RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Мостай Кәрим төйәгенән илһам алып

18.10.2011 Мостай Кәрим төйәгенән илһам алып

Мостай Кәрим төйәгенән илһам алып
Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 20 октябрҙә 92 йыл тула. Арабыҙҙан китеүенә алты йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уны юҡһыныу хисе күңелдәрҙән китмәй, киреһенсә, йылдан-йыл тәрәнәйә бара, аңыбыҙ, йөрәгебеҙ аҡыл эйәһенең әйтеп бөтмәгән һүҙенә, фәлсәфәүи кәңәштәренә һаман да мохтажлыҡ кисерә. Мостай Кәрим беҙгә бихисап әҫәр, аҡыллы фекерҙәрҙән торған хазина ҡалдырҙы. Бала саҡтан алып ғүмер буйына уның ижады менән таныша барабыҙ, һоҡланабыҙ, фәһем алабыҙ. Ғалимдарыбыҙ уның әҫәрҙәрен, тормош юлын өйрәнеп, ғилми хеҙмәттәр яҙа. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе булған шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса республикала күп эш башҡарыла, төрлө әҙәби, мәҙәни саралар ойошторола. Әҙиптең тыуған ауылы Келәштә уның исемендәге мәктәп, урам һәм аллея бар, шунда уҡ төҙөләсәк йорт-музейҙың проекты ла әҙер. Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә хәҙер М. Кәрим исемендәге урам бар, Милли йәштәр театры уның исемен йөрөтә. Күптән түгел ”Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте шағирҙың ижадына һәм тормош юлына арнал­ған ”Мостай Кәрим” энциклопедияһын әҙерләй башланы. Һүҙ ыңғайында нәшриәттә шәхси (персональ) энциклопедия сығарыу тәжрибәһе тупланыуын да әйтеп үтеү урынлылыр. 2004 йылда бында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә әҙерләнгән ”Салауат Юлаев” энциклопедияһы донъя күрҙе.
Ҙур, оҙайлы әҙерлек талап иткән был эшкә беҙ, нәшриәттең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәр­ҙәре, оло яуаплылыҡ тойғоһо менән тотондоҡ. Энциклопедияның концепцияһы ентекләп әҙерләнде, структураһы билдәләнде. Әлеге ваҡытта әҙиптең бөтә әҫәрҙәрен, уның тураһындағы тикшеренеүҙәрҙе, төрлө баҫмаларҙа донъя күргән материалдарҙы өйрәнеү, ижадының театр, музыка, кино һәм башҡа сәнғәт өлкәләрендә сағылышын асыҡлау, документаль, фотоматериалдар туплау һымаҡ эштәр алып барыла. Һәр энциклопедияның нигеҙен һүҙлек, йәғни китаптағы мәҡәләләр исемлеге тәшкил итә. Әлеге ваҡытта тематик һүҙлек төҙөү эше ҡыҙыу темпта бара, уға бер нисә мең һүҙ индерелде лә инде. Мостай Кәримдең балалары – Илгиз Мостафа улы, Әлфиә Мостафа ҡыҙы, ғилми-редакцион кәңәшмә ағзалары менән бер нисә тапҡыр эшлекле осрашыуҙар, яҙыусының пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҡарау ойош­тор­ҙоҡ. Өфө сиктәрендә генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Октябрь баштарында бүлек хеҙмәткәрҙәре И. Сырлыбаева, Г. Иш­кинина, Г. Байғу­жи­на, А. Хужәхмәтов шағирҙың тыуған ауылында эшлекле сәфәр­ҙә булып ҡайттыҡ. Әл­биттә, төп маҡсатыбыҙ күренекле шәхесте тыу­ҙырған, ижадына рух һалған, әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан тыуған төйәген үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү, шул ерҙәрҙән атлап үтеү, ул һулаған һауаны һулап илһам алыу, тәьҫораттар туплау менән бергә буласаҡ энциклопедия өсөн материалдар йыйыуҙы ла күҙ уңында тоттоҡ. М. Кәрим исемен йөрөткән Келәш мәктәбендә, уның музейында, шағирҙың ижадын өйрәнеү үҙәгенә әйләндерелгән моделле ауыл китапханаһында үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр таптыҡ. Мәктәп уҡыусыларының, уҡытыу­сыларының Мостай рухын һаҡлауы, әҫәрҙәрен өйрәнеп, яттан белеүе, уның менән сикһеҙ ғорурланыуы күңелдәребеҙгә хуш килеп, бик ҡыуандырҙы. М. Кәрим ҡоҙоғон, шағир үҙ ҡулдары менән ултыртҡан ҡайындар аллеяһын, буласаҡ йорт-музейҙың урынын фотоға төшөрөп алдыҡ. Иң тәьҫирләндергәне яҙыусының күп әҫәрҙәрендә мөһим урынды алып торған образ − ҡыҙҙар тауына барыу булғандыр, моғайын. Көн буйына яуған ямғыр ҙа, әсе ел дә кәйефтәребеҙҙе төшөрә алманы. Мәртәбәле ҙур эште атҡарып сығыуыбыҙға инанып, көс, дәрт алып ҡайттыҡ Мостай төйәгенән.

Гөлдәр ИШКИНИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”