RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле пионерия

18.05.2012 Беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле пионерия

Беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле пионерия
Мәктәптә уҡығанда октябрятҡа, пионерға алған ваҡыттарҙы түҙемһеҙлек менән көткәнемде хәтерләйем. Ул тантаналы минуттарҙы һис тә оноторлоҡ түгел. Октябрят значогын тағып йөрөгән саҡта уҡ башҡалар кеүек муйынға ал галстук таҡҡы килә торғайны.
22 апрелдә − Владимир Ильич Лениндың тыуған көнөндә пионерға алыу тантаналары уҙғарылды. Беҙҙе пионерия сафына алған яҙ быйылғы кеүек иртә килде, ҡар апрелдә үк иреп бөткәйне. Мәктәп янында үткәрелгән тантанала белем усағының иң яҡшы уҡыусылары, актив пионерҙары муйындарыбыҙға галстуктар бәйләгәйне. Башҡа пионерҙар, комсомолецтар алдында: „Мин, йәш пионер, иптәштәрем алдында илемде яратырға, Ленин ҡушҡанса яҡшы уҡырға ант итәм!” − тип вәғәҙә биргәйнек. Мәктәптең пионер вожатыйы: „Коммунистар партияһы өсөн көрәшкә әҙер бул!” − тигәс, “Һәр саҡ әҙер!” − тип дәррәү яуапланыҡ.
Беҙҙең пионер отряды Советтар Союзы Геройы Александр Матросов исемен йөрөттө. Башҡа отрядтарға Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡтар күрһәткән, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған пионерҙар Марат Казей, Валя Котик, Зина Портнова, Павлик Морозов, Володя Дубинин, комсомолка Зоя Космодемьянскаяның исемдәре бирелгәйне. Беҙҙе һәр саҡ, устав ҡушҡанса, пионер яҡшы уҡый, хеҙмәттә һәм спортта тырыш, ул тоғро иптәш, октябряттарҙың яҡын дуҫы, башҡаларҙан алда барыусы һәм үҙенең артынан килеүселәргә юл ярыусы кеше, тип өйрәттеләр. Пионерҙар дәүләткә металл, макулатура йыйыу, Тимур командалары ойоштороп, ололарға ярҙам итеүҙә, өмәләр ойоштороуҙа һәр саҡ алдынғы булды. Иң яҡшы уҡығандар, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандар район, республика слеттарына саҡырылды, иң яҡшы һаналған „Артек”, „Орленок” кеүек Бөтә Союз пионер лагерҙарына путевка менән бүләкләнде. Пионер атрибутикаһы һаналған байраҡ, борғо, барабан менән үткән пионер дружинаһы тантаналарын, 19 майҙа Пионерия көнөндә төнгө яланда ҙур усаҡ яғып:
„Взвейтесь кострами, синие ночи,
Мы пионеры − дети рабочих.
Близится эра светлых годов,
Клич пионеров: «Всегда будь готов!»,
− тигән һүҙҙәр менән “Йәш пионерҙар маршы” тип аталған пионер гимнын башҡарыуҙы оноторлоҡ түгел. Пионер һабантуй­ҙары ла мәктәптә матур бер йолаға әүерелгәйне. Звено, отряд, дружиналар араһында һәр байрамда тиерлек уҡыуҙағы өлгәшкә бәйле ярыштар ойошторолоуы үҙе үк тырышып белем алырға сәмләндерҙе. Райондарҙа пионерияға йүнәлеш биргән, төрлө ижади түңәрәктәре булған пионерҙар һарай­ҙары гөрләп эшләп торҙо. ҡан төҫөндәге өсмөйөшлө пионер галстугы күңелдәргә ғорурлыҡ, ниндәйҙер яуаплылыҡ өҫтәгәндәй ине. Шуға ла пионерияның символы булған, коммунистар, комсомолдар, пио­нер­ҙарҙың айырылғыһыҙ быуынын сағылдырған был косынка өлгөһөн беҙ бер ҡасан да үтекләмәйенсә муйынға таҡманыҡ.
СССР тарҡалғанға, йәғни 1991 йылға тиклем Владимир Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы илдәге балалар һәм үҫмерҙәрҙең иң ҙур ойошмаһы булды.
Йылдар үтә, уның менән тотош быуындар ҙа үҙгәрә. Пионерияның ғорур исеме, уға булған хөрмәт элекке пионерҙар күңелендә әле лә йәшәй, үҙ баһаһын, ҡиммәттәрен юғалтмаған. Пионерия символдары, традициялары беҙҙең илдәге балалар хәрәкәте үҫешендә тарихтың мөһим да­таһын ғына хәтергә төшөрә. Ал галстук таҡҡан, тантаналы марш аҫтында торба ҡысҡырт­ҡан, барабан ҡаҡҡан, ниндәйҙер идеяларға инанып йәшәгән, юғары әхлаҡ өлгөһө булған шәхестәргә оҡшарға тырышҡан балалар, йәш быуынды берҙәм ойошмаға туплаған ойошма мәктәптәрҙә юҡ инде. Бөгөнгө заман балалары араһында Владимир Ильич Лениндың кем икәнен дә белмәгәндәренең булыуы ҡыҙғаныс. Беҙҙең мәктәп йылдарыбыҙ ошо пионер булыуыбыҙ, нимәгәлер инанып йәшәүебеҙ, шәхес булараҡ камиллыҡҡа ынтылыш тәрбиәләгән ойошма эше менән йәмле булған икән. Шуның өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле ул сағыу хәтирәләр һаҡлаған пионерия.

Зөһрә Йәһүҙина,
1986 − 1990 йылдар­ҙағы пионер, Аркадий Гайдар исемендәге
дружина советы рәйесе.


Рәмил Йәнбәк, “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) республика балалар гәзитенең элекке баш мөхәррире:
− “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләгән 18 йыл − хеҙмәт биографиямдағы иң яҡты йылдар. Пионер гәзитендә эшләгәндә миңә бөтә СССР-ҙы йөрөп сығырға тура килде. Волга буйы округындағы балалар гәзиттәре менән тығыҙ аралашып йәшәнек. Бөтә Союз пионерҙар слеты делегаты ла булдым. Гәзиттә пионерияның эшен “Киләсәк һинән башлана”, “Пионер рельстары”, макулатура йыйыусыларға арналған “Тыуған илгә – миллион” тип аталған һ.б рубрикаларҙа яҡтыртып килдек. Мәктәптәрҙә пионерҙарҙың күмәк көс менән башҡарылған эшмәкәрлеге даими яҡтыртылып барҙы.
Башҡортостан пионерҙар ойошмаһы органы булараҡ, беҙҙең йәш хәбәрселәребеҙгә республика пионерҙар советы “Артек”, “Орленок” кеүек Бөтә Союз пионер лагерҙарына путевкалар ҙа бүлә ине. Хәҙер мәктәп системаһында динамик тәрбиә биреү юҡ, балаларҙы төрлө яҡҡа тартҡылайҙар. Нисек кенә тәнҡитләмәһендәр, пионер ойошмаһы йәш быуынды ойошҡанлыҡҡа ла өйрәтә ине, лидерҙар ҙа тәрбиәләне.

Ришат РӘХИМОВ, Башҡор­тос­тан­дың халыҡ артисы:
– Пионерҙар сафына ингәнде түҙмәй көтөп алғанды хәтерләйем. Муйынға матур итеп галстук тағып йөрөтөү үҙе ҡыуаныс ине. Пионер булған уҡыусы яҡшы уҡырға, тәртипле, күндәм, дисциплиналы булырға тейеш, тигәнде аңлап үҫтек. Тимур командаһы ойоштороп, ҡарттарға ярҙам итеү, “Зарница” уйындары, пионер линейкалары айырыуса хәтерҙә ҡалған. Галстукты ла ҡәҙерләп, матур итеп үтекләп бәйләп йөрөттөк. Тәртип боҙһаҡ, хатта уҡытыусылар, галстукты систереп алып ҡалып, атай-әсәйҙе мәктәпкә саҡырып килтереп шелтәләй ине. Пионерия тырышып уҡырға өндәне, үҙ илеңдең ысын патриоты булырға, тәртипле, изгелекле булырға өйрәтте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”