RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ағиҙелдең урта ағымында Ҡол Дәүләт менән өс көн

17.02.2012 Ағиҙелдең урта ағымында Ҡол Дәүләт менән өс көн

Стәрле поезынан ҡарлы­ман­­дан һуң ялан станцияһында төштөк тә, алыҫта күренеп ятҡан ауылға табан киң баҫыу уртаһынан баш ҡоҫҡан игендәр­ҙе йырып атланыҡ.
«Ана, йәнәш кенә ауылдар­ҙың береһе ҡаран, икенсеһе – Үтәгән», − тине Рәмил. ҡол Дәүләттең «кейәү булып төшкән» ауылына мүк сығарырға китеп бара инек. Дуҫыбыҙ баҡса алып, Бөрйәндән бура килтереп, шуны күтәрергә була, кәләше Әминәнең ауылында күлдән мүк сығарырға килешкән икән. Был «еңел булмаған» эштә беҙ Ғәбиҙулла дуҫ менән уға ярҙам итергә булдыҡ. Әле шуға ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылына китеп барыуыбыҙ. Йәй башы, һабан байрамы мәле. Иртәгә бында ла һабантуй була икән. Тап килтергәнбеҙ бит мәлен!
Шартына килтереп ҡаршылап, туған-тыумасалары менән танышып-белешеп алғас, йылы кистә беҙ өсәүләп ауылды ҡарарға сыҡтыҡ.
− Бына ошо буш торған йорт – Ғайса Хөсәйеновтыҡы, − тип күрһәтте Рәмил. Бейек таҡта ҡойма менән уратылған йортҡа мин бик ҡыҙыҡһынып ҡараным: ғәжәп бит, бынау һуҡмаҡтар­ҙан, а-нау бала-саға һымаҡ күләүек­тәр­ҙе сәсрәтеп, буласаҡ академик сабып йөрөгән!.. Ошо уҡ ауылда ғалим-әҙәбиәтсе Роберт Байымовтың тыуғанын белә инек беҙ Ғәби­ҙулла менән. Һүҙебеҙ ирек­һеҙҙән әҙәбиәт ғилеме, шиғриәт теорияһы мәсьәләләренә төшөп китте лә, әңгәмәбеҙ төнгә тиклем тынманы. Фекерҙәш­тәрем икеһе лә БДУ-ла бергә уҡыған, ошо ике ғалимдың ғилемен эстәгән кешеләр ине шул ни тиһәң дә.
һабантуй үтәһе урынға күмәк халыҡ тейәлгән бортлы машинала барҙыҡ. ҡол Дәүләтте шунда уҡ кейәү тип күтәреп алдылар, һауынсы апайҙар кейәүҙәрен эткеләй-төрткөләй ҙә башланы. Телгә бөткән яҙыу­сылар булһаҡ та, был йор ҡатындар алдында баҙап ҡалғаныбыҙҙы һиҙҙем. Рәмил генә бирешмәне, бер һүҙгә икәү менән яуап биреп, ҡоҙасаларының урталарына уҡ ултырып алды. Ғәбиҙулла менән мин, баш ҡала ҡунаҡтары бәҫен ебәрмәй, шым ҡалыуҙы хуп күрҙек.
Һабантуй әллә ни иҫтә ҡалмаған. Хәйер, ул һәр ерҙә лә бер төрлө үтә шикелле. Бында беҙҙең иғтибарҙы йәлеп иткән бер нәмә булды: Үтәгән менән ҡаран ауылы, бер хужалыҡтың ике бригадаһы булып, өҙлөкһөҙ сәмсел ярышта йәшәй икән. Һабантуйҙағы көрәштә лә шул асыҡ сағылды. Бына финалға бер ҡаран көрәшсеһе, бер Үтәгән баһадиры сыға. Икегә бүленгән майҙан гөр килә. Шау-гөр килгән бәхәстәрҙе тыңлап, ахыр сиктә шуны асыҡланым: мәсьәлә ҡаран көрәшсеһенең ул ауыл кешеһе булмауында икән. Хәҙергесә әйтһәк, алышҡа «варяг»ты ҡуйған тегеләр. Әммә ғәҙеллек еңде барыбер − ҡарандар ул көрәшсеһен үҙҙәренең егетенә алмаштырырға мәжбүр булды. Уныһын Үтәгән баһадиры бик анһат ҡына салҡан һалып ҡуйҙы һәм елкәһенә ҙур тәкә атландырып, майҙанды урап сыҡты.
Артабан юлыбыҙ – Ағиҙел буйына. Унда беҙҙе, моторлы кәмәһен ҡабыҙып, Рәмилдең ҡайнағаһы көтә ине.
− Егеттәр, анау тирәклектә, беҙ әҙерәк аҫҡа төшөп, мурҙаларҙы ҡарап сығайыҡ, – тине ул. Ғәжәп, минең ошоға тиклем бер ҙә моторлы кәмәлә йөрөгәнем юҡ икән дә. Бик ҡыҙыҡ булып китте был. Тик Рәмил менән Ғәбиҙуллаға ғына был мәрәкә тойолманы, улар һабантуй майҙанында уҡ башлаған әллә ниндәй әҙәби бәхәстәренән тына алмай, теге тирәклеккә йәйәү тәпәйләүҙе хуп күрҙе. Мин кәмәгә һикереп мендем. Яныбыҙға бер ала бурҙай ҙа һикерҙе. Кәмәсе ниндәйҙер үҙе ҡалдырған тамдарға ҡарап, кәмәһен бер ерҙә туҡтата ла, һыуҙа ятҡан бер ағас киҫәген эләктереп ала. Уға мурҙа ебе бәйләнгән икән. Мурҙаны һөйрәп сығарып, эсенә ингән бер нисә балыҡты кәмә төбөнә бушата һәм еңел ауҙан яһалған ҡорамалды һыуға кире ырғыта. Шулай бер нисә мурҙаны ҡарап сыҡтыҡ. Бер уҡбалыҡ, бер бәләкәй генә йәйен, тағы ла әллә күпме башҡа балыҡ тотоп, егеттәр йыйылған тирәктәр төбөнә әйләнеп килдек. Ни ғәжәп, барыһы ла усаҡ янында мәж килә, кемдер кәрт һуға, утын әҙерләй, ә Рәмил менән Ғәбиҙулла киң һәм тыныс аҡҡан Ағиҙел ярына ултырып, баяғы әңгәмәләрен һаман дауам итә ине!...
Һыу буйынан ҡараңғы төшкәндә генә ҡайтырға сыҡтыҡ. Ауыл ситендә генә ҙур усаҡ ялпылдағаны күренде. Баҡтиһәң, баяғы һабантуйҙа тәкә алған батыр егет, тәкәһен ошо ерҙә үк салып, килгән һәр кемде табын түренә әйҙүкләп тора икән! Тауышыбыҙ шаҡтай көрәйгән беҙ өсәү шунда уҡ был табында үҙ кешеләр булып киттек. Таңға тиклем һуҙылды бында уйын-көлкө. Өйҙә беҙҙе юғалтҡан Әминә килеп тапмаһа, ул бөтмәҫ тә ине, бәлки...
Иртәгәһенә инде килеүебеҙҙең төп маҡсатына – мүк сығарырға йүнәлдек. ҡол Дәүләттең ҡайныһы беҙҙе «тып-тып» тип аталған бәләкәй трактор арбаһына ултыртып алды ла, ауылдан биш саҡрым өҫтәрәк − Ағиҙел буйында ятҡан күлгә алып китте. Күл тип әйтерлеге юҡ инде, яҙын йылға ташып тултырып, йәйен үлән баҫып киткән уйһыу урын ине ул. Йылымыс һыуға тубыҡтан инеп, төптән ләмгә оҡшаған үләнде йолҡоп сығарҙы ағай: «Кейәү, мүк бына ошо була инде...» Беҙ көлөп ебәрҙек. Әлбиттә, Ғәбиҙулла ла, мин дә, урман-тау кешеләре булараҡ, мүктең нимә икәнен яҡшы беләбеҙ. Ә бына ялан ерҙә тыуып үҫкән Рәмил өсөн ҡайһы үләнде мүк тип күрһәтһәң, шулай булалыр инде.
− Төшкөлөккә килермен, шуға тиклем ярға сығарып, киптерергә йәйеп ҡуйығыҙ, өлгөргәнсә, − тине лә ағай китеп барҙы. Киптерергә лә кәрәк булғас, беҙ Ғәбиҙулла менән ул «мүк»тең ябай күл ылымығы икәнлеген аңланыҡ (ысын мүкте, киреһенсә, еүешләйҙәр). Төрлө ҡоштар һайрауына күмелгән матур урман аҡланында күңелле һөйләшә-һөйләшә, төшкә тиклем байтаҡ үләнде йолҡоп сығарып, тигеҙләп киптерергә йәйеп ҡуйҙыҡ. Эргәлә генә Ағиҙел йылтырап күренә, яндан үткән урман юлы хәтфә болондар ҡосағына китеп юғала. Ағи­ҙелдең урта ағымдары.
Ул арала урман араһынан, «тып-тып» килеп, ҡайныһының ҡыҙыл тракторы күренә.
− Урман ҡосағында ашай­һығыҙмы, егеттәр, әллә өйгә ҡайтып етәйекме? – тип һорай ул, беҙҙең эште байҡап сыҡҡас.
– Һеҙҙең ауылығыҙ былай ҙа урман ҡосағында ултыра лаһа, − тип уға ишара бирә Ғәбиҙулла. Йәй башында урмандың хозурлығынан тыш, тын алырға ла бирмәгән серәкәйҙәргә ишара был.
− Әйҙәгеҙ улайһа, юғиһә кисә һабантуйҙан һуң да ҡунаҡ булып ултырып булманы, − тип килешә алсаҡ ағайыбыҙ.
− Ултырманыҡ шул, беҙ ҡунаҡ булып йөрөнөк, − ти Рәмил, аҡ йөҙөндә ап-аҡ тештәре сағыу уйнап китә. Тағы ла өсәүләп бер «тып-тып» арбаһына тейәләбеҙ...

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”