RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

15.03.2011 Үҙ кеше ине...

Үҙ  кеше ине...ҡалыптар араһында тыуып, ҡанундар араһында ҡыҫылып үҫкән быуын беҙ. Барыһы ла бер иштән кейенеп, бөтәһе лә бер төрлө фекерләгән осорҙа формалашҡанбыҙ. Юҡ, заманды яманларға йыйынмайым – совет йәмғиәтенең социаль ғәҙеллеге һөҙөмтәһендә уҡып кеше булғаныбыҙҙы яҡшы аңлайым һәм таныйым. Һүҙ башҡа юҫыҡта: заман башҡа – заң башҡа. Бар халайыҡ бер төрлө була алмай икән, баҡһаң (“Бер аяҡтан атлағанда күмәк – /емерелә күпер – мәғәнә”. Ғ. Ишкинин). Болондоң да йәме сәскәләрҙең төрлөлөгөндә. Күп тапҡыр ҡабатланған хәҡиҡәт был, тиһегеҙҙер. Ысынлап та… Тик ниңә һуң һаман башҡаларҙы үҙебеҙгә оҡшатырға теләйбеҙ, ни эшләп башҡаса уйларға, эшләргә, яҙырға теләгәндәрҙән тиҙ үк “ала ҡарға” яһарға маташабыҙ (“Баш йыуып ҡына таҙармай/ Мейегә һеңгән бысраҡ”. Ғ. Ишкинин)? Ғилман һәр даирәлә лә сит булманы, тик бер ерҙә лә үҙ кешегә лә әйләнмәне. Көтөүҙән ситтәрәк йөрөнө ул. Айырылып та китмәне. Барыһы менән дә тиң булды, әммә берәү менән дә тиңләшмәне, самалашманы. Әллә яҙмышындағы яңылышлыҡтарҙан кәмһенеңкерәнеме икән? Әммә, оло ағай әйтмешләй, шул яңылышлыҡтар унан шағир яһаны бит, хаталары философ итте. Хәйер, философлыҡ тураһында… Һуңғы йылдарҙа Ғилман китап уҡыу менән үтә лә мауығып китте. Рус әҙәбиәтен, донъя классикаһын… ҡомһоҙланып уҡыны... Сал сүллектә сарсап һыуға туя алмаған мосафир ише. Тик… Күберәк уҡыған һайын аҙыраҡ яҙҙы. Бының нилектәнлеген үҙе лә аңламаны, аңлатманы ла. Башҡаса уйлағанға, яҙғаны башҡаларҙыҡына оҡшамағанға кәмһеттеләрме уны? Әйткеләнеләр, тәнҡитләнеләр, оялтып ҡаранылар, тик кәмһетмәнеләр. Сөнки кәмһенмәне Ғилман. Бар үҙгәреште еңел ҡабул итте ул. Күтәрелеп китеүгә лә еңел ине. Һирәк дуҫтар уның кеүек ете төн уртаһында башҡаларға ярҙам итеү өсөн Башҡортостандың бер осонан икенсеһенә сығып китә ала. Ә ул кемделер бәләнән йолорға йәһәннәмдең үҙенә инергә лә әҙер ине.
Юлда вафат булды Ғилман. Әгәр ҙә бәғзе үлемдә хаҡлыҡ булыуы ихтимал икән (бәлки, бар хаҡлыҡ шунда ғыналыр), уның ғүмер һуңында ла мәғәнә барҙыр. Дауахананың стериль шарттарында докторҙарҙан осаһын тишкеләтеп, йә йылы өйҙә йомшаҡ түшәктә, яҡындарын ҡаңғыртып, оҙаҡ сырхап ятып, тәҙрә аша йондоҙҙарға моңайып ҡарап хушлаша торған кеше түгел ине ул. “Шағирҙың вафаты ла уның ижадының дауамы”, – тигән классик. Бәлки, сағыштырыуым яңылыштыр. Әҙәми затҡа яңылышыу хас, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Һәм ғәмһеҙлек, битарафлыҡ… Бәлки, аҙыраҡ аралашҡанбыҙҙыр, һирәгерәк шылтыратҡанмындыр. Ғәфү ит, дуҫым!
P.S. Салауат, Дамир һәм мин фәҡирегеҙ Ғилманды ерләргә китеп барабыҙ. Төнәп сығырға юлда ҡустыма һуғылдыҡ. Кис буйы һөйләшеп сыҡтыҡ. Кемебеҙҙең ауыҙынан сыҡҡандыр был һорау, әммә ул ап-асыҡ хәтеремдә: “Беҙгә ошолай итеп, ниһайәт, бергә йыйылышып, һәүетемсә аралашып, әҙәбиәт, шиғриәт хаҡында иркенләп һөйләшеп ултырыр өсөн Ғилмандың вафаты кәрәк булдымы ни?” Һорауы иҫемдә, ә яуабы – юҡ. Бәлки, булмағандыр ҙа…
Азамат ЮЛДАШБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”