RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Оло маҡсатҡа ирешкәндә

29.03.2011 Оло маҡсатҡа ирешкәндә

Оло маҡсатҡа ирешкәндәДимдә атлы ғәскәр һуғыш алымдарын өйрәнә. Бер төркөмө һыбай саба. Урмандар, яландар шаулап тора. Бер төркөм, «Ура!» ҡысҡырып, «һөжүм»гә бара, икенселәре оборона тота. ҡылыс һелтәп атта сабыусылар тау артынан килеп сыға ла күҙ асып йомғансы урманға инеп тә юғала.
Ысын һуғыш уйындары кисә-бөгөн уйлап сығарылған алымдар түгел, быуаттар дауамында тупланып килгән тәжрибә. Командирҙар уларҙы йылдар буйы өйрәнә, ә фронттарҙа ҡара тир һәм ҡайнар ҡан түгеп раҫлай.
Әйткәнебеҙсә, дивизияға, башлыса, хәрби әҙерлеге булмаған ирҙәр саҡырыла. Уларҙың белем кимәле лә түбән. Барлыҡ һалдаттарҙың (рядовойҙар) 336 проценты бөтөнләй белем­һеҙ, 35 проценты аҙ белемле. Эйе, халыҡ хужалығында ең һыҙғанып эшләгән булғанлыҡтан, был категория Осоавиахим һәм хәрби комиссариат ҡарамағына саҡырылмаған. Шуның өсөн дә уларға, эшләгеҙ, фронтты тәьмин итеп тороғоҙ, һеҙ тылда кәрәк, тип бронь бирелгән.
Дөйөм белем кимәленә килгәндә лә, маҡтанырлыҡ түгел. Рядовойҙарҙың 41 проценты башланғыс белемле, ә 14,6 проценты бөтөнләй белемһеҙ. Ә хәрби уставты үҙләштереү белем талап итә.
Был һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп сыҡҡан командирҙар хәрби уйындарҙы ойоштороуҙа традицион алымдарҙан артығын ҡулланырға мәжбүр. Әйтәйек, бер сама белемгә тартыу, урыҫса өйрәтеү, дөйөм хәрби дисциплина, ат ҡарау тәртиптәренә күндереү...
Тарихи формуляр тип атала төп документтар­ҙың береһе. Ул – ҡалын журнал, ғәскәри частың биографияһы, йылъяҙмаһы. Шуныһы айырым-асыҡ әйтелгән: «Личный состав һуғыш уйындарында ағастан үҙҙәре эшләгән макеттар­ҙы ҡулланды». Аңлашыла, фронттағы һалдаттарға ҡорал етешмәй, ә тылдағылар сараһыҙҙан ана шулай ағас мылтыҡҡа риза булып торорға тейеш.
Дивизия ойошоуына бер ай ҙа үтмәгән, сержанттар мәктәбе эшләй. Отделение командир­ҙарын һуғыштан ҡайтарып булмай бит инде. Полк мәктәбе тип атала ул һәм һәр полкта бар. ҡылыссылар взводтары, артиллерия, пулемет, миномет расчеттары, элемтә һ.б. махсус взводтар һәр береһе үҙ һөнәрен өйрәнә.
Комдив Шайморатов бер көн киң яланда бер төркөм һалдат тупланып торғанын күрә. Яҡын килһә, аптырап китә: граната ырғытыу күнекмәһе бара икән. Күмәгенә – бер ағас граната. Берәү бәрә, ҡалғандар көтә.
«Иртәгә кәм тигәндә 10 граната булһын! Тикшерермен!» – ти ул взвод командирына. Ә үҙе эргәһендәге бер офицерҙы ашығыс бойороҡ менән ҡайтарып ебәрә. Иртәнгә саҡлы токарь станогын эшкә ҡушып, етерлек күләмдә «граната» менән тәьмин итергә тигән бойороҡ бирелә. Ләкин станокты табыуы икеле. Әммә бойороҡ үтәлергә тейеш. ҡайҙандыр станок табыла. Таң атып килгәндә уны тулы ҡеүәтенә эшләтә башлайҙар.
Ә теге взвод командирына килгәндә, ул да көрсөктән сығыу юлын таба һәм күнекмәләрҙе тейешенсә ойоштороп, комдивтан рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Шайморатов бер кемде лә хурламай. ҡәтғи приказ бирә. Үтәлешен тикшерә. Кисә ауылдан килгән һалдаттарға яңы тормош­ҡа өйрәнеү, ай-һай, ауыр була!
Бына, кемдер, башҡорт ат тәрбиәһен белмәй, тип әйтер. Белә. Нисә мең йыл тупланған тәжрибәһе бар. Ләкин ғәскәри часта таланттар икенсе төрлө. Аттар дөйөм һарайҙа, ләкин ул махсус төҙөлгән түгел, яраҡлаштырылған. Ә етмәгән хәтлеһе... боҙҙан ҡойолған. Ат тәрбиәһе бында ветеринария, зоотехния талаптарына бәйле. Тейешле шарттар үтәлмәү сәбәпле, малҡайҙар сиргә һабыша башлай. ҡайһы береһе ҡасып китә. Шайморатов һәм полк командирҙары ат ҡарау тәртибен беренсе план­ға ҡуя. Атлы һалдат иртән күҙен асыу менән, аты янына йүгерә. Аҫтын йыйыштыра, алдына һала, һыу эсерә, щеткалап таҙарта, тағы әллә нимәләр эшләп бөтөрә. Шунан һуң ғына донъяла үҙе лә бар икәнде хәтеренә төшөрә.
Мин, беренсе синыфта уҡыған малай, ул йылдарҙы иҫләмәйем. Хәтерҙә иң ныҡ уйылып ҡалғаны – һалҡындар. Имән япрағын көҙ алмай ҡышланы. Үҙе йәмһеҙ, ялбыр булыр ине, елдә йә шыңшып, йә үкереп илағандай ишетелә. ҡоштар осоп барышлай ҡолап төшә. Беҙ, бала-саға, ауыҙҙа төкөрөктөң туңғанын мәрәкә күрәбеҙ.
Немец ғәскәрҙәре Советтар Союзының баш ҡалаһы Мәскәүгә килеп еткәйне бит. Донъяға «Иртәгә алабыҙ!» тип һөрән һалғандарында, совет ғәскәрҙәре фашистарҙы кире ҡыуа китмәһенме! Немецтар бөтә машиналарын, ҡоралын, урлап, талап туплаған мөлкәтен ташлап ҡасты. 150 – 200 километрға артҡа сигенде. «Беҙҙе «генерал Мороз» ҡыуҙы», – тип аҡланмаҡсы булып ҡаранылар. Уныһы ла дөрөҫлөккә тура килә биреп ҡуя. «Блицкриг»тың йәйге айҙарҙа тамамланасағын белгән Гитлерҙың ғәскәре ҡышҡа әҙер түгел ине. ҡышҡы һалҡындар немец һалдаттарын эт итте.
Башҡорт атлыларына килгәндә, 15 февралдә Күсимов полкында саңғы ярыштары була. Юғарынан бойороҡ көтмәй, уны үҙе ойоштора. Комиссар Сәғит Әлибаев саңғы табып килтерә. Ярыштар – 10 һәм 15 километрға. Күсимов финишҡа беренсе булып килә. Ялан ҡул, башында ла еңелсә башлыҡ. Саңғы етмәгәндәр йүгереп ярыша. Шайморатов спорт ярыштарын ысын күңелдән хуплай. Ул үҙе лә спортсы. 20 февралдә зачет занятиелары була. «Полк оборонала» һәм «полк һөжүмдә» темалары ҡарала. Йәшерен хәрәкәт, ут асмайынса «дошман»ды еңеү һ.б.
һынауҙар уңышлы үтә һәм дивизия СССР Оборона Халыҡ комиссариатына тапшырыла. Ул ысын мәғәнәһендә ғәскәри берләшмәгә әүерелә.
Дәүләт оборона комитеты ағзаһы К. Во­рошилов етәкселегендәге комиссия ла, дивизияның фронтҡа китергә әҙерлеге етерлек, тип раҫлай.
1942 йылдың 29 марты – тарихи көн – Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Р. К. Ибраһимов (ул да атлы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән, эскадрон командиры) тантаналы шарттарҙа ҡыҙыл Байраҡ тапшыра. Байраҡты үбеп, Шайморатов дәүләт һәм хөкүмәт вәкилдәре, барлыҡ яугирҙар алдында улар исеменән ант итә: «Был Байраҡты данлап, беҙ дошманды тар-мар итербеҙ һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ».
Дивизия фронтҡа китергә әҙерләнә башлай.
Фәрит ВАХИТОВ,
республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”