RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ул беҙҙең шағир ине...

18.10.2011 Ул беҙҙең шағир ине...

Ул беҙҙең шағир ине...
Күп милләтле Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе: Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Александр Павлович Филиппов оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң вафат булды.
Ул ил улы, Башҡор­тос­тан улы ине.
«И если б меня спросили
и был бы мне выбор дан,
я выбрал бы снова Россию,
в ней – солнечный Башкортостан»,

– тип яҙҙы халыҡ шағиры. Алты тиҫтәнән ашыу йыл ижад ғүмерендә шағир утыҙҙан артыҡ төрлө жанрҙа төрлө әҙәби төрҙә китап сығар­ҙы. Уның шиғыр­ҙарын рус­тар ғына түгел, баш­ҡорттар, татарҙар, баш­ҡа милләт вәкилдәре лә яратып ҡабул итте. Кү­гәрсен районының Йо­мағужа ауылында (хәҙер ҡасаба) тыуып үҫкән, Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңдарын һәйбәт белгән, үҙен ысын мәғәнәһендә Башҡортостан улы тип таныған Александр Павлович башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен Рәсәй, донъя күләменә сығарыуға күп көс һалды. Ул тиҫтә-тиҫтә башҡорт шағирҙарының шиғырҙар-поэмаларын, күләмле проза әҫәрҙәрен аңлап-тойоп тәржемә итеп, рус уҡыу­сыларына еткерҙе. Уның сценарийы буйынса алтмышынсы йылдарҙа төшөрөлгән «Башҡорт балы» исемле документаль фильм Бухареста үткәрелгән халыҡ-ара конкурста беренсе урын алды.
Мостай Кәрим: «Александр Филиппов беҙҙең шағир, Баш­ҡортостан шағиры. ҡайҙарға ғына бармаһын, нимә тураһында ғына яҙмаһын, уның баш осонда Башҡортостан ҡояшы яна, мөхитендә Башҡортостан тупрағының хуш еҫе аңҡый, ҡан тамырҙарында ике моң – рус һәм башҡорт моңо ағыла һымаҡ», – тип яҙҙы уның хаҡында. Александр Филиппов республиканың күп милләтле мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Салауат Юлаев ордены менән дә лайыҡлы рәүештә бүләкләнгәйне. Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ҡулынан ҡәләме төшмәне...
Хуш, Шағир. Башҡортостан йәшәгәндә, һинең исемең дә, ижадың да онотолмаҫ.

«Йәшлек»тәр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”