RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Беҙгә насар шиғыр яҙыу килешмәй»

10.02.2012 «Беҙгә насар шиғыр яҙыу килешмәй»

Бөйөк шағир менән ҡыҫҡа ваҡытлы осрашыуҙар һәм әңгәмәләрҙән ҡалған тәьҫораттар
«Беҙгә насар шиғыр яҙыу килешмәй»
Халҡыбыҙҙың бөйөк шағирҙарының береһе Рәми Ғариповтың замандашы, осраҡлы танышы, һирәкләп ҡыҫҡа ваҡытлы әңгәмәсеһе булғаныма күңелемдә – ғорурлыҡ, хәтеремдә йылы хистәр һаҡлайым.
1964 йылдың яҙы ине, буғай. Ул йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитендә «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ» рубрикаһында медицинаға ҡағылышлы материалдар баҫыла торғайны. Шул рубрика аҫтында минең дә мәҡәләләрем йыш ҡына донъя күрҙе.
Хәтеремдә, яҙған материалдарымды Файыҡ Мөхәмәтйәновҡа, йә Илшат Рауилевҡа, йә Рәшит Солтангәрәевҡа тапшырам. Хатта ҡайһы бер темаларға заказдар ҙа биргеләнеләр. «Һинең мәҡәләләреңде бер ниндәй төҙәтеүһеҙ баҫып була», – тип «йүкә сөй» ҙә «ҡағып» ебәрәләр.
Шул уҡ алтмышынсы йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә Пушкин урамындағы элекке матбуғат йортонда райондан яңыраҡ Өфөгә кире ҡайтҡан Рәми Ғарипов та эшләй ине. Уның менән яҡындан таныш булмаһам да, редакцияға килгәнемдә, осрашҡанда, иҫәнләшеп йөрөнөм.
Мәктәп йылдарында, беренсе синыфтан уҡ, шиғырҙар яҙып маташтым. Уларҙы «Пионер» журналына ебәргән саҡтар ҙа булды. Тик улар баҫылманы. Һуңғараҡ үҙем өсөн генә лә яҙғыланым. «Совет Башҡортостаны» редакцияһына йөрөй башлағас, миндә үҙем иң яҡшы тип иҫәпләгән бер нисә шиғырҙы ысын шағир Рәми Ғариповҡа күрһәтеп ҡарау теләге тыуҙы.
Шағир яҙмаларымды уҡып сыҡты ла:
– Һиңә нисә йәш әле? – тип һораны.
– Да-а! – тип ҡуйҙы ул бер аҙҙан. – Әгәр һиңә 17 йәш булһа, был шиғыр­ҙарыңды баҫтырып та булыр ине, ә 27 йәшлек кеше өсөн бындай шиғырҙар бармай. Үҙең беләһең, 27 йәштә байтаҡ шағир инде бөйөк тип һаналған. Һәм шуны ла онотор­ға ярамай, күп бөйөк шағирҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерҙәре лә ҡыҫҡа булған...
– Рәми ағай, һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙең дөрөҫ икәнен аңлайым. Үҙемдең шиғырҙарымдың йомшаҡ икәнен дә беләм, ә баҙнат итеп улар­ҙы һеҙгә күрһәтеүемдең сәбәптәре өсәү. Беренсеһе – үҙемдәге сәм. Икенсеһе – сағыштырыу өсөн көслө шиғырҙар янында йомшаҡтары ла булырға тейеш, тип уйлауым. Өсөнсөһө – башҡорт телендә лә юғары пафослы шиғырҙар яҙып булғанын иҫбатлау ниәте.
Беренсе сәбәпкә килгәндә, әҙерәк тупаҫыраҡ булһа ла, әйтәйем инде, мин йыш ҡына гәзит, хатта журнал биттәрендә бик йомшаҡ яҙылған шиғырҙарҙы уҡыйым да, гонаһлы уйым менән, бындай ғына шиғырҙарҙы мин дә яҙа алам бит, тип уйлап ҡуям.
Икенсе сәбәп билдәле инде, шиғырҙар бер төрлөрәк булһа ла, күңелһеҙ булыр ине һымаҡ. Төрлө кимәлдә яҙыу кәрәктер ул, моғайын.
Өсөнсө сәбәпте аңлатыу өсөн һеҙгә Шандор Петефиға эйәреп яҙылған бер шиғырымды күрһәтәм. Уның йыйынтығындағы рус телен­дәгеһен дә уҡып ҡарағыҙ.
Ул русса «Мужчина, будь мужчиной!» тип атала.
Мужчина, будь мужчиной,
А куклой – никогда,
Которую швыряет
Судьба туда-сюда!

Отважных не пугает
Судьбы собачий лай, –
Так, значит, не сдавайся,
Навстречу ей шагай!
Петефиға эйәреп яҙылған шиғыр­ҙы мин «Егеткә!» тип атаным. Унан да өҙөк килтерәм.
Егет! Әгәр әҙер булһаң
ҡәтғи алышҡа,
Бел, еңеүҙе яулаусылар
ҡурҡмай яҙмыштан!
Яҙмышың да үҙ ҡулыңда,
Уға баш эймә!
Алға бар, һис туҡтау белмәй,
– Юл ауыр, – тимә!
– Доктор, һин ярайһы ҡыҙыҡ әңгәмәсе булып сыҡтың әле (шағир менән танышҡанда профессиямды әйткәйнем, шуға күрә ул миңә һөнәремде ҡушып өндәште). Әммә һине шиғыр яҙырға этәргән сәбәптәр менән мин тулыһынса түгел, ә өлөшләтә генә килешәм.
– Беренсе сәбәбең, сәм, тинең. Сәм яҡшы тойғо ул, сәмләшергә кәрәк, әлбиттә, һәм уны тормошҡа ашырырға ла тырышырға кәрәк. Һинең һүҙҙәреңдә дөрөҫлөк тә бар. Матбуғатта йомшаҡ яҙылған шиғыр­ҙар осрап тора шул. Әммә редакцияла бер мин генә ултырмайым, баш редактор, уның урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре лә бар бит әле. Шиғырҙарын күтәреп редакцияға Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, ветерандары, бүтән абруйлы кешеләр килә. Уларҙың күбеһенә ташлама яһарға тура килә. Етмәһә, араларында үҙебеҙҙең матбуғат хеҙмәткәрҙәре лә осрай. Шулай булғас, барыһы ла аңлашылалыр тип уйлайым.
Һин әйткән икенсе, өсөнсө сәбәптәр бер-береһе менән бәйләнгән. «Шиғырҙар араһында йомшаҡтары ла булырға тейештер» тигәнең менән килешә алмайым. Сөнки һин миҫалға килтергән Петефиҙың яңғырауыҡлы, дөйөм төшөнсәләр­ҙән торған шиғыры бөйөк, йәғни күп һанлы уҡыусылары булған француздар өсөн ярайҙыр ҙа ул, ә башҡорт телендә, ғөмүмән, аҙ һанлы уҡыусылар телендә яҙылған шиғыр тағы ла тосораҡ яңғырарға тейеш.
Әңгәмәләшеүсемдең серб сығышлы бөйөк венгр шағиры Шандор Петефиҙы – Сандро Петревичты француз шағирына һанаған хатаһын, хәтеренән сыҡҡандыр инде, тип уйлап, уны төҙәтеүҙе әҙәпһеҙлеккә иҫәпләп, был турала бер һүҙ ҙә өндәшмәнем.
Рәми ағай һүҙен былай тип дауам итте:
– Әгәр йөҙәр миллионлы уҡыусы уҡыған телдәрҙә яҙылған шиғыр­ҙар­ҙы ҡом араһындағы алтынға тиңләһәк, беҙ уларҙың башҡорт теле һымаҡ аҙ һанлы уҡыусылар өсөн яҙылғандарын шул ҡомдан йыуып табылған эре алтын бөртөктәре – самородоктарға тиңләшерлек итеп балҡытырға тейешбеҙ. Беҙгә насар шиғыр яҙыу һис тә килешмәй, уҡыусыларыбыҙ былай ҙа аҙ бит. Беҙ Мифтахетдин Аҡмулла, Ғабдулла Туҡай, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов һ. б. кимәлендәге шиғырҙар ижад итергә бурыслы.
Бөйөк шағирҙың һуңғы әйткәндәре фекеремә ауаздаш ине. Күптән түгел генә ҡулымда башҡорт телен­дә шиғырҙар китабын күргән бер башҡорт танышым:
– Пушкин, Лермонтов ише гений­ҙарҙың шиғырҙары барҙа башҡорт телендә шиғыр уҡып йөрөйһөң икән, ә? Башҡортса улар яҙғанға тиңләшерлек итеп яҙып буламы һуң инде? – тип мине кәмһетергә теләне, буғай. Уға былай тип яуап бирҙем:
– Һин, туған, хата ҡараштаһың, башҡортса әле һин әйткән гений­ҙар­ҙан да шәберәк яҙып, әйтеп була. Тик бөтә бәлә башҡорт аудиторияһының – тар, уҡыусыларының аҙ булыуында. Бына һин дә башҡорт теленә битарафһың бит әле. Пушкин менән Лермонтовтың гениаль шағирҙар икәнен мин дә, бүтәндәр ҙә инҡар итә алмай, әлбиттә. Шулай ҙа үҙемдең һүҙҙәремдең дөрөҫлөгөн иҫбатлау өсөн миҫалдар килтерәм.
Пушкин көҙ тураһында бына нимә ти:
«Уже небо осенью дышало,
Уже реже солнышко блистало...»
Беҙҙең быуаттың утыҙынсы йылдарында йәшәп, йәшләй генә вафат булған башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм Урал тәбиғәтен нисек тасуирлай:
«...Тын күлдәргә төшкән
аҡҡошмо ни,
Уйһыуҙарға ята аҡ томан...»
Оригиналдағы факттарҙы сағыштырһаҡ, Ғ. Сәләм шәберәк әйткән түгелме ни?
Танышым миңә текләп ҡарап торҙо ла:
– Шулайыраҡ икән шул, – тип ҡуйҙы.
Башымдан ошо уйҙар үтеп киткән арала Рәми Ғарипов миңә:
– Яҙыу ене ҡағылғас, Таһир, ялҡаулыҡ һаҙлығына батмаһаң, яҙышырһың тип өмөт итәм. Шулай ҙа мин һиңә сәсмә әҫәрҙәр яҙырға тәҡдим итер инем. Сөнки, дөрөҫөн әйткәнгә асыуланма, башлап яҙыу­сы шағир өсөн һин ҡартыраҡһың. Ә, әйтәйек, хикәйәләр яҙыу өсөн әле һуң түгел. «Һаулыҡ»тағы мәҡәләләрең арыу ғына яҙылған, фәнни-популяр брошюраларҙан күсерелмәгән. Яҙышам тиһәң, йоҡо һимертеүҙе оноторға кәрәк. Унан һуң, үҙ алдыңа алған бер юл, бер йүнәлеш булырға тейеш. Шул йүнәлештән ситкә тайпылдыңмы, уңыш көтмә.
Беҙ шағирҙың эш бүлмәһендә ярты сәғәт самаһы әңгәмәләшкәс, Пушкин урамы буйлап йәйәүләп Совет майҙанына табан атланыҡ. Рәми ағайға – элекке Министрҙар Советы йортондағы Яҙыусылар союзы идараһына, ә миңә Воровский урамындағы ҡала туберкулез диспансерына икенсе сменаға эшкә барырға кәрәк ине. Әкрен генә атлап барышлай беҙҙең әңгәмә тағы 20 минут самаһы дауам итте.
Һуңғараҡ матбуғат йортонда ла, урамда ла, шиғриәт кисәләрендә лә иҫәнлек-һаулыҡ һорашып йөрөнөк. Ул миңә һәр ваҡыт «доктор» тип өндәшер булды. Бер генә мәртәбә шелтә һымағыраҡ итеп:
– Доктор, тәки ялҡаулыҡ һаҙлығына индең, ахырыһы? – тип әйткәне хәтеремдә ныҡлы уйылып ҡалды. Күп кенә объектив һәм субъектив сәбәп арҡаһында мин бөйөк шағир­ҙың кәңәштәрен үтәй алманым. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның дөрөҫ һүҙҙәренә яуап та юҡ ине шул.
Иң аяныслыһы һәм үкенеслеһе арабыҙҙан иртә китеүе булды.
Рәми Ғарипов тураһында яҡын дуҫтары, коллегалары, арҡаҙаштары, шәкерттәре күп яҙа. Минең, уның ижады алдында баш эйеүсе ябай уҡыусының, маҡсаты – уның менән аҙ ғына аралашыуҙарҙан алған фәһемле фекерҙәрен Бөйөк шағирҙың васыяты итеп йәштәргә еткереү. Шуға был мәҡәләмде «Йәшлек» гәзитенә алып килдем дә инде.

Таһир ЛАТИПОВ,
табип.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”