RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Шағир иҫтәлеге мәңгеләштерелде

02.03.2012 Шағир иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Шағир иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Өфөлә шағир, драматург Рафаэль Сафинға мемориаль таҡтаташ асылды
Өфө ҡалаһының Ғафури урамында урынлашҡан 25/1 һанлы йортта Рафаэль Сафинға мемориаль таҡтаташ асылды. Көндөң буранлап, ҡар яуып тороуына ҡарамаҫтан, сараға әҙиптең дуҫтары, яҡын кешеләре, туғандары, ҡәләмдәштәре һәм ижадын яратып өйрәнгән студенттар йыйылды. Сара билдәле шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды.
– Ошондай осрашыуҙарҙы, тантаналарҙы шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү тип атайҙар. Был һүҙ Рафаэль Сафинға ҡарата урынлы ла түгел. Сөнки ул ижады, шиғриәте, драматургияһы менән күптән инде халыҡ хәтерендә үҙенең исемен мәңгеләштергән. Бындай танта­налар­ҙы хәтерҙе яңыртыу тип тә әйтәләр. Был һүҙ ҙә Рафаэль Сафинға ҡарата дөрөҫ булмаҫ ине. Сөнки минең хәтеремдә уның исемен, йөҙөн яңыртып торорға һис кенә лә кәрәк түгел. Ул – һәр ваҡыт беҙҙең, оло быуын шағирҙарының, күңелендә, – тине, әҙипте иҫкә алып, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Башҡорт әҙәбиәтенә һәм драматургияһына тос өлөш индергән әҙип хаҡында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Башҡор­тостандың халыҡ шағиры ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, шағир Риф Мифтахов, яҡташтары йылы иҫтәлектәре менән бүлеште. Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова ла сығыш яһаны.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Рафаэль Сафиндың «Йәнбикә», «ҡыр ҡаҙҙары» һәм «Тилекәй» пьесалары театрҙа үткән быуаттың 70-се йылдарында тәүләп ҡуйыла башлай. «Йәнбикә» пьесаһын театр һөйөүселәр айырыуса яратты һәм ул әле лә театр репертуарында.
Мәскәү ҡалаһында Рафаэль Сафин менән бергә уҡыған дуҫы, шағир Марат Кәримов та бергә үткәргән кисәләрен, матур гармун тауыштарын иҫкә алып, шиғырын уҡып ишеттерҙе:
Уйна әле гармуныңды,
һин матур уйнатаһың,
Йылдар аръяғында ҡалған
хистәрҙе уятаһың.
Мәскәү яны, иҫке дача,
студент табындары,
Тышта ишетелә кеүек
Пастернак аҙымдары.

Тар бүлмәлә дүрт хыялый, юҡ,
бүлмәлә түгел дә,
Бөтә булмыштары менән улар
шиғыр күгендә.
Бер-бер артлы шиғыр уҡыу
һәм Блокка табыныу.
Теләктәре – ошо күктә йондоҙ
булып ҡабыныу.
Әҙиптең юбилейына арналған сара М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ерем моңо» исемле әҙәби-драматик кисә менән тамамланды.

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”