22.02.2011 Ил улдары үлмәй
Илебеҙҙең исеме үҙгәреүгә лә байтаҡ йылдар үтеп китте. Уға бәйле яңы атамалар, исемдәр барлыҡҡа килде. Республикабыҙҙа ғына әллә күпме университет, академия, колледж арҙаҡлы шәхестәрҙең исемен йөрөтә. Мәҫәлән, Өфөләге педагогия институты – Мифтахетдин Аҡмулла, Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан педагогия академияһы Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә башланы, беренсе башҡорт мәктәп-интернаты – Рәми Ғарипов, иң ҙур китапхана Зәки Вәлиди исеме менән аталды. Фрунзе урамы ла уның исеменә күсте.
Был һанап үтелгән шәхестәр ысын мәғәнәһендә халыҡ араһынан сыҡҡан һәм халыҡҡа хеҙмәт иткән кешеләр ине. Ләкин ниңәлер ошондай ҙур шәхестәрҙе оло юлға сығарған төп уҡыу йортобоҙ – Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының исеме генә үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Уның да үҙенең тарихы бар: 1957 йылдың август башында беҙ, йөҙләгән абитуриент, Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетының студенты булыу ниәте менән рус теле һәм әҙәбиәтенән инша яҙабыҙ. Эшебеҙҙе тамамлауға урта буйлы, яҡты йөҙлө бер ағай ҡулына ҡағыҙҙар тотоп килеп инде.
Мөләйем йылмайып (шатлығы йөҙөнә сыҡҡайны), беҙҙең менән иҫәнләште лә ғорур тойғо менән: «Бөгөндән башлап был уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты тип атала башлай», – тине. Беҙ был яңылыҡты ҡул сабып ҡаршы алдыҡ. Был кеше Башҡорт дәүләт университетының тәүге проректоры Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев ине.
Һуңынан залда ултырған буласаҡ студенттарҙың, ғөмүмән, 60-сы йылдарҙа уҡығандарҙың күбеһе үҙ халҡы өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеүселәр булып китте.
Мәҫәлән, Рауил Бикбаев – Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты (уҡытыусыһының тормош юлын ҡабатлай).
Марат ҡолшәрипов – билдәле ғалим-тарихсы, Рафаэль Аҙнағолов – ғалимдың иң тоғро шәкерттәренең береһе, филология фәндәре докторы, профессор, бөгөн үҙе студенттарға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә арымай-талмай эшләй, Марат Зәйнуллин күп йылдар БДУ-ның филология факультетын етәкләне, Ризван Хажиев – киң билдәле журналист-яҙыусы, халыҡтың аң-белемен үҫтереүгә күп көс һала.
Остаздары һымаҡ бик иртә баҡый донъяға күскән Зиннур Ураҡсин, Рим Йәнғужин, Ғәзим Шафиҡов, Роберт Байымов һуңғы һулышына тиклем, халҡым, илем, тип яныусы уҙамандар булды.
Әле лә алғы сафта барыусы Әхмәт Сөләймәнов, Рәшит Шәкүр, Тайфур Сәғитов, Миҙхәт Мәмбәтов, Ирек Кинйәбулатов, Сәбилә Сөләймәнова, Мәрйәм Бураҡаева, Мадриль Ғәфүров, Риф Мифтахов, Ғиниәт ҡунафин, Рауил Шаммасов һәм башҡалар – ғалимдың үҙен күреп белгән, уның дәрестәрен тыңлаған әҙиптәр. Мин әле үҙем күреп белгән курсташтарым һәм замандаштарымды ғына һанап үттем. Ә бит Ж. Кейекбаевтың рухы ҡағылмаған кеше Башҡортостанда юҡтыр тиһәк тә, хата булмаҫ.
Бөтөн йөрәге менән халҡына бирелгән ил улы Башҡортостаны өсөн барыһын да эшләргә тырышты: донъя телдәрен өйрәнеп, башҡорт теленең дә тәрән тамырҙарын өйрәнде һәм башҡа телдәр рәтенә баҫтырҙы; телдәрҙең яңғырашын һәм яҙылышын өйрәнеп кенә ҡалманы, уларҙы төркөмдәргә бүлде (һинд-европа, угро-фин, төрки-алтай, урал-алтай). Бигерәк тә урал-алтай төркөмө барлығын иҫбат итеү унан көсөргәнешле көрәш талап итә.
Әммә дөрөҫлөк һәр ваҡыт еңә. Был өлкәлә Ж. Кейекбаев тәүгеләрҙән булып бөтә донъя телселәре араһында ҙур асыш яһаны. Барлыҡ телдәрҙе яҡшы белгән полиглот тәржемәсе лә ине ул. Үҙебеҙҙең әсә теленә бөйөк Гете, Гейне, Пушкиндың шиғырҙарын, Крыловтың мәҫәлдәрен, Толстойҙың әҫәрҙәрен дә тәржемә итеп бирҙе. Үҙе лә шиғырҙар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙҙы. Уның «Туғандар һәм таныштар» романы китап уҡыусыларҙың айырылмаҫ дуҫына әйләнде.
Бер үк ваҡытта БАССР Юғары Советы депутаты булараҡ, закондар сығарыуҙа ла ҡатнашты. Юғары уҡыу йорттары, педучилищелар өсөн китаптар сығарҙы, программалар төҙөнө. Ә инде үҙе эшләгән университетта студенттарҙың иң яратҡан, ихтирам иткән уҡытыусыһы ине.
Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор, ғалим, яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Ленин һәм Почет билдәһе ордендары кавалеры, Азия һәм Африка илдәре менән хеҙмәттәшлек комитеты ағзаһы, Башҡортостандың Юғары Советы депутаты Ж. Кейекбаевтың йөрәге 57 йәшендә генә тибеүҙән туҡтаны. Ләкин уның исеме халыҡ күңелендә мәңге йәшәй, ә үлемһеҙлек ваҡыт менән билдәләнмәй. Яҡташтары үҙенең ғалим улын онотмай, йыл һайын 25 октябрҙә – тыуған көнөндә хәтер кисәһе уҙғарабыҙ, юбилейҙары бөтөн республика кимәлендә билдәләнә. Ул уҡыған Сәйетбаба урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, элекке Бикташ араһы Ж. Кейекбаев урамы тип үҙгәртелде. Район үҙәгендә лә уның исемендәге урам бар, ғалимдың тыуған ауылы ҡаранйылғала бик матур музей эшләй. Тик былар ғына бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереү өсөн бик аҙ. Халыҡ Башҡорт дәүләт университетына Жәлил Кейекбаев исемен биреүҙе һорай. Ул быға лайыҡ. Сөнки Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев донъя кимәлендәге ғалим ине. Төрлө илдәрҙәге дуҫтары – фекерҙәштәре менән хат алышып тора, бер ҡасан да бәйләнеште өҙмәй. Хатта үлгәс тә Америка ҡушма Штаттарының Гарвард университетынан бер хат килеп төшә. «Беҙҙең университетта биш кеше башҡорт телен өйрәнә, һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтажбыҙ», – тип яҙа улар. Яҡын дуҫы, немец ғалимы Фридрих Вольф 1939 йылда уҡ: «Һинең һуңғы хатыңды алдым, бик таҙа Берлин диалектында яҙылған, башҡа яҙыусыларға ла уҡып ишеттерҙем, ә үҙем әлеге көндә башҡорт телен өйрәнәм, яуап хаты һинең әсә телеңдә булыр», – тип яҙа.
Оҙаҡламай (2011 йылдың 25 октябре) донъя күләмендәге ғалим-лингвистың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Ошо уңайҙан халыҡтың фекере лә иҫәпкә алыныр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ә инде халыҡтың күҙе үткер, ҡолағы сос: күренекле журналист Ризван Хажиевтың ошо хаҡтағы мәсьәләне күтәргән мәҡәләһен гәзиттә уҡығандар. Ғалимдың 95 йәше тулыу уңайынан уҙғарылған юбилей кисәһендә БР Мәҙәниәт министрлығы ла вәғәҙә иткән икән...
Был тәҡдимде республика йәмәғәтселеге лә хуплар, тигән өмөттә ҡала ғалимдың уҡыусылары, туғандары һәм таныштары.
Ысынлап та, башҡа республикаларҙа университеттар ил улдарының исемен йөрөтә бит. Мәҫәлән, ҡаҙағстанда – Абай, Татарстанда – Муса Йәлил, Мәскәүҙәге университет (МДУ) Михаил Ломоносов исемендә.
Телебеҙҙе донъя кимәленә сығарған, уның тәүге докторы, профессоры Жәлил Кейекбаевтың исемен йөрөтөргә Башҡорт университеты ла, моғайын, хаҡлылыр.
Рәйсә ФӘЙЗУЛЛИНА,
мәғариф ветераны, өлкән уҡытыусы,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.