04.05.2012 Батырҙың исемен мәңгеләштереү – ил бурысы ул
Легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен рәсмиләштереү өсөн барған акцияны ҡеүәтләп
Был юғары исемде юллау, дөрөҫлөктө тергеҙеү үҙе бер тарихҡа әйләнеп бара. Нисәмә йыл төрлө сәбәптәр арҡаһында Шайморатовтың шәхесенә ҡарата төрлө фекерҙәр йөрөй. Әлбиттә, ул үҙ ерендә күптән халыҡ батыры, ләкин уның башҡарған эштәрен бар ил − Рәсәй баһаларға тейеш.
Генерал Шайморатовтың хәрби тәжрибәһе ҡыҫҡа арауыҡта дивизияны әҙерләүенән үк күренеп тора.
Батша заманындағы кеүек һаман бар әҙерлек халыҡ елкәһенә төшә. Аттар, кәрәк-яраҡтарҙы бар республика халҡы йыя. Башҡорт халҡы йәнә ил һағына дәррәү баҫа… Рейд барышында башҡорт атлылары дошмандың 62-се йәйәүле һәм 17-се танк дивизияһын тар-мар итә, 36 урында тимер юлды һәм күперҙе шартлатып, көстәрен тупларға мөмкинлек бирмәй. Ә бит кавалеристарға беҙҙең яҡтан бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәрби бурыс тулыһынса үтәлә. Ошо рейдтан сыҡҡанда генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булыуы билдәле.
Тик ниндәйҙер хаталар арҡаһында уға Рәсәй Геройы исеме бирелмәүе әле лә күптәрҙе борсоуына ышанам.
Күптән түгел Башҡортостан «Юлдаш» каналында һөйләнгән яңылыҡ бигерәк тә аптыратты. Әйтелгән версияның нигеҙһеҙ булыуы асыҡтан-асыҡ, ләкин генералдың яҙмышына бәйләп әйтелеүе ҡыуандырманы. Ауыҙыңды асыр алдынан уйлап ҡарау урынлы булыр ине.
Генералдың пленға эләгеп, фашистар тарафынан үлтерелеүе хаҡындағы мәғлүмәт дөрөҫлөккә тип килмәй. Бәлки, ул тарихсы корпус командиры М. Борисовтың яҙмышына прототип эшләргә уйлағандыр? Һуң ул бит пленға эләгеп, һуңынан үҙ башын ҡотҡарыр өсөн бар бәләне Шайморатовҡа таға.
Әгәр 23 февралдә М. Борисов иҫерек килеш дивизияны күрәләтә үлемгә ебәрмәһә, бәлки, ике ай буйы дошман ҡулына эләкмәгән башҡорт дивизияһы оло юғалтыуҙарға дусар булмаҫ ине. Ләкин был һүҙҙәр хәҙер ысынбарлыҡты үҙгәртә алмай…
Корпус командиры М. Борисовтың пленда булып ҡайтыуы (ул да яралы көйөнсә эләгә) тарихҡа билдәле. Яңы версия буйынса ниңә генерал М. Шайморатов хаҡында мәғлүмәт юҡ? Дошман зитына тейгән дивизияның офицерын да күҙҙән ысҡындырмаҫ ине. Һәм беҙҙең разведканың да тик ултырмауын оноторға ярамай. Ваҡытында яуаплы вазифалар башҡарған, Кремль полкы командиры булған генералдың яҙмышы дошманды ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ ине. Йәнә рейдтан сыҡҡанда һәләк булыуы раҫлана. Генерал Шайморатовтың алдан барыуы, дошмандың көслө утын үҙенә алып, дивизияһын ҡотҡарырға теләүе хаҡында һөйләй. Хәрби булараҡ, алдан ни булырын һиҙемләүен иҫтән сығарырға ярамай.
35 йыл ғүмерен дивизия тарихына арнаған дивизия ветераны, отставкалағы гвардия подполковнигы Сабир Рәхим улы ҡадировтың эҙмә-эҙлекле бәйән итеүе «билдәһеҙ юғалған» генерал Шайморатов ғүмеренең һуңғы минуттары хаҡында һөйләй. Хәҙер шаһиттар йылдан-йыл кәмей, әммә әйтелгән һүҙҙәр, аҡҡа ҡара булып яҙылғас, үҙ көсөн юғалтырға тейеш түгел. Уларҙың һүҙҙәрендә айырмалар юҡ. Буш һүҙҙәр, версиялар менән булышырға ваҡыт түгел, ә ысынбарлыҡ менән килешеп, батырға тәғәйен юғары исемде юллау кәрәк. Күптәнге хатаны төҙәтергә ил бурыслы… Рәсми рәүештә уның исемен күтәреү – халыҡ, ил намыҫында… Билдәле булған генералдың намыҫына төрлө фараздар менән ҡағылырға һис урын юҡ. Батырҙың яҡты исемен мәңгеләштереү, тейешенсә, хөрмәт күрһәтеү − ил бурысы ул…
Тиҙҙән илебеҙ йәнә оло Еңеү яҙын ҡаршылай. Легендар башҡорт улы, генерал Шайморатовҡа юғары исем бирелһә, ил кимәлендә халҡыбыҙҙың рәхмәте, оло хөрмәте сағылыр ине…
Ф. АФРИЗУНОВ.
Мәсетле районы.