RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

22.06.2019 Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланында һәләк булып, ерләнмәй ҡалған йөҙләгән мең һалдаттың һөйәктәре ята. Ер ҡуйыны киң – өнһөҙ быуаттар шаһиты хәтер менән онотолған серҙәр ҙә һаҡлай.

Фашист илбаҫарҙарынан Тыуған илен һаҡларға саҡырылғандар тураһында архивтарҙа тик бер генә мәғлүмәт табырға була – «хәбәрһеҙ юғалған». Улар­ҙың балалары, туғандары ғәзиз кешеләренең ҡайҙа һуғышыуын, һәләк булыуын бөтөнләй белмәй. Ер йөҙөндә, әйтерһең дә, улар ғәйепһеҙ юҡҡа сыҡҡан. Ғүмеренең ахырынаса, бер ҡайтыр әле, тигән өмөт менән һөйөклө ирен, ғәзиз улын, ҡыҙын зарығып һәм һағынып көткәндәр аҙ түгел. Яугир яҡын­дары хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белергә теләгәндәр бөгөн дә бар һәм буласаҡ та. Һалдаттарҙың ҡалдыҡ­тарын табып, яҙмыштарын асыҡлаған эҙәрмәндәр ошо билдәһеҙлектән алып сығып, ниндәйҙер өмөткә урын да ҡал­дыра.

Рәсәйҙең эҙәрмәндәр отрядтары ҡаҙы­ныу эштәре алып барып, «Хәтер вахта­һы»нда 120 меңләгән һалдатты ҡайтанан ҡәҙерләп ерләгән. 6 мең яугирҙың шәхесе, яу юлы асыҡланған.

Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары ла был эште әүҙем алып бара. Быйылғы яҙғы экспедиция ла бик һөҙөм­тәле булған: улар яланда ғына эшләмәгән, хәрби архивтарҙа ла эҙләнгән.


Владимир Волков, «Рәсәйҙең эҙәрмән­дәр хәрәкәте» ойошмаһының Башҡортос­тандағы төбәк ойошмаһы етәксеһе:

– Быйыл беҙҙең республиканан 170 кешенән торған һигеҙ эҙәрмәндәр отряды Ленинград, Новгород, Псков һәм Волгоград өлкәләренә эҙләнеү экспедицияларына барҙы. Ленинград өлкәһенең «Вороново», «Карьер», «Гайтолово» йүнәлешендә 1942 –1943 йылдарҙа ҙур яу үткән, беҙҙең бик күп һалдат ҡырылған. Улар тимер юлы эргәһендәге һаҙлыҡтарҙа ята. Унда өс ҡыҙылармеецтың һәм бер вермахт һалдатының мәйете ҡалдыҡтарын таптыҡ. Берәүһенең «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы ла килеп сыҡты. «Вороново» тарлауығында бер медальон тапҡайныҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул буш булып сыҡты. Был урында совет һалдаттары һәм ауыл халҡы күпләп ерләнгән урындарҙы ла таптыҡ. 1941 йылдың көҙөндә 286-сы уҡсылар дивизияһының 300-ләп һалдаты һәм үлтерелгән халыҡ күмелгән ерҙәр урынында мемориал төҙөләсәк. 2011 йылда беҙҙең «ВАУРовец» отряды дивизияның тәүге командиры, полковник Геннадий Соколовтың мәйете ҡалдыҡтарын тапҡайны. Быйыл шул урында исемле йондоҙ ҡуйҙыҡ. Новгород өлкәһендәге экспедицияла 17 һалдаттың ҡалдыҡтары сығарылды. Ике медальон тапһаҡ та, береһе буш ине, икенсеһендәге яҙыуҙы уҡый алманыҡ. Эсенә һыу инеп, ҡағыҙҙы тарҡатҡан. Яҙыулы өс ҡалаҡ та табылды. Иң һөҙөмтәле эшебеҙ Волгоград өлкәһендә булды. Унда беҙ башҡа өлкәләрҙең эҙәрмәндәре менән 269 Сталинград һаҡсыһының һөйәктәрен таптыҡ. Ике яугирҙың шәхесен асыҡланыҡ. Исемдәр яҙылған котелоктар, ҡалаҡтар, фляжка, көрөшкә лә килеп сыҡты.

180-се, 186-сы уҡсылар дивизияһы Башҡортостанда формалаша. Псков өлкәһендә аяуһыҙ бәрелештәрҙә беҙҙең армия ҙур юғалтыуҙар кисерә. Бер дивизия тулыһынса юҡҡа сыға. Псковҡа экспедицияла яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен асыҡлау маҡсатын ҡуй­ғайныҡ. Соҡорҙарҙы, һыулы урындарҙы тикшерҙек. Күп нәмәне асыҡлайһы, архив документтарын тикше­рәһе бар.

Быйыл Ленинград өлкәһендә башҡа төбәктәрҙәге эҙәрмәндәр отрядтары 310-сы дивизия уҡсыһы, 1082-се уҡсылар полкы политругы Хәбилов Ш. Ш. (документта Хобилов тип яҙылған) исемле яугирҙың ҡалдыҡтарын табып, исемен асыҡлауға ирешкән. ДНК экспер­тизаһы үткәреү өсөн уның туғандарын эҙләйбеҙ.

Тверь өлкәһендә Мәскәүҙең «Пионер» отряды эҙәрмәндәре Туймазы районының Үрге Троицкое ауылынан Евгений Горюхиндың да медальонын тапҡан. Ул Һамар өлкәһенән һуғышҡа алына, сығышы менән Туймазы районынан була. Кесе лейтенант 153-сө айырым танк бригадиры булып хеҙмәт итә һәм 1942 йылдың 24 авгусында һәләк була. Әле беҙ уның туғандарын эҙләйбеҙ.

Елена Вязовцева, «Рәсәйҙең эҙәрмән­дәр хәрәкәте» ойошмаһының Башҡор­тостандағы төбәк ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары:

– «Онотолмаҫ исемдәр» социаль проек­тына ярашлы, быйыл Башҡортостан эҙәрмәндәре Санкт-Петербург ҡала­һындағы Хәрби-медицина архивында ла эшләне. Был акция Өфө госпиталдәрендә яраларынан вафат булған һәм баш ҡала янында ерләнгән хәрбиҙәрҙең исемдәрен асыҡлау, мәңгеләштереү маҡсатында ойошто­ролғайны. Иң ҙур ҡәберлек – 2,5 мең кешенең исеме теркәлгән Сергиев зыяратында. Хәрби медицина архивында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда беҙҙә эшләгән 18 госпиталдең 15-е – Өфөлә, 2-һе – Шишмә районында, берәүһе – Ишембайҙа) документтарын ҡараныҡ. Яраланған 460 яугир тураһында мәғлү­мәттәрҙе дөрөҫләнек, өҫтәмә 53 исемде асыҡланыҡ. Шафран­дағы 2576-сы эвакогоспиталь тураһында Хәрби-медицина архивы хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәр әҙер­ләргә вәғәҙә бирҙе. Ишембайҙа туғандар ҡәберлегендә ерләнгән һалдат һәм офицерҙарҙың да күбеһенең исем-фамилияһында буталсыҡ бар, байтағы теркәлмәгән. Госпиталдә яҙылған «Сир­леләрҙең ауырыу тарихы» буйынса улар­ҙың яҙмышын, һалдаттың ҡайһы төбәктән булыуын белә алдыҡ. 4019-сы госпиталдә яраларынан үлгән 5 кеше тураһында тулы мәғлүмәттәр билдәле булды. Ҡәберҙә­рендә уларҙың исемдәре дөрөҫ яҙыл­маған. Был – юғалған һал­даттарҙы эҙләгән яҡындары, туғандары өсөн оло ҡыуаныс.

Дауаханаларҙа вафат булғандар һәм ерләнгәндәр тураһында мәғлүмәттәр теркәлеп барған журналдар юҡ. Улар архивтарға килеп етмәгән. Шуға ла – билдәһеҙлек.

Илдар Бикбаев, Башҡортостандың эҙәрмәндәр ойошмаһын ойоштороусы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:

– Бөйөк Ватан һуғышында юғалтыуҙар, ысынлап та, иҫ киткес ҙур булған. Ошо ҡаҙыныу эштәре барышында һуғыштың ни тиклем аяныслы һәм фажиғәле булғанын нығыраҡ аңлайһың һәм көслө тетрәнеү кисерәһең. Беҙҙең өсөн һалдатты табыу түгел, хәтерҙе тергеҙеү мөһим. Эҙәр­мәндәрҙең эше бер нисә этапта алып барыла: улар архивтарҙан мәғлүмәттәр алып, элекке карталарҙы табып, һуғыш булған урындарға юллана, ауыр шарттарҙа ҡаҙыныу эштәре алып бара, һуңынан ошо һалдаттарҙың мәйете ҡалдыҡтарын ерләүҙә ҡатнаша, мемориалдар булдыра. Һәр һалдат артында – кеше яҙмышы фажиғәһе, шуға ла был эш физик яҡтан ғына түгел, ә эмоциональ яҡтан да ауыр. Эҙәрмәндәр отряды хәҙер яңы кимәлгә сыҡты. Дәүләтебеҙ йәш быуында ил­һөйәрлек тәрбиәләүҙә уларҙың хеҙ­мәтенең ҙур роль уйнауын таныны, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы тураһында хәҡиҡәтте тергеҙеүселәрҙең эшендә даими ярҙам итә. Был эҙәрмәндәр күңел ҡушыуы буйынса ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша: кемдер эшенән отпуск алып китә, икенселәр вуздағы, мәктәптәге уҡыуын ҡалдыра. Ялан шарттарында һыуыҡта эшләүе еңел түгел.

Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү ҙур юғалтыуҙар менән яуланғанын хәтерҙән сығарырға ярамай. Ҡаҙыныу эштәре барышында үҙең өсөн күп тарихи фактты ла асыҡлайһың. Мәҫәлән, ерләнмәй ер аҫтында ҡалған мәйеттәрҙе сығараһың, улар ҡоралһыҙ. Баҡтиһәң, алда берәү ҡорал менән барһа, артында өсәү уға мылтыҡһыҙ эйәргән икән. Ә командир өҫтән ҡушылған бойороҡто үтәмәйенсә булдыра алмай. Һуғыштың тәүге йылдарында дивизиялар һалдаттар менән тулыландырылһа ла, уларҙы ҡорал менән тәьмин итеп өлгөрә алмайҙар. Был – бик аяныслы күренеш, өҫтөңә дошман пулялары яуғанда һаҡланыу, иҫән ҡалыу мөмкин дә түгел.

Икенсе донъя һуғышы ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ тиерлек. Һәр илдә беҙҙең Ватан һаҡсыларының туғандары, яҡындары йәшәй. Быйыл мине Белоруссияның Витебск районына Хәтер вахтаһына са­ҡырҙылар. Унда крайҙы өйрәнеү музейында бер яҡташыбыҙҙың эҙәрмәндәр тапҡан Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тап­шыр­ҙылар. Снаряд ярсығы тейеп, уның сите кителһә лә, номеры яҡшы күренә. Шуның буйынса бүләк эйәһенең 69-сы уҡсылар дивизияһының 120-се уҡсылар полкы командиры, кесе лейтенант Виктор Голубев булыуын асыҡлайҙар. Ул беҙҙең республиканан булып сыға. Яугир, наградаға лайыҡ булып, өс көн үткәс, һәләк була. 22 июндә, Хәтер көнөндә, был иҫтәлекле ҡомартҡыны беҙ уны туған­дарына тантаналы рәүештә тапшырабыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының да сафы йылдан-йыл һирәгәйә, улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ тороп ҡалды. Брест ҡәлғәһен һаҡлаусы 99 йәшлек Рәшит Исмәғилев әле иҫән. Күптән түгел «Брест – ҡәлғә-герой» мемориаль комплексына барып, яугирҙың сәләмен, иҫтәлек­тәрен тапшырып ҡайттыҡ. Беҙҙең республиканан йөҙләгән кеше Бресты фашист илба­ҫарҙарынан һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Килә­сәктә улар хаҡында китап сығарырға йыйынабыҙ, мәғлүмәттәр йыябыҙ. Ошо цитаделде һаҡлаусы олатайҙарығыҙ, туған­дарығыҙ булһа, республиканың эҙәрмән­дәр ойошмаһына (Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 23-сө йорт) мөрәжәғәт итегеҙ.

Киләһе көндәрҙә төп маҡсатыбыҙ –эҙәрмәндәр асыҡлаған һалдаттарҙың исемлеге ингән «Хәтер китабы. Башҡор­тостан» китабының 23-сө томын нәшер итеү. Унда 12 мең хәрбиҙең исемен индереү күҙаллана. 2020 йылға тиклем хәрби комиссариаттарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы документтарҙың күсермәләрен эшләп, «Мемориал», «Подвиг народа» сайттарына урынлаштырыу (әле 11 хәрби комиссариаттың документтары индерелде) эшен дә тамамларбыҙ тип ниәтләйбеҙ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының исемдәрен дә мәңгеләштерәсәкбеҙ. Улар Луганск өлкә­һенең Штеровка ауылындағы спорт залында урынлашасаҡ мемориаль ком­плексҡа яҙыласаҡ. Ватан һаҡсылары тураһындағы иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү буйынса эш даими алып барыла, уның туҡтағаны ла юҡ. Тарихи хәтер, батырлыҡ һәм Тыуған ил азатлығы өсөн фиҙакәрлек онотолорға тейеш түгел. Үткәнебеҙ аяныслы булһа ла, ул – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.




Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”


Күңелендә уның моң йәшәне...