02.08.2011 Ябай ҙа, ихлас та, кешелекле лә ине
Фатима Мостафина заманында бик күптәргә эскерһеҙ ярҙам итте
Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы Мостафина беҙҙең Башҡортостан ынйыһы − Асылыкүл буйҙарын бик яратҡан. Дәүләкән яҡтарында ул бер нисә тапҡыр була.
Ул мәғариф министры булған дәүерҙә Башҡортостанда мәктәптәрҙең ниндәй темпта һәм күпме асылыуын Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Президент булған осорҙа мәктәптәрҙең күпләп төҙөлөүе менән сағыштырырға мөмкиндер.
Дәүләкән районының ҡыҙрас мәктәбен дә асырға килә ул. Туғаны Рәшиҙә (уның әсәһе Әлфиә менән Фатиманың атаһы Хәмиҙулла бер туғандар) ошо яҡтарға килен булып төшкәнгәлер, Фатима инәй был ерҙәрҙе үҙ итә, бигерәк тә уны Асылыкүл буйҙары һоҡландыра.
− Беҙгә ҡунаҡҡа килгәндә, Ғәни еҙнә бесән өҫтөндә йоҡларға ярата ине,− тип һөйләй әсәйем,− ә Фатима апайым, әйҙә, йәйәү генә Асылыкүлгә барып киләйек, тип, мине йәһәт кенә өйҙән алып сығып китә ине. Беҙ ялан аяҡ, тыуып үҫкән Ырғыҙ буйҙары, бәләкәй саҡ мажаралары тураһында бөтмәҫ иҫтәлектәр ебен һүтә-һүтә, Асылыкүл яғына яйлап ҡына атлай ҙа атлай инек… Күл буйына килеп етәбеҙ ҙә, кинәнеп, ҡолас ташлап һыуға сумабыҙ. Ырғыҙҙыҡы кеүек йомшаҡ бит әле Асылыҡай һыуы, тип көлә-көлә йөҙә ине апайым.
Фатима инәйҙең атаһы Хәмиҙулла олатай менән Әлфиә өләсәйем Кинйәғол ауылынан. Хәмиҙулла олатайҙы уҡытыусы итеп Диңгеҙбай ауылына ебәрәләр. Унда ул күңеленә хуш килгән ун алты йәшлек Ғәзизә исемле матур ҡыҙҙы осратып, кәләш әйттерә. Ғаиләлә өс бала донъяға килә. Улдарына − Әнүәр, ә ҡыҙҙарына Фатима һәм Майгөл тип исем ҡушалар.
Ғөбәй Дәүләтшин менән Хәмиҙулла Мостафин бик дуҫ була. Коммунистар сафына ла бергә инәләр. Аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында Хәмиҙулла олатай, аҡса эшләргә тип, ҡаҙағстан яҡтарына китергә мәжбүр була. Бер байҙың балаларын уҡытырға яллана. Ғаиләһенә эшләгән аҡсаһын ебәреп тора. Бер нисә ай үткәс кенә ҡатынын һәм балаларын үҙ янына саҡырырға мөмкинлек тыуа. Ә инде дуҫы Ғөбәй Дәүләтшин Өфөгә барып урынлашҡас, ул Хәмиҙулланың ғаиләһен үҙ янына ала.
Һамар башҡорттары үҙҙәренең үтә лә ҡунаҡсыл булыуы менән башҡа милләттәштәребеҙҙән айырылып тора. Ул яҡтарға барһаң, һине өй беренсә ҡунаҡ итмәйенсә ҡайтармайҙар. Әсәйем Ырғыҙ буйында тыуып үҫкәс, бала саҡтан уҡ ул яҡтарға йыш барырға тура килә. Барып етеүең була, һә тигәнсе тирә-яҡ: ʺБашҡортостандан ҡунаҡ килдеʺ, − тигән хәбәр менән тула. Иртәгәһен бер-бер артлы һәр хужабикә һине мәжлескә саҡыра башлай… Иҫ китмәле был күренеш Һамар башҡорттарында ʺҡунаҡ алыуʺ тип атала.
Ырғыҙ буйы башҡорттары шулай уҡ бик ярҙамсыл. Бер-береңә ярҙам итеү − бында ғәҙәти йола. Ауыр аслыҡ заманында Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар Фатиманы әсәһе Ғәзизә менән Өфөгә алып килеп, данлыҡлы Ленин мәктәбенә уҡырға урынлаштырып, йәшәргә йорт табып биргән кеүек, Фатима үҙе лә, үҫеп аяҡҡа баҫҡас, ауыр хәлдә ҡалған бик күп яҡташын Өфөгә саҡыртып, балаларын – мәктәптәргә, атайһыҙ ҡалған етемдәрҙе балалар йорттарына урынлаштырған.
Зәйнәб инәй Диңгеҙбай ауылында тыуып үҫкән. Әле ул Өфөлә, ҡыҙының ғаиләһе менән йәшәй. Мин килгәндә, төшкө намаҙын тамамлап ҡына тора ине.
− Ваҡытында килдең, балам, намаҙымды ла уҡырға өлгөрҙөм, − тип йылмайып ҡаршы алды инәй.
− Ирем фажиғәле вафат булғанда яңғыҙым биш бала менән тороп ҡалдым, ә алтынсыһына йөклө инем. Төпсөк улым атаһы үлгәс кенә донъяға килде. Рәхмәт Фатимаға, нисек йәшәргә инде, тип ҡайғыға батҡан сағымда, хәлемде туғандарынан ишетеп, мине бөтә балаларым менән Өфөгә алып килде. ҡайһыһын – балалар йортона, ҡайһыһын интернатҡа урынлаштырҙы. ҡалған бәләкәйҙәрем менән бергә йәшәргә бүлмә тапты. Шулай итеп, уйламағанда, донъям яҡтырып, йөҙөмә нур ҡайтты һәм яйлап баш ҡалала үҙләштек, тамыр йәйҙек… Фатиманың ярҙам итмәгән кешеһе булмағандыр. Ул ярҙам иткән балалар вуздарҙа уҡып, артабан уҡымышлы, дәрәжәле кешеләр булып китте. Ә мин үҙемдең һәм балаларымдың исеменән мең рәхмәт әйтеп, көн дә уға арнап доғалар уҡыйым. Аллаһы Тәғәлә доғаларымды ҡабул итһен, Фатиманың ауыр тупрағын еңеләйтһен, уны йәннәткә илтһен, – тип теләктәрен теләне Зәйнәб инәй.
Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, халҡым, тип янып йөрөгән оло рухлы кеше була Фатима Мостафина.
− Үҙ телеңде яҡшы белеү мотлаҡ, тип өйрәтте һәр саҡ, − ти, Фатима инәйҙе иҫләп, Диңгеҙбай ауылынан Айгөл Йәғәфәрова. – Ваҡытында Надежда Крупская менән осрашҡан Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы сәйәси яҡтан белемле, һәр саҡ асыҡ фекерле, киң күңелле кеше булды. Беҙҙең ғаиләгә лә күп ярҙам ҡулы һуҙҙы. Мин бәләкәй саҡта атайым һәм әсәйем менән уларҙа йыш була торғайным. Залдарында пианино тора ине. Йыш ҡына Ғәни ағай мине шул пианино эргәһенә саҡырып ала ла, алдына ултыртып, уйнарға өйрәтә. Ә әсәйем менән Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы йә баҡсала һөйләшеп ултыра, йә урамда йөрөр ине.
Эйе, Фатима инәй башҡорт теленең сикһеҙ байлығы, нескәлеге тураһында йыш һөйләне. Ә башҡорт балаһының рус телен, башҡа телдәрҙе белеүе уны донъя кимәлендә үҫешеүенә килтерә, тигәйне.
Бик күп йылдар элек Фатима Хәмиҙулла ҡыҙына дәүләт делегацияһы менән Төркиәгә барырға тура килә. Ни сәбәптәндер, тәржемәсе яндарында булмай сыға. Башҡорт ҡыҙы Фатима Мостафина, делегация вәкилдәрен хайран ҡалдырып, шартлатып төрөксәнән руссаға тәржемә итә һала.
Асыҡ хәтерле, тырыш инәйебеҙ, үҙенә ҡарата талапсан булған кеүек, башҡаларға ҡарата ла талапсан булды. Әгәр шундай холоҡло булмаһа, юғары үрҙәргә етә алыр инеме?
Фатима инәй һәр саҡ кешеләргә ярҙам итеү, милли кадрҙар әҙерләү, ил мәнфәғәтен яҡлау, уны белемле балалар менән байытыу һәм үҫтереү уйы менән янды. Һәм шуға өлгәште лә. Ул асҡан милли мәктәптәрҙең ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүе һәр кемгә асыҡ. Хатта һаҡлыҡ банкыһында йыйылып килгән аҡсаһын да ул етемдәр йортона бирергә йыйынған. Был донъянан киткәс, ул аҡса, Фатима Мостафина теләгәнсә, үҙ адресына еткерелә. Иҫ китмәле оло йөрәкле бәләкәй генә ҡатын ошондай бөйөк эштәр эшләп ғүмер иткән, әллә күпме белем усағы дөрләткән. Һәм ул усаҡтарҙан алынған белем меңәрләгән бала йөрәгендә урын алып, бөгөн дә яныуын дауам итә…
Ағаһы, ҡыйыу летчик-штурмовик Әнүәр Мостафин Мәскәүҙе фашистарҙан һаҡлау барышындағы аяуһыҙ яуҙан әйләнеп ҡайтмағас, Фатима инәй улына уның исемен бирә. Һәм йыл да, саҡырыу ҡағыҙы алыу менән, ул Мәскәү янына Еңеү көнө тантанаһына ашыҡты.
Зәйнәб инәйҙәр йортонан сыҡҡас, уның һөйләгән хәтирәләре тәьҫиренән оҙаҡ ысҡына алманым. Электән дан тотҡан легендар 1-се интернат- мәктәпкә уҡырға ингәндән алып үҙ йортома әйләнгән Өфөм урамдары буйлап бара-бара, һиҙмәҫтән Фатима инәйҙең яратҡан һуҡмаҡтарынан йәшәгән урамына килеп сыҡҡанмын.
Эйе, ул йәшәгән өй хәҙер юҡ. Уның урынында бейек-бейек заманса йорттар теҙелгән. Ә мин Фатима инәйҙең кистәрен йөрөргә яратҡан һуҡмаҡтары буйлап, уның рухына арнап ҡөрьән сүрәләрен эстән генә уҡый-уҡый, үҙем йәшәгән йортҡа табан атланым.
Гөлсирә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.