. Инәйемдең күҙ йәштәре менән яҙған шиғыры ғына үҙәктәргә үтеп инерлек:
Әйтерһең дә, көтөп торҙо яҙмыш
Тормош гөлөм сәскә атҡанын;
Йәлләмәйсә генә йолҡоп алды,
Аяманы йәш ғүмерҙең
балҡығанын.
Тормошобоҙ бүленде икегә:
Һинлегә һәм, балам, һинһеҙгә.
Һинле тормош үҙе ожмах булған,
Һинһеҙ киләсәгем билдәһеҙ.
ҡайтсы, балам, төштәремә,
Туйғансы бер һөйәйем.
Өндәремә юлың ябыҡ,
Һинһеҙ нисек түҙәйем?
Эй, Хоҙайым, бир сабырлыҡ
Донъялыҡта йәшәргә.
Эй, Хоҙайым, киң ҡөҙрәтең,
Осраштыр йәннәттәрҙә…
Самат ағай дуҫтары, иптәштәре араһында лидер һәм өлгө булды. Һуңғы юлға оҙатҡанда, алыҫ тип тормай, килеп етеүселәрҙең һәр ҡайһыһы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булды.
Кешенең иң ҙур байлығы – ул ғүмер. Ә ата-әсәнең иң ҙур байлығы – бала. Шуға күрә лә был тормоштоң ысын ожмах булыуын аңлайыҡ, һәр көнөбөҙҙөң, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен беләйек. Балалар ата-әсәһе, ата-әсә балалары тураһында күберәк уйлаһа ине. Йәштәр, ғүмер­ҙең һәр көнөн файҙалы итеп үткәрәйек! Беҙгә ғүмер бирелгән икән, ул бушҡа булмаһын!

ҡустыһы Илгиз ИСТАМҒӘЛИН.
Әбйәлил районы,
Тал ҡусҡары ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”