RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына – 180 йыл

20.12.2011 Бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына – 180 йыл

Бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына – 180 йыл
«Әгәр минән, кем ул Мифтахетдин Аҡмулла − шағирмы, сәсәнме, уҡытыусымы, тип һораһалар, мин уларға гел, Аҡмулла − аҡыл эйәһе, тип яуап бирәм. Ул төрки халыҡтарҙы берләштерә алған ҙур аҡыл эйәһе, киң ҡарашлы аҡһаҡал», − ҡаҙағстан Рес­публикаһының Аҡтүбә ҡалаһынан килеүсе профессор Ахан Бекежан Өфө ҡалаһында М. Аҡмулланың 180 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференцияла бөйөк мәғрифәтсе тураһында шундай фекерен еткерҙе.
Бөтә төрки халыҡтарҙа ла ҙур ихтирам ҡаҙанған, кешеләрҙе аң-белемгә әйҙәп, арбаһына китаптар тейәп, балалар уҡытып йөрөүсе Аҡмулланың исеме бөгөн бөтә донъя­ға билдәле тиһәм дә, хата булмаҫтыр. Башҡорт халҡының данлыҡлы шәхесенә 180 йыл тулыу айҡанлы республикала уҙғарылған ҙур сараларҙың береһенә ҡунаҡтарҙың Бөйөк Британиянан, Болгариянан, ҡа­ҙағстандан, Үзбәкстандан, Төркиә­нән, ҡырғыҙстандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай бинаһында үткән был сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Прези­дентының ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Конференцияла Мифтахетдин Аҡ­мул­ланың ижады һәм уның бүтән өлкәләр менән бәйләнеше төрлө яҡлап тикшерелде. Аҡмул­ла исемен башҡорт халҡына ҡайтарыусы Рәшит Шәкүр тыңлаусыларға башҡорт мәғрифәтсеһе тураһында иң тулы мәғлүмәтте еткерҙе: «Аҡмулла өс телдә яҙған тигән фекер − хаталы. Сөнки ул шиғырҙарын бөтә төрки телдәр өсөн дә уртаҡ булған телдә яҙған. Уның башҡарылышы ғына төрлө булған. Ғөмүмән, ша­ғир­ҙы ниндәйҙер бер милләттеке генә тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгелдер, сөнки уның ижады бөтә халыҡтыҡы, ул төрки милләттәр өсөн, хатта бөтә донъя әҙәбиәте өсөн уртаҡ».
Иртә менән башланған кон­ференция кисен М. Аҡ­мулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында «Башҡор­тостан − дуҫлыҡ бишеге» тип аталған фольклор байрамы менән тамамланды.
Халыҡ-ара Аҡмулла көндәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн дә конкурс ойошторолдо. Ул ике этаптан торҙо. Тәүгеһендә 5 – 8-се синыфтар ижади эш эшләргә, ә 9 – 11-се синыфтар Аҡмулла ижады буйынса тезистар һәм презентациялар тәҡдим итергә тейеш ине. Икенсе этапта уҡыусылар интернет-олимпиадала көсөн һынаны. Дөйөм һөҙөмтә буйынса 5 − 8-се синыфтар араһында беренсе урын Архангел районының Убалар ауылынан Фидан Янышевҡа, 9 − 11-се синыфтар араһында Нефтекама ҡалаһынан Ксения Овечкинаға һәм Сибайҙан Сыңғыҙ Иш­моратовҡа бирелде.
Аҡмулла көндәре 17 декабрҙә мәғрифәтсенең тыуған яғында – Миәкә районында «Аҡмулла нәсихәттәре» менән тамамланды.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”