10.04.2012 Ысын башҡорт ир-уҙаманы булды
Ошо көндәрҙә Айрат Ғәйзулла улы Ғафаровҡа 70 йәш тулған булыр ине. Гөрләтеп йәшәп ятҡанда аяуһыҙ үлем типһә – тимер өҙөрлөк, ил ағаһы булырлыҡ ҡеүәтле кешене арабыҙҙан йолҡоп алды. Аяныс: беҙ бөгөн уны мәртәбәле юбилейы менән ҡотлап, мөһабәт кәүҙәһенә һоҡланып, йыр-моңона һәм аҡыллы һүҙҙәренә сорналып, һынсыл ҡарашының нурҙарына уралып ултыра алмайбыҙ. «их!» − тип көрһөнәбеҙ ҙә яратҡан ағайыбыҙ менән тормош юлдары киҫешкән мәлдәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ…
Айрат ағайҙың яҡташы булһам да (беҙ – баймаҡтар), уның менән яҡындан Өфөлә танышып, дуҫлашып киттем. 1985 йылда ул мине үҙе директор булып эшләгән 11-се профессиональ-техник училищеға уҡытыу эшенә саҡырҙы. ҡапыл ғына ризалыҡ бирмәнем. Сөнки Айрат Ғәйзулла улы менән эшләү – үҙе бер яуаплы эш, ә училище – Эске эштәр министрлығы ҡарамағында, ә был инде икеләтә яуаплылыҡ талап итә.
Шулай ҙа эшкә килергә ризалыҡ бирҙем. Айрат ағай профтехучилищеға директор булып килгәнгә тиклем, 44 йәштә булһа ла, ғәжәп ҙур тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплаған кеше ине. Уның 12 балалы ғаиләлә икенсе бала булыуын һәм һуғыштан ике күҙе лә тома һуҡырайып ҡайтҡан атай менән үҫеүен генә әйтеп китеү ҙә етә.
Үҙ тырышлығы менән тыуған ауылы ҡолсоранан 15 − 16 саҡрымда ятҡан Түбә руднигында урта мәктәпте тамамлай. Шунан Сибайға килеп, хеҙмәт юлын ер ҡаҙыусы булып башлай. ҡалала 11 йыл эшләү осоронда ул эштән һуң уҡып, тау-байыҡтырыу техникумын тамамлай, 10-дан ашыу һөнәр үҙләштереп, һәр береһенә документ ала, йыш ҡына рационализаторлыҡ тәҡдимдәре индереп тора. 1965 йылда ғаилә ҡора. 1970 йылдың аҙағында Айрат Ғәйзулла улының ғаиләһе Өфөгә эшкә күсерелә. Бында ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Шунан уны Мәскәүгә Дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға ебәрәләр, уны ла уңышлы тамамлап ҡайта.
Яңы асылып торған профтехучилище, әлбиттә, уҡыу йылын башлап ебәреүгә әҙер түгел ине. Беҙ тиҙ арала бирелгән бүлмәләрҙе кластар, оҫтаханалар итеп йыһазлап ебәрҙек. Айрат ағай үҙенә генә хас таһыллыҡ, тәүәккәллек менән уҡыу-уҡытыу әсбаптарын йыйҙы, коллектив тупланы. Уҡытыусы кадрҙарҙы бик һайлап ҡына, юғары белемлеләрен генә алырға тырышты. Белгестәр, үҙ эшен белеүҙән тыш, ышаныслы, әхлаҡи яҡтан тотанаҡлы булырға, хөкөм ителгәндәр менән билдәле күләмдә генә аралашырға тейеш ине.
Айрат Ғәйзулла улы, «бөтәһен дә кадрҙар хәл итә» тигән принципҡа таянып, яҡшы башҡорт белгестәрен йыйып алды. Бындай үҙаллылыҡты колония етәкселеге оҡшатманы һәм директорға маҡтаулы исем юллағанда аяҡ салды. Ә училищеның эше, бар йәһәттән дә ижади юл алып, алға барҙы. Айрат ағайыбыҙ етәксе булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та коллективының эшендә ҡайнаны.
Ғөмүмән, Айрат ағай тәртипле, талапсан, намыҫлы, эшсән кеше булды һәм бүтәндәрҙә лә шундай сифаттарҙы күрергә тырышты. Илке-һалҡы йөрөүселәрҙе яратманы. Тышҡы ҡиәфәте менән ҡыҙыу кешегә оҡшап торһа ла, бушҡа ҡыҙып барманы ул. Төрлө мәсьәләләр менән инһәң, ҙур түҙемлек менән аңлатты. Уның кабинетынан кеше һәр саҡ яҡты йөҙ менән сыға ине.
Бер көн Айрат Ғәйзулла улы дәрес алып барған кабинет эргәһенән үтеп барһам, ҡурай моңо ағылыуын ишетеп ҡалдым − «Уйыл» көйө яңғырай. ҡайһы башҡорт үҙ халҡының оҙон көйөнә битараф булһын инде! Туҡтап, тыңлап торҙом, күҙгә йәштәр эркелде. Баҡтиһәң, Айрат ағай «Ағас тоҡомдары һәм уларҙың үҙенсәлектәре» тигән темаға дәрес үткәрә икән. Ағастарҙы файҙаланыу мөмкинлектәрен һанап сыҡҡандан һуң ул ағастың тылсымлы музыкаль тауышлы ла булыуын шпондан яһалған ҡурай аша ишеттерә ине. «Бындай ҡурайҙың авторы республикала билдәле оҫта Вәкил Шөғәйепов тигән ағай була. Ул әле башҡорт думбыраһын тергеҙеү өҫтөндә эшләй», − тип мәғлүмәттәр килтерҙе. Ул заманда холоҡ төҙәтеү урындарына хәҙерге үҙгәрештәр барып етмәгән мәл. Радио, телевизорҙан туған телдәге тапшырыуҙарға ҡытлыҡ кисергән саҡта үҙебеҙҙең моңға һыуһап йөрөгән егеттәр күңеленә хуш килде бындай дәрес. Аҙаҡ белеүемсә, егеттәрҙең илап ултырғандары ла булған.
Һуңғараҡ Айрат Ғәйзулла улын колониялар һәм училищелар араһында барған концерттарға ла саҡырҙылар. Аҙағыраҡ, Айрат ағай ауырыу сәбәпле эштән киткәс, колония һәм уның идаралығы хеҙмәткәрҙәре: «ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, баянда, мандолинала, скрипкала, һыбыҙғыла уйнай белгән, матур йырлаған директорыбыҙ ҡайҙа?» − тип һорай ине.
Аяныслы хәбәрҙе ишеткәс: «Ай-һай, бөтә яҡлап маһир ине», − ти торғайнылар.
Айрат Ғафаров профессиональ белем биреү системаһында оҙаҡ йылдар эшләне. Ябай мастерҙан директор дәрәжәһенә күтәрелде. Кем булып ҡына эшләмәһен, йәнен-тәнен биреп, бар белемен һалып хеҙмәт итте. Намыҫлы кеше булды, тураһын әйткәндә, халҡының намыҫын да күтәреп йөрөттө ул.
Етәксе булараҡ, кешелекле, кеселекле, ғәҙел ине. Уҡытыусы булараҡ, төплө белемле, һабағы үтемле булды. Кеше булараҡ, ғәжәп дәртле, эшлекле, оҫта ҡуллы, булдыҡлы, иҫ киткес ярҙамсыл ағай ине.
Мине бигерәк тә уның халҡыбыҙҙың йыр-моңона үтә иғтибарлы булыуы һоҡландырҙы. ҡунаҡта саҡта ла, бәләкәй дәфтәрен алып, тәүләп ишеткән йырҙарын яҙып ултырыр ине. Уның репертуарында, билдәле мәшһүр башҡорт халыҡ йырҙары «Урал», «Сибай», «Уйыл», «Буранбай», «ҡаһым түрә» һәм башҡаларҙан тыш, бер кем дә йырламаған, сәхнәләрҙә башҡарылмаған дүрт йыр булды: «ҡара сәүкә», «Ырымбур», «Йәнбикә» (легендалы башҡорт халыҡ йыры), ҡәйнәһе Сәмиға Сөләймәнованан отоп алған исеме билдәһеҙ табын йыры. Был йырҙар Айрат ағайҙың үҙенең башҡарыуында магнит таҫмаһына яҙылған көйө һаҡлана.
1996 йылдың октябрь айында Айрат ағай үҙенең тыуған ауылы ҡолсорала олатаһының ҡустыһы, халҡыбыҙҙың данлы улы, граждандар һуғышы геройы, ике ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, 1937 йылғы репрессия ҡорбаны Шәмситдин Шәйхитдин улы Ғафаровтың 100 йыллығын үткәреүҙе ойоштора. Юбилей, Өфөнән, Сибайҙан, Баймаҡтан, күрше-тирә ауылдарҙан етәкселәр, ғалимдар, уҡытыусылар, ауыл эшсәндәре саҡырылып, Баймаҡ районы етәкселеге, колхоз һәм ауыл етәкселәре ярҙамында бик дан итеп үткәрелгәйне. Был тарихи байрамдың дирижеры-ойоштороусыһы ла, йүнләүсеһе лә, сценарийын төҙөүсеһе лә, табында йүгереп йөрөп хөрмәт итеүсеһе лә, ҡаты ауырыуына һәм хәл өҫтөндә йөрөүенә ҡарамаҫтан, ғәййәр рухлы Айрат Ғәйзулла улы Ғафаров булды.
Үкенескә күрә, «булды» тим, сөнки, байрамды дан итеп үткәреп, икенсе көндө ҡыуанышып Сибайға ҡайтып килгәндә, юлда уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны… «Яҡшы ат бәйгелә ауыр», − тигән халыҡ. Башҡорттоң уңған улдарының береһе китте.
Ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, Айрат ағай аҡыллы балалар үҫтереп ҡалдырҙы, ейәндәрен дә күреп өлгөрҙө. Был донъянан киткәс тә бәхетле булды ағай: ғаиләһенең хәстәрлеге менән Сибай урамдарының береһенә Шәмситдин Ғафаровтың исеме бирелде һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды, Айрат ағайҙың 60 йәшенә бағышлап Өфөлә хәтер кисәһе үткәрелде, уға арнап ҡатыны үҙ шиғырҙары һәм йырҙары тупланған китап сығарҙы.
Әгәр ике улының һәм бер ейәненең Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан дәүләт йәштәр премияһы лауреаты икәнен, Алмас улының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алыуын, ейәне Искәндәрҙең Италия, Болгария, Украина, Франция, Венгрия илдәрендә донъя пианистары араһында 1-се урынды яулауын белгән булһа, әлбиттә, уның ҡыуанысының сиге булмаҫ ине.
Йөрәк ярып сыҡҡан ошо һүҙҙәрҙе әйтмәй булмай:
Зат-ырыуға ҡанат, ҡаҙна
булдың…
Ер ҡуйынында ятыр ҙа ирме
инең?!
Айрат ағайҙы барыбыҙ ҙа юҡһынабыҙ, һағынабыҙ…
Салауат МОСТАФИН.