RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Исеме тарих битенә уйылған

08.03.2011 Исеме тарих битенә уйылған

Cоветтар Союзы Геройы Миңлеғәле ҒӨБӘЙҘУЛЛИНДЫҢ тыуыуына – 90 йыл
Исеме тарих битенә уйылған1944 йылдың 8 мартында Украинаның Херсон өлкәһе Дудчаны ауылы өсөн барған бәрелештә башҡорт егете, лейтенант Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Ошо батырлығы өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Миңлеғәле Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллин хәҙерге Миәкә районының Өршәкбаш-ҡарамалы ауылында 1921 йылдың 8 мартында донъяға килә. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Шиғырҙар яҙа. 1940 – 1941 йылдарҙа нефть техникумында уҡый. Тиҙҙән ҡыҙыл Армияға алына (1942 йылда), хәрби училищеның тиҙләтелгән курсын тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ фронтына ебәрелә. 1943 йылдың июленән ике ҡыҙыл Байраҡ орденлы Суворов пулемет взводы командиры булараҡ һуғышта ҡатнаша. Ике мәртәбә яралана. Үҙенең тыуған көнөндә офицерҙар араһында беренсе булып юғарыла әйтелгән тиңһеҙ ҡаһарманлығын күрһәтә.
Батыр яҡташыбыҙҙың исеме – мәңгелек. Өфө һәм Борислав ҡалаларында, Дудчаны ауылы урамына, Өфөләге бер кинотеатрға Ғөбәйҙуллин исеме бирелгән. Миәкә районының Өршәкбаш-ҡарамалы, ҡырғыҙ-Миәкә ауылдарында, Херсон өлкәһендә «Чернофлотец» колхозында һәм Өфө ҡалаһында уға һәйкәл ҡуйылған. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың уның тормош һәм батырлыҡ юлын сағылдырған «Тыуған көн» исемле күләмле романы донъя күрҙе. Әҫәр бер нисә телгә тәржемә ителде. Башҡорт, украин һәм башҡа милләт шағирҙары яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығын данлаған байтаҡ поэтик әҫәр ижад итте. Бөгөн уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Миң­леғәле Ғөбәйҙуллиндың шиғырҙары менән Херсон өлкәһендә тыуған һәм заманында ошондағы яҙыусылар бүлексәһенә етәкселек иткән Микола Братан менән Леонид Кулиштың геройға арналған шиғыр­ҙарының башҡортсаға тәржемәләрен тәҡдим итәбеҙ.
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың шиғырҙары

Ауылыма

Һиндә тыуҙым, ауылым, һиндә
үҫтем,
Гүзәл тәбиғәттең эсендә.
Төрлө уйын уйнап, йырҙар йырлап
Иртәһен дә һәм дә кисен дә.
Һыҙылып аҡҡан Өршәк
буйҙарында
ҡармаҡ һалдым, балыҡ ауланым.
ҡыш көнөндә колхоз ҡырҙарында
Аҡбай менән ҡуян баҫтырҙым.
ҡарап тора инем һыуҙарыңдың
Боролоп-боролоп алға аҡҡанын.
Иртә таңдан тороп һандуғастың
Һайрай-һайрай ҡанат ҡаҡҡанын.
Бара инем йәшел урманыңа
ҡыҙарып бешкән еләк йыйырға.
Хәтфә йәйгән киң-киң туғайҙарҙа
Бесән йыйып, кәбән ҡойорға.
Онота алмам, ауылым,
һағынырмын,
Айырылып һинән киткәндә.
Иҫкә төшөрөп йыр йырлармын
Һинең яҡтан елдәр иҫкәндә.

Һандуғасым

Һандуғастар һайрай,
ҡарлуғастар оса
Һыу буйҡайҙарында, урманда.
Улар ҙа бит йәшәү йәмен таба,
Йырҙар йырлай эсе бошҡанда.
Һандуғасым, йән киҫәгем,
өйрәтһәңсе
Гүзәл тормош серен аңларға.
Булдырыр инем мин дә, һинең
кеүек,
Көнөн-төнөн йырҙар йырларға...

Һылыуыма

Эй, һылыуым, йән киҫәгем,
Өҙөлөп һөйәм һине мәңгегә.
Алыҫтарға китеп йөрөһәм дә,
Һин булырһың бергә гел генә.

ҡайҙа ғына барһам, ниҙәр күрһәм,
Һин китмәҫһең минең йөрәктән.
ҡәбәхәт һуғыш беҙҙе айырһа ла,
Осрашырбыҙ әле ҡабаттан.

Мөхәббәтең миңә дәрт өҫтәй:
Еңеүҙәргә әйҙәй, етәкләй.
Алыҫтағы яҡты йондоҙ кеүек,
Йәшлек тормошомдо биҙәкләй.

Көт һин, бәғерем, саф күңелдән,
Мөхәббәткә бысраҡ төшөрмә.
Бул тоғро һөйөү-һөйөшөүгә,
Башҡаларҙы яҡын ебәрмә.

Һинең өсөн утҡа, һыуға
Әҙермен мин һәр саҡ инергә.
Тик бир миңә бер вәғәҙә:
– Көтөрмөн, – тип, – һине ғүмергә.
1941 йыл.

Микола БРАТАН

Иҫтәлеге беҙҙең йөрәктә

ҡар һыуҙары шаулап аҡҡан мәлдә
Йөрәген ташлап дзот тамуғына,
һалдаттарын алға саҡырып,
Миңлеғәле ауған был яландан
ҡар һыуҙары аға атылып...
Ул саҡта ла зәңгәр күктәр буйлап
ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып килгәндәр...
Һуңғы сәғәт, һуңғы минуттарҙа
Ул яңынан: «Алға!» – тигәндер.
Днепр һәм яҙ уның шаһиттары:
Взвод нисек алға барғанға.
Күк Уралдың сая бер егете,
Бөркөт булып, яуҙа ауғанға...
ҡылыс төҫлө обелиск тора,
Ян-яғына гөлдәр һибелгән...
Йә, кем әйтер: ҡайһы ергә бында
Башҡорт ҡаһарманы күмелгән?..
Ул ҡәберҙе минең ҡустым тапты,
Һеңлем килде венок һалырға...
Алыҫтағы әсәһе лә белһен:
Улы йоҡлай Днепр ярында...
Балҡый бөгөн алтын исеме лә
Еңелмәгән изге төйәктә.
Башаҡ шаулауына ҡушылып
йырлай
Иҫтәлеге беҙҙең йөрәктә!
1971 йыл.

Леонид КУЛИШ

ҡаһарман ҡәбере
(Баллада)


Бер ҡәбер далала
Сәскәгә төрөнә.
Һәр кемгә һәр ваҡыт
ҡәҙерле күренә.
Нәҡ утыҙ йыл элек
ҡаҙылған далала...
ҡараһам: хәтерҙә
Шул көндәр ярала...
Марттағы бер алыш, –
Әйтерһең, шул саҡта, –
Һаман да геүелдәй,
Гөрһөлдәй ҡолаҡта.
Һалдаттар булғандар,
Батырлыҡ ҡылғандар.
Һәм тарих битенә
Исемен уйғандар.
Ә берәү исеме
Яҡтыраҡ тағы ла:
Нурлана, йырлана
Днепр ярында...
Тыныслыҡ йырына
ҡушыла ул оран:
– Был ерҙә ҡаһарман
Ғөбәйҙуллин ауған!
Ауған легенда
Булып та ҡалырға:
Мәңгелек бер шаһит
Тыныслыҡ һағында!
... Украина күге
Һөйләшкән был көндө:
– ҡаһарман улғынам,
Тиҙерәк тор инде!
Һәр саҡ иртәлә
Йорт-ҡура үртәлә.
Дошманды ҡыуыуҙы
Тиҙерәк үтәргә!
...Был йөрәк тауышын
Ишеткән Урал да:
Гүйә, нәҡ шул саҡта, –
Пулялар яуғанда,–
Пулянан тетелгән
Күкрәккә ауған да
Әсә лә өндәшкән,
Әсә лә һөйләшкән:
– Үлдеңме, улғынам?
Ә үҙең бик, бик тә
Йәшәргә теләнең,
Тоторға уйланың
Бөркөттө тик күктә.
Украина ҡыҙына
Сәскәләр үрергә...
Әсәнең һүҙҙәрен
Алдан уҡ белгәндәй,
Украинка Галя –
Был яҡтың бер гөлө:
– ҡәберенә уның
Мин килдем, – тине, –
Сәскәләр ултыртып,
Һыу һибеп үҫтерҙем:
Үлемһеҙ һалдаттың
Исеме һәм даны
Донъяға күренһен!

...Һәйкәлдә – сәскәле
Батырҙың йөрәге:
Мәңгелек дуҫлыҡтың
Иң матур үрнәге!
1974 йыл.

Риф Мифтахов әҙерләне.

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин 1921 йылдың 8 мартында тыуған һәм шул көндө һәләк булған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”