RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Исеме халыҡ хәтерендә

05.03.2011 Исеме халыҡ хәтерендә

Исеме халыҡ хәтерендәБР Хөкүмәте йортонда РФ Сит ил эштәре министрлығы күренекле совет дипломаты, дәүләт эшмәкәре, башҡорт халҡының мәшһүр улы Кәрим Хәкимовтың тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә бәйле булған архив документтары күсермәләрен республика Хөкүмәтенә тапшырҙы.
Документтар күсермәһен тапшырыу-ҡабул итеү актына РФ Сит ил эштәре министрлы­ғы­ның Өфө ҡалаһындағы вәкиле Ил­шат Минд­ибаев, БР Хөкү­мә­те яғынан Премь­ер-ми­нистр урынбаҫа­ры Зөһрә Рәхмә­туллина ҡул ҡуй­ҙы.
Документтар күсермәһе ара­һында Кәрим Хәкимовтың портреттары, эш ваҡытында төшкән фотолары, документтар, автобиографияһы, хаттары һәм башҡа материалдар бар.
Кәрим Хәкимовтың сәйәси эшмәкәрлеге Ырымбур губернаһында халыҡ комиссары булып эшләгән сағынан башлана. Аҙаҡ Төркостан фронтының сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй, 1920 йылдан – РСФСР-ҙың Бохара халыҡ республикаһындағы вәкиле. Кәрим Хәкимовтың дипломатик карьераһы 1921 йылда Иранға генераль консул булып тәғәйенләнеүҙән башлана. Артабан – Хиджаз короллегендә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле. Яҡташыбыҙҙың эшмәкәрлеге бөтә Яҡын Көнсығыш төбәктәрендә йәйелә. 1936 йылда Мәскәүҙә ведомствоның үҙәк аппаратында эшләй, артабан Ғәрәбстанға СССР-ҙың генераль консулы булараҡ кире ебәрелә. Үкенескә күрә, уның яҙмышы фажиғәле өҙөлә. 1937 йылда уны Рәсәйгә кире ҡайтаралар. 1938 йылда атыла. Ни бары 1956 йылда ғына уның исеме аҡлана.
Уның СССР һәм Рәсәйҙең ғәрәп-фарсы донъяһы менән мөнәсәбәттәрен яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнауы барыһына ла билдәле. Ошоно иҫтә тотоп, БР Президенты Рөстәм Хәмитов уның юбилейын байрам итеү тураһындағы Указға һәм БР Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, юбилейҙы билдәләү сиктәрендә республикала төрлө саралар буласаҡ. Уларҙың иң әһәмиәтлеһе – «Рәсәй һәм Ислам донъя­һы: тарих һәм цивилизациялы мөнәсәбәттәр перспективалары» исемле халыҡ-ара конференция 24 – 26 мартта үтәсәк. Уның барышында «тү­ңә­рәк өҫтәл»дәр, Рәсәй Фән­дәр академияһы академиктары китаптарының исем туйы ойоштороласаҡ. Кәрим Хәки­мов­тың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған күргәҙмә эшләйәсәк. «Кәрим Хәкимов. Кремлдең Яҡын Көн­сығыш вәзире» документаль фильмы күрһәтеләсәк. М. Ға­фу­ри исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжиб Асан­баевтың «ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса тамаша сәхнәләштереләсәк. Шулай уҡ китаптар, фотоальбомдар сығарыласаҡ. Дип­ломаттың тыуған яғы Бишбүләк районында ла юбилей саралары үтәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”