RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

13.09.2011 Ашығып йәшәне

Ашығып йәшәне
Поэмаһын яҙып бөтә алманы,
Һуңғы юлдар ҡалды. Был үлем
Киҫте йондоҙ кеүек балҡып торған
Һоҡландырғыс шағир ғүмерен.

Башҡорт әҙәбиәте күгендә балҡып яныр эҙ ҡалдырған күренекле шағир Мөхәмәтйәров Хәй «Йәшәү» исемле шиғырындағы был юлдарҙы 1940 йылда яҙа. Ә бер йылдан фашистик Германия башкиҫәрҙәре тыуған илебеҙгә баҫып инә.
Шағир яу яланына – дошман менән алышҡа ашҡына. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Яратҡан һөнәренән – ижадтан айырылыу еңел булмаһа ла, Ватанын, тыуған ерен һаҡлау тойғоһо уның өсөн иң изге, иң ҙур көскә әүерелә. Бына уның дуҫына, атаҡлы башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агишҡа яҙған хаты:
«Һиңә ике хат яҙғайным. Бынан Өфөгә бер ҡатын ҡайтып китергә тейеш, шуның артынан шиғырҙарымды, ҡулъяҙмамды ебәрергә уйлағайным, әле ебәреп булмай. Кәйеф һәйбәт. Ошондай ваҡытта сознаниемдың шул тиклем үҫеп китеүенә бик шатмын. Фашизмға ҡаршы һуғышыу – ысындан да мөҡәддәс бурыс бит. Фашизмдың кешелек йәмғиәтенә, культураһына килтергән хурлауын мин үҙемә ҡарата ырғытылған хурлау, мәсхәрәләү тип ҡарайым. Боецтар араһында патриотизм рухы бик көслө, ҡайҙа, ҡасан, тип кенә торалар. Беҙ элекке Латвия границаһында. Фронт алыҫ түгел. Минең адресым юҡ. Ваҡыт тар, бындай ашығып хат яҙғаным юҡ ине.
Сәләм менән Хәй.
24/VI–41».

Ашығып фронтҡа киткән, ашҡынып ижад иткән М. Хәй 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батыр­ҙарса һәләк була.
Эйе, бары утыҙ йәшлек шағир ғүмере, һоҡланғыс ижады – һәр быуынға үрнәк булырлыҡ.
Миңә байтаҡ йылдар элек М. Хәйҙең Өфөлә йәшәүсе бер туған һеңлеһе Рәйсә апай Мөхәмәт­йәрова ҡәҙерләп һаҡлаған ҡулъяҙмалары менән танышыу ҡыуанысы тейгәйне.
Бына М. Хәйҙең 1931 йылда сыҡҡан бер бәләкәй генә китабы. Тик ул шиғырҙар йыйынтығы түгел. Дөрөҫ, был йылда шағирҙың «Барышта» исемле шиғри китабы ла донъя күрә. Әммә беренсе йыл йыйынтығы «Политехнизм хаҡында балаларға» тип аталған һәм ул, исеменән үк күренгәнсә, уҡыусыларға техник белем биреүҙең нигеҙҙәре, әһәмиәте хаҡында һөйләй. Ә ул уны нисек, ниңә яҙған? Быны аңлау өсөн шағирҙың ғүмер башына, йәшлек йылдарына күҙ һалайыҡ.
Хәй Ғәбдрафиҡ улы Мөхәмәтйәров 1911 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе ҡоншаҡ районының ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һигеҙ йәшенән етем ҡалғас, ағаһы тәрбиәһендә үҫә. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә алғандан һуң, 1924 йылда Өфөләге Ленин исемендәге урта мәктәпкә уҡырға инә. Уны тамамлағас, буласаҡ шағир ул саҡтағы завод-фабрика мәктәбендә эшләп ала, шунан тыуған яҡтарында пионерҙар эшенә етәкселек итә.
Ә 1931 йылда комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан Өфөгә матбуғат эшенә саҡырыла.
М. Хәй заманының төп мәсьәләләренә бик яҡын тора, уларҙы пропагандалауҙа, халыҡҡа еткереүҙә мөһим эш башҡара. Юҡҡа ғына көндәлектәренең береһендә: «Көрәш утында, дәүер ваҡиғалары уртаһында булмаған шағир, ғөмүмән, шағирлыҡтан ҡолаҡ ҡағырға тейеш», – тип яҙмағандыр.
М. Хәй архивындағы дәфтәр­ҙәр… Улар байтаҡ. Бына тәүгеһен алабыҙ. «Пионер ынйылары» тип исемләнгән был дәфтәрен шағир, ун ике шиғыр теркәп, китап рәүешендә эшләгән. Бындағы шиғырҙарҙан бер нисәүһе генә тәүге китабы «Барышта» йыйынтығына индерелгән. Ә инде «ҡыҙыл осҡондар», «Бураҙна малайҙары» тип исемләнгән ике дәфтәргә М. Хәй үҙенең төрлө йылдарҙағы шиғырҙарын теркәп килгән. Был шиғырҙарҙың да ҡайһы берҙәре шағирҙың донъя күргән китаптарына инмәй ҡалған.
Уҡыған, уҡылырға тейешле ки­тап­тар исемлеге яҙылған дәфтәр­ҙәр, ҡулдан эшләнгән бәләкәй генә блокноттарға теркәлгән эш пландары, дуҫы, шул саҡтарҙа уҡ билдәле драматург Сәғит Мифтахов менән берлектә яҙған «Һаҡмар» либреттоһының баҫылып сыҡҡан программаһы, хаттар, көндәлектәр, тағы әллә күпме төрлө-төрлө яҙмалар – йәш шағирҙың һәр саҡ тынғыһыҙ йәшәүе, туҡтауһыҙ эҙләнеүе, кешеләрҙе, тормошто ентекле күҙәтеүе уның оло ижади пландар менән йәшәүен дәлилләй. Хәйер, тормош һәм ижад асылын, үҙ-үҙенә талапсанлығын бер шиғырында бик һәйбәт әйтеп биргән:
Әйтегеҙсе, ҡасан, ҡайһы шағир
Еңелерәк юлды һайлаған?
Ундай кеше, күпме тырышһа ла,
Ысын шағир була алмаған.
Ысын шағир була алыу ул –
Тапалмаған юлдан барыу ул…
М. Хәй үҙе лә тәүге аҙымдарын тапалмаған юлдан башлай. 1934 йылда Ишембай ҡалаһына нефтселәр гәзите ойошторорға килә. Ошо осорҙа яҙып барған көндәлектәренең ҡайһы берҙәренә туҡталайыҡ.
«23 март. Ишембайға килдем. Кисә партком бюроһы булды. Мине редактор итеп («Башҡортостан вышкаһы» тигән гәзит сығарыла башлай. – Р. М.) билдәләнеләр. Аптырарлыҡ нәмә: партия етәкселәренең кәңәшмәһендәгеләр – производствоны ныҡ белеүселәр.
24 март. Көн томанлы булды. Бөгөн партком ҡушыуы буйынса 741-се буровойҙа апрель айы программаһы тураһында йыйылыш үткәрҙем. Күп нәмәләр менән таныштым. ҡыҙыҡ икән был нефть эше. Бик матур башҡорт егеттәре үҫә икән. Шуларҙы күреп шатланаһың. Был миндә ҡуҙғалған милли хис түгел. Ә ысындан да партия милли политикаһының ысын еңеүе. Ошо тере кешеләр – ҡобағошовтар артында – партиябыҙҙың политикаһы. Ун биш йыл ғүмер! Ә күп нәмә эшләнгән. Матур кадровый эшселәр, матур комсомолецтар бар. Бигерәк тә миңә ҡарт эшсе Иван Костеков оҡшаны. ҡарағыҙ әле: уның ҡарашы ниндәй матур. Ул – батыр ҡарашы! Ул Бакуҙа күп йылдар эшләгән. Уны йырҙа күрһәтәһе ине. Мин эшемдә лә, көндәлегемдә лә уға әйләнеп ҡайтырмын әле.
25 март. Уң яҡ яр төркөмө быраулау мастеры Шашин менән таныштым. Маҡтаулы Баку эшсеһе. Күп һөйләштек. Ул шулай тине: «Утыҙ беренсе йылда мине Бакуҙан ебәр­ҙеләр. Төндә минең квартираға килделәр ҙә, һин Башҡортостанға – Ишембайға китәһең, тинеләр. Партия ҡушҡас, бараһың уны. Килдем. Беҙ баҫып торған ошо урында елдәр уйнай ине. Ә эшләгән эштәрҙе күрәһең. Минең телгә ҡарағанда, факттар матур һөйләй». Ысынлап та, факттар шуны һөйләй.
ҡарағыҙ әле, ниндәй матур иптәштәр. Шуларҙы үҙҙәре кеүек матур итеп йырларға ине. Был миңә – ҙур практик мәктәп.
26 март. Исмәғилевкә индем. 471-се буровойҙың хәлдәрен һөйләнем. Яҡшы, тине. Практик тәҡдимдәр әйттем. Бына улар:
1. Уҡый белмәүселәр өсөн махсус газета сығарыу. 2. Наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн махсус поход ойоштороу. 3. Редакция активы менән промыслаларҙа йыйылыш уҙғарыу.
«Эште нимәнән башларға?» – тигәс, кешеләрҙе өйрәнеүҙән башла, тине. Бик оҫта, матур, көслө әйтте. Рәхмәт уға.
Бөгөн Өфөгә хат яҙҙым. Рәхмәт Абыҙбаевҡа! Ул бит мине бында көсләп ебәрҙе.
27 март. Газета сығарҙыҡ. Матур сыҡҡан төҫлө. Кис производство кәңәшмәһе булды. Бөгөн кис Ишембай тураһында шиғыр яҙырға булдым.
28 март. Һул яҡ ярға барҙым. 745-се, 732-се буровойҙарҙа булдым. Кочегар Рәжәпов менән таныштым. Башҡорт егете, матур егет. Уның атаһы, бәлки, машинанан ҡурҡҡандыр, ә ул, ана, ниндәй ҙур ике котел менән етәкселек итә».
Ошо өҙөктәрҙе уҡып ҡына ла М. Хәйҙең кешеләрҙе яратыуын, тормошҡа, хеҙмәткә, ижадҡа ни тиклем әүҙем мөнәсәбәттә булыуын аңлап була. Шағир бер ваҡытта ла үҙенең күңел донъяһына ғына бикләнеп йәшәмәгән. Ватандың, ваҡыттың пульсын тойоп, шуларҙы йырларға ашыҡҡан. Тынғыһыҙлыҡ шағир тормошоноң асылы булған.
М. Хәй ҡулъяҙмалары араһында хронологик тәртиптә алып барылған башҡа көндәлектәрҙе лә күрәһең. Ул уларҙы башҡортса, ҡайһы ваҡыт рус телендә лә яҙған. Ғөмүмән, шағир көндәлек «күңел дәфтәре»нә ныҡ иғтибар иткән. Мөмкинлек табып, тормошоноң, ижадының һәр мәлен теркәп барырға тырышҡан.
М. Хәйҙең бына тағы ла бер дәфтәре. Шағир уға Ленин тураһындағы иҫтәлектәрҙән өҙөктәрҙе, юлбашсының туғандары, ҡасан, ҡайҙа булыуы, йөҙө, хәрәкәте һәм башҡа бик күп ваҡ деталгә тиклем теркәгән. Үҙенең уй-фекерҙәрен, пландарын, әҫәрҙең сюжет йүнәлешен яҙып барған. Дәфтәрҙә шағир­ҙың Н. Крупскаяға ҡулдан һәм машинкала яҙған хаты ла һаҡлан­ған. Бөгөн В. Ленинға ниндәй генә ҡарашта булмайыҡ, ҡыҙыҡлы хатты, башҡортсаға тәржемә итеп, тулыһынса килтерәм. Сөнки унда талантлы шағир­ҙың үҙ эшенә, ижадына иҫ киткес талапсанлығы, тынғыһыҙ эҙләнеүе сағыла.
«ҡәҙерле Надежда Констан­тиновна!
Мин башҡорт шағиры. Ленин хаҡында поэма яҙам. Был әҫәр өҫтөндә инде өсөнсө йыл эшләйем. ҡараламала 25000 юллап яҙылған.
Быйыл февраль – март айҙарында Мәскәүҙә булдым. ҡабул итеүегеҙгә эләгә алманым.
Мин Ленин хаҡындағы хәтерләүҙәрегеҙҙе ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. Һеҙҙең хәтирәләрегеҙ, Лениндың туғандарына яҙған шәхси хаттар миңә бик ныҡ ярҙам итте. Быларҙан тыш та күп кенә иҫтәлектәр, хаттар уҡыным. Фильмдар, кинохроникалар, Мәскәү постановкаһын ҡараным. Мәскәү, Ульяновск һәм Ленинград музейҙарында булдым.
Миңә уның эмиграциялағы тормошо хаҡындағы материалдар кәрәк (ни менән барған, хатта нисек кейенеүенә тиклем асыҡлар­ға). Эмиграция тормошо хаҡындағы иҫтәлектәрҙең иң ҡәҙерле һәм иң яҡынын һайлап алырға ине. Мин поэмала тере Ленин булыуын, эмиграцияның тик Ленин эмиграцияһы икәнен күрһәтергә теләйем. Был теманың яуаплылығын ныҡ тоям һәм ҡыйынлыҡтарҙан һис ҡурҡмайым. Бының өсөн көсөмдө лә, һаулығымды ла, белемемде лә, тырышлығымды ла йәлләмәйәсәкмен. Минеңсә, быға тиклем яҙылған поэмалар Ленинды төҫһөҙ сағылдыра ине. Мин үҙемә ҙур бурыс йөкмәйем. Тормошта оло һәм ҡоласлы әйберҙәргә ынтылырға кәрәк һәм уларҙы тыуҙырырға мөмкин.
Беҙҙең кеүек Ленинды күрмәгән кешеләргә уның хаҡында яҙыу бик ауыр. ҡайһы саҡ тере Ленинды күрмәгәнең өсөн шул тиклем әрнеүле була.
Надежда Константиновна, миңә һеҙҙең кәңәштәрегеҙ бик ҡәҙерле буласаҡ. Һирәк осрай торған иҫтәлектәрҙе, фотоларҙы, альбомдарҙы күрһәтһәгеҙ, уларҙың, бигерәк тә, эмиграция тормошон, ҡасан һәм ҡайҙа баҫылғанын әйтһәгеҙ икән.
Мин һеҙгә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә теләр инем. Һеҙҙең иҫтәлектәрегеҙ бик ҡәҙерле буласаҡ, уларға яуап алырмын, тип ышанам.
Һеҙҙең яуабығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәм.

Сәләм менән башҡорт шағиры:
М. Хәй.
Минең адрес: Өфө, Салауат урамы, 28, кв. 2».
Хаттың датаһы юҡ, әммә ул 1938 йылда яҙылған булырға тейеш. Сөнки шағир ошо йылдар алдынан поэма өҫтөндә мөкиббән китеп эшләй. Хат ебәрелгәндерме, уға Н. Крупская яуап биргәндерме – шағир ҡомартҡылары аша быны әйтеү ҡыйын. Әммә бер көндәлегенән шул асыҡ: М. Хәй Надежда Константиновна янына үҙе барған. Ленин хаҡында һорашҡан. Рус телендә яҙылған бер хәтерләүендә Крупская менән осрашыуы, уның Ленин йәшәгән, эшләгән бүлмәләр­ҙе күрһәтеүе, иҫтәлектәре хаҡында тулҡынланып яҙа. Был уның Мәскәүҙә (1937 йылдың февраленән 1938 йылдың февраленә тиклем) партияның Үҙәк Комитеты эргәһендә ойошторолған редактор-тәржемәселәр курсында уҡыған осорона тура килә.
М. Хәй, ҡайҙа ғына уҡымаһын, нимә генә эшләмәһен, замандың, илдең республиканың оло ваҡиғалары менән йәшәй, уларҙы күреп ҡалырға, күңеленән үткәрергә ынтыла, ижадының төп сығанағын шунан таба. Шағирҙы бер ауырлыҡ та ҡурҡытмай. Йәшәүенең мәғәнәһен бер көндәлегендә шулай билдәләй: «Ауырлыҡ һәм рәхәтлек – икеһе йәшәп торған әйберҙәр икән. Еңел йәшәү, гел еңел юлды һайлап барыу – мещан рәхәтлеге. Ауырлыҡ, ауырлыҡты еңеп сығыу – йәшәү шарты. Сөнки ысын йәшәүҙә ауырлыҡ булмау мөмкин түгел. Шуны еңеп йәшәү – ысын иреклек».
Бер ҡарағанда, М. Хәйҙең поэтик мираҫы ҙур ҙа түгел. Ул башланасаҡ һоҡланғыс шағир ғүмеренә һәм ижадына бер инеш һүҙ генә кеүек. Ләкин ниндәй талантлы, ниндәй ҡоласлы һүҙ ул! Әгәр ул дауам итһә, Бөйөк Ватан һуғышы башында уҡ өҙөлмәһә…
Шағир, башта әйткәнемсә, үҙ ғүмерен алдан төҫмөрләгәндер, күрәһең, бөтәһенә өлгөрөргә, ижад итергә, мәғәнәле йәшәп ҡалырға ашҡынған:
Эх, йәшәһен кеше өлгөрөүе,
Эх, йәшәһен тормош көлөүе,
ҡояш төшә шул саҡ яныңа.
Хистәр ташып тула күңелемә.
ҡарар итәм: ҡыҫҡа ғүмеремдә
Бер биш ғүмер йәшәп ҡалырға.
Быны М. Хәйҙең һоҡланғыс тормош һәм ижадынан, көндәлек һәм хаттарынан, дуҫтарының күңел йылыһы менән яҙылған йөрәк иҫтәлектәренән күреп-тойоп була.
Һүҙемде М. Хәйҙең Сәғит Агишҡа яҙған бер хатынан башлағайным. ҡәләмдәш дуҫына яҙған икенсе бер хатында уның үҙ-үҙенә өндәшеп әйткән шундай һүҙҙәре бар: «Хәй иптәш, ашыҡ, шәберәк атла…»
Юҡҡа ғына саҡырмаған шағир үҙ-үҙен: ашығып йәшәне, тормошта ла, ижадта ла башҡаларға ҡарағанда шәберәк атланы, яҡшыраҡ эшләне һәм йәшәне. Ватаны өсөн яуҙа йәнен фиҙа ҡылды, уҡыусылары күңелендә һоҡланғыс шағир булып ҡалды.
Иҫ киткес ғүмер өлгөһө был!

Риф МИФТАХОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”