28.06.2011 200 йыллыҡ еңеүгә әҙерлек бара
БР Хөкүмәте ҡарары менән Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек буйынса республика комитетының составы раҫланды.
Уны Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкләй. Юбилейға әҙерлек ил кимәлендә бара, дәүләт комиссияһы 2007 йылдан уҡ эшләй.
Ул йылдарҙағы һуғыш хәрәкәте беҙҙең илдең биш төбәгендә бара, хәҙерге Рәсәйҙең 34 субъекты халҡы яуҙарҙа ҡатнаша, матди ярҙам күрһәтеүгә, аҙыҡ һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә өлөш индерә. Башҡортостан иһә Ватан һуғышына 29 полк ебәрә. 200 йыллыҡ ҙур датаға бәйле республикала саралар планы раҫланған, бөгөн уны бойомға ашырыу өсөн министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың үҙ-ара бәйләнеш механизмдары, финанслау сығанаҡтары ҡарала.