RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » 2 сентябрҙе лә оноторға ярамай

04.09.2010 2 сентябрҙе лә оноторға ярамай

Икенсе Бөтә донъя һуғышы – кешелек тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ҡанлы ваҡиға. Унда булған 73 дәүләттең 62-һе ҡатнашҡан. Хәрби хәрәкәттәр өс ҡитға биләмәһендә, дүрт океан һыуында барған.
Беҙҙең ил яугирҙарының күбеһе өсөн һуғыш 1945 йылдың 9 майында бөтмәгән, ә 2 сентябргәсә дауам иткән. Был көндө Японияның һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһында актҡа ҡул ҡуйыла. Совет дәүерендә тарих китаптарында ошо еңеүгә ярты бит кенә урын бирелә, рәсми рәүештә бер ҡасан да билдәләнмәй. Юғалтыуҙар ҙа, әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек булмай. Быйыл ғына Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында» Федераль за­конға үҙгәрештәр индереп, ҡул ҡуя. Унда яңы иҫтәлекле дата билдәләнгән: 2 сентябрь – Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамлан­ған көн.
Әйткәндәй, ошо уңайҙан Өфөләге Ленин исемендәге паркта митинг уҙғарылды, А. Матросов һәйкәленә сәскәләр һалынды. Са­рала ҡатнашҡан һуғыш ветераны Зәйнәғи ҡанбәков 1945 йылдың майындағы еңеүҙән һуң Алыҫ Көнсығышта яу юлын үтеүе хаҡында һөйләне. Митингыға БР Эҙәрмәндәр отрядтары фонды вәкилдәре, балалар һәм йәштәр ойошмалары ағзалары килгәйне. БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А. Никерин, эҙәрмәндәр тарафынан хәбәрһеҙ юғалған күп яугир­ҙың исеме асыҡланғанын билдәләп, республика Хөкүмәте ҡушыуы буйынса фондҡа автомобиль асҡыстары тапшырҙы. Бынан тыш, Башҡортостандағы 17 эҙәрмән отрядының эш һөҙөмтәлелеген күтәреүсе металл эҙләү ҡорамалы ла буласаҡ.
Беҙ үткән һуғышта еңдек. Әммә тиҫтәләрсә мең билдәһеҙ һалдаттың ҡалдыҡтарын табып, кемлеген асыҡлайһы бар әле. Эҙәрмәндәргә эш күп. 2 сен­тябрҙе лә оноторға ярамай.

Эльвера ХӘЙБУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”