RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.07.2012 Ҙур ғалим ине

Беҙҙең башҡорт бик бәхетле халыҡ ул. Үткән замандарҙа сит-яттарҙың йәбер-золомона, кәмһетелеү-мыҫҡылына дусар булһа ла, намыҫын, кешелек дәрәжәһен, ғәйри ҡәүемдәр араһында дәүләтселеген, милләтен һаҡлап ҡала алған. Ул ғына ла түгел, йәшәйештең күп өлкәһендә ҙур үрҙәр яулаған. Ләкин үтә лә ябайлығы, бүтәндәр араһында үҙен кәм тойоуы һәм үҙен иң артҡа ҡуйырға ғәҙәтләнеүе арҡаһындалыр, моғайын, йән һыҡратҡыс осорҙар кисереп, биниһая мәхрүмлектәргә юлыҡҡан, бик күп ғәҙелһеҙлектәрҙе күреп йәне әрнегән. Тарих ошо турала һөйләй.
Минең уйымса, хәҙерге иң төп сиребеҙ − битарафлыҡ һәм тарҡаулыҡ. Үҙебеҙҙе күрһәтә белмәү, хатта бөтөн донъя күләмендә һәм кимәлендә! Был тәңгәлдә бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев беҙҙе киҫәтеп торған кеүек тә бит: «Башҡорт үҙе хаҡында үҙе һөйләмәһә, уны кем һөйләр ине…»
Һүҙем ябай кеше һәм күренекле ғалим Нәжиб Харис улы Уразов тураһында. Ул 1911 йылдың 1 мартында Ейәнсура районының Ураз ауылында (хәҙерге Байыш) мөғәллим ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Харис Хаммат улы ауылда 1917 йылда тәүге мәктәпте асыусы һәм уның беренсе уҡытыусыһы була.
Нәжиб, атаһы ҡулында дүрт йыл уҡып, 1923 йылда башланғыс мәктәпте тамамлай һәм ошо уҡ йылда Мөхәмәҙиәрҙәге ШКМ-ға уҡыр­ға инә. Артабан Көйөргәҙеләге ауыл хужалығы техникумының әҙерлек бүлегенә бара. Ләкин уны, ябай ауыл малайын, русса белмәйһең, тип уҡырға алмайҙар. Тик ул ҡайтып китмәй, ошонда уҡ ялланып төрлө эш башҡара, ат ҡарай, рус малайҙары менән аралашып, ярай­һы ғына русса өйрәнә. 1927 йылда комсомол сафына инә, 1928 йылда техникумды тамамлап, ауылына ҡайта. Тәүҙә Биштирәк ауылындағы «ҡыҙыл таш» колхозында, аҙаҡ үҙ ауылындағы колхозда эшләй. Әммә артабан белем алыу теләге егеткә тынғы бирмәй һәм ул ошо ниәт менән 1930 йылда Үзбәкстандың Китаб ҡалаһына юллана. Бында ла уны ҡолас йәйеп ҡаршылап тормайҙар: күп ыҙа-этлек күрә, көтөүсе лә, һатыусы ла була, төрлө ойошмаларҙа эшләй, комсомол эшендә әүҙем ҡатнаша.
Ейәнсура егете тап комсомол йүнәлтмәһе буйынса Ташкенттағы Урта Азия дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, ошонда уҡ ассистент итеп ҡалдырыла. Ике йыл эшләгәндән һуң Мәскәүҙәге Г. Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институты аспирантураһына бара. Унда өс урынға 27 кеше дәғүә итә.
Институтта алған белеме, ике йыл эшләү дәүерендә уны камиллаштырыуы һәм тырышлығы арҡаһында Нәжиб Уразов конкурста еңеп сыға. Фәнни эҙләнеүҙәр, тынғыһыҙ баш ҡала ығы-зығыһы менән тулы өс йыл үтеп тә китә. 1940 йылда аспирантураны тамамлай һәм шул уҡ йылдың октябрендә диссертацияһын уңышлы яҡлай. Шулай итеп, 29 йәшендә Нәжиб Уразов беҙҙең төбәктән иң тәүгеләрҙән булып техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә була.
1939 йылда Мәскәүҙә, аспирант сағында уҡ уның «Кизе-мамыҡ изделиелары товароведениеһы» исемле тәүге китабы сыға.
Нәжиб ағайҙы мин тәү башлап 1940 йылда тыуған ауылы Байышҡа ҡайтҡан сағында күрҙем. Ғаиләһе − ҡатыны Нәжиә еңгәй, ике йәшлек ҡыҙы Флүрә менән ауылда йәшәгән әсәһе Фатима инәй, һеңле-ҡустыларын күреп китеү ниәте менән туҡталғайны ул бында. Мин 5-се синыфта уҡый инем. Шул иҫтә ҡалған: ул мәктәпкә килеп, уҡыусылар, уҡытыусылар менән осрашты, Мәскәү тураһында һөйләне, тырышып уҡырға, тәртипле булырға өндәне…
Туҡымалар төҙөлөшө һәм уларҙы проектлау мәсьәләләре уның ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып торҙо. Фәндең ошо өлкәһенә Нәжиб Уразов ғүмеренең 50 йылын арнай.
1965 − 70 йылдарҙа, Бөтә Союз туҡыу сәнәғәте институтының Ташкент филиалы директоры булып эшләгәндә, диссертацияһын яҡлап, техник фәндәр докторы дәрәжәһен ала. Үҙе эшләгән фән өлкәһендә бик күп мәҡәлә баҫтыра, вуздар өсөн туғыҙ дәреслек һәм монография яҙа, өс авторлыҡ танытмаһына эйә була. Күп кенә Бөтә Союз һәм халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Нәжиб Уразов эшләгән ғалимдар төркөмөнә хәрби парашюттың куполы өсөн яҡшы сифатлы туҡыма уйлап табыу заданиеһы бирелә. Төркөм был яуаплы бурысты намыҫ менән үтәй һәм коллектив Сталин премияһына (һуңынан СССР Дәүләт премияһы) тәҡдим ителә. Ләкин ғәҙелһеҙлек арҡаһында Нәжиб Харис улы исемлектән төшөрөп ҡалдырыла.
«Уның өсөн бик үкенеп бармайым, иң мөһиме, яуыз дошманды еңеүҙә минең дә өлөшөм булыуына шатланам. Сөнки үҙем теләп фронтҡа оҙатылырҙан алда ғына туҡымалар өлкәһендәге белгес икәнемде белеп, бронь менән тылда ҡалдырғайнылар», − ти ул.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла Нәжиб Харис улы үҙе һайлаған һөнәр буйынса арымай-талмай эшләне.
Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәктер: Нәжиб ағай ярҙамында беҙҙең райондан бер нисә егет Ташкент туҡыу институтын тамамлап, шул һөнәр буйынса эшләй.
Нәжиб Харис улының ғаилә ағзалары ла бик тырыш, уңған. ҡатыны Нәжиә Арыҫлан ҡыҙы белеме буйынса иҡтисадсы, заманында Ташкент кондитер комбинатының, сауҙа институтының директоры булып эшләне. ҡыҙы Флүрә, Мәскәү сит телдәр институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Үзбәкстан Фәндәр академияһында эшләй. Ейәне Сурат бер юлы институттың ике факультетын, унан һуң аспирантура тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы.
Абруйлы ғалим булыу менән бер рәттән, Нәжиб ағай тыуған илен, башҡорт телен, туған халҡын ифрат яратҡан бик ябай, кеселекле, кешелекле зат ине. Беҙҙең ғаиләгә яҙған һәр хатын: «Илде, һеҙҙе һағынып сәләм ебәреүсе Нәжиб ағайыбыҙ», − тип тамамлар ине. Уның бик күп хатын, китабын изге ҡомартҡы итеп һаҡлайым.
Миңә уның менән байтаҡ йылдар аралашыу-хәбәрләшеү, 1991 йылдың мартында Ташкентта 80 йәшлек юбилейында булыу бәхете тейҙе. Үзбәкстан кешеләре, баш ҡала йәмәғәтселеге даирәһендә уның ҙур абруйға эйә булыуын үҙ күҙҙәрем менән күреп, ауылыбыҙҙан ошондай оло шәхес сығыуына сикһеҙ ғорурланып ҡайттым.
Нәжиб Харис улы Уразов 1995 йылдың 16 октябрендә Ташкентта вафат булды.
Фотоһүрәте Байыш ауыл мәҙәниәт йортондағы «Ауылдың данын күтәрҙеләр» стендында лайыҡлы урын алған.

Булат АҡМАНОВ,
БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы.

Ейәнсура районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”