10.05.2019 Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, иҫән сағында йөҙҙәрсә кешенең рәхмәтен алған, миһырбанлы күңелле, уңған, гүзәллекте яратҡан Ләлә Әхмәтшина кеүектәр күберәк булһын ине
Ҡаршымда зауыҡлы кейенгән, һылыу ханым ултыра. Күҙе тулы йәш, йөрәге ҡайғы-хәсрәт уның. Учалы районының Туңғатар ауылынан килгән аҙашым, Баныу апай Хәсәнова, уйҙары, һүҙе менән бер туҡтауһыҙ 8 февралгә, йома иртәһенә, әйләнеп ҡайта: тап ошо көндө юл фажиғәһендә ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеһе – әсәһе үлемесле яралар алып, һәләк була. Әле көн яҡты, ҡояшлы, ләкин буранлы 8 февралдең һалҡыны күңелебеҙҙе өшөтә...
– Иртән тороуыбыҙға буранлап тороп ҡар яуа ине, – Баныу апай эйәгенә таяна, әйтерһең дә, күтәргеһеҙ ҡайғы йөгөнән тамам бөгөлөп төшмәҫкә тырыша. – Ә беҙҙе – мине, әсәйемде, ҡустым менән киленде – күрше ауылға туғаным аятҡа саҡырғайны. Әллә бармаҫҡа инде, тип икеләнһәк тә, юлға сыҡтыҡ. Юлды көрт баҫҡайны. Яй ғына килдек. Әммә таҙартылмаған юлда машинабыҙ кинәт тайып, ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡтыҡ һәм үргә елдереп менеп килгән автомобиль менән бәрелештек. Ундай мәлдә бер ни ҙә уйлап та, хатта ҡурҡып та өлгөрмәйһең икән ул, ҡустымдың ҡыҙын ғына, һаҡларға ынтылып, ҡосаҡланым да, иҫемде юйғанмын. Бәрелешеүҙә төп көс әсәйемә тура килгән. Балаларын төйлөгәндән ҡурсалаған ҡош кеүек бар һуғылыу, ауыртыныуҙы үҙ өҫтөнә алған ғәзизкәйем. Мин иҫемә килеп, машинанан көс-хәлгә сығыу яғын ҡараным, шунан, аңҡы-тиңке килеш, көрткә сумып, юлға үрмәләнем. Унда әллә күпме халыҡ йыйылып киткәйне. Ниндәйҙер машинаға инеп ултырҙым, тешем-тешкә теймәй ҡалтырандым. Ныҡ һуғылған башымдың, һынған ерҙәремдең ауыртҡанын да әле йүнләп аңғарманым. Кешеләр йәмшәйгән машина эсенән әсәйемде сығарып маташты. Мин бер аҙ йылынғас, һаман да шок хәлендә салондан сығып, ҡайҙа Туңғатар, ҡайҙа Учалы, тип һорайым да, шул уҡ секундта яуапты онотоп, һорауымды ҡабатлайым. Әсәкәйем ауыртыныуҙан бер нөктәгә төбәлеп ҡатҡайны. Ул хатта носилкаға һуҙылып ята алманы. Беҙҙе “Тиҙ ярҙам” менән Учалы дауаханаһына ебәрҙеләр. Шунда әсәйемде рентген кабинетына атлатып индергәндәр. Коляскаға ултыртһаларсы... Һәм бер аҙҙан ул йән бирҙе... Мин уны, үлер, тип уйыма ла индермәнем. Белһәм, янына барып, башын ҡосаҡлар инем, һуңғы һулышын ҡосағымда алыр ине бит, тип үҙемде-үҙем хәҙер шундай язалайым... Ҡәҙерлекәйем дауаханаға барып еткәнсе һөйләшеп барҙы, әммә зарланып бер өн дә сығарманы. Ҡайҙан унда шул тиклем сабырлыҡ, көс?! Бер нисә йыл элек уны һәм ике ейәнсәрен сит ауылдан килгән иҫерек егеттәр төрттөрөп тапап киткәйне, шунда ла бит ҡот осмалы йәрәхәттәр алып, ул бер ыңғырашһасы! Әсәкәйемдең йәшәүгә ынтылышы иҫ киткес көслө ине, дауаханала ятҡанда ла, һуңынан да үҙен үҙе дәртләндереп, күнекмәләр яһап, аяҡҡа баҫҡайны. Был юлы ла мотлаҡ терелер, бирешмәҫ, тип инандым, ләкин әжәл аяманы бит ғәзизкәйемде... Әсәйемде уйламаған мәлем юҡ, ниңә буранлы көндө юлға сыҡтыҡ икән, тип йәнем үртәлә генә...
Әсәйем, Ләлә Кәрим ҡыҙы Әхмәтшина, 1939 йылдың 22 майында донъяға килгән. Ғаиләлә туғыҙ бала үҫәләр. Ул араларында иң баҫалҡыһы була. Бала сағы һуғыш, һуғыштан һуң иң ауыр йылдарға тура килә. Балалар күмәк, ашарға етмәй. Аслыҡтан йәшенеп кенә илай торғайным, тип иҫкә ала ине әсәйем. Ул йыуашыраҡ булғанғалыр, олораҡтар уның һыныҡ икмәгенә лә өлгөргәндәрҙер, һәм бала аслыҡтан шешенә башлай. Быны күреп, өләсәһе уны үҙенә алып ҡайтып, айырып ашата, шунан һуң бер аҙ хәл ингәс, әсәйем кире өйөнә ҡайта.
– Әсәйемдең бала ваҡытын яҙа башлаһаң, әллә нисә томлыҡ хәтирәләр йыйылыр ине, – Баныу апай тәҙрәгә ҡарап уйға бата. – Ҡышҡыһын нисек ялан аяҡ мәктәпкә уҡырға йүгереүҙәрен һөйләп, үҙе лә аптырай ине: “Уҡыу класына бер нимә лә һиҙмәгән, тоймаған аяҡтарҙа барып инәбеҙ ҙә, йүгереп ултырғыс башына менеп, табандарҙы йәшереп кенә юғары күтәреп, йылытырға маташабыҙ. Нимә тип ата-әсәйебеҙ беҙҙе ялан аяҡ, яланғас көйөнсә мәктәпкә ебәреп ҡуйғандыр...”
Юҡсыллыҡта, аслыҡ күреп, ыҙалап үҫкәнгәлер, әсәйебеҙ тормоштан барлыҡ матурлыҡты алып, шуны арттырып, кире ҡайтарырға тырышҡан һымаҡ ине. Балаларым күмәк, нисек бешерһәм дә булды, тип арлы-бирле бешеренмәне, аш-һыуҙы гел төрләндереп бешерҙе. Ул замандарҙа ят аҙыҡ булған былау, манты кеүек аштарҙы ла ашап үҫтек беҙ. Сәйгә бәлештәр, ҡоймаҡ, йыуасалар бешерә һалыр ине. Өҫтәлгә ризыҡты тик матур һауыт-һабала ғына ҡуйҙы. Тимер тәгәс, көрөшкә, иҫке сынаяҡтарҙы ҡулланырға яратманы.
Беҙ һигеҙ бала үҫтек, һәр беребеҙҙең икешәр-өсәр иптәше көн дә беҙгә килә: еткән ҡыҙ ҡорона аяҡ баҫҡан иң оло апайым Фирҙәүестең әхирәттәре, ағайым Таһирҙың дуҫтары, минең дуҫ-иштәрем, Асия, Айһылыу, Алһыу туғандарымдың, Наил һәм Алсын ҡустыларымдың иптәштәре – өйҙөң эсе лә, тышы ла бала-саға тауышынан гөрләп тора. Ашарға ваҡыт етһә, беҙҙән тыш, килгән иптәштәребеҙ ҙә кемеһелер – ҡалаҡҡа, кемеһелер ултырғысҡа болашып, өҫтәл янында мәж киләбеҙ. Әсәйебеҙ сабыр ғына йылмайып, береһен дә ситкә типмәй, ҡайтарып ебәрмәй, барыһына ла тигеҙ ашарға өләшә. Был күренеш айына йәки аҙнаһына бер түгел, ә көн дә ҡабатлана. Элек бергә уйнап үҫкән иптәштәрҙе күреп һөйләшергә тура килһә, нисек әсәйең беҙгә түҙҙе икән, тип хайран ҡалып, шул мәлдәрҙе көлөп иҫкә алалар: “Ҙурайып, үҙебеҙҙең балалар тыуғас, ике-өс баланың шаулап уйнауына баш ҡайнап китә торғайны. Ә әсәйең, донъяһы тулы бала-саға булһа ла, бер ҡасан ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтмәне...”
Йылдар үтте. Беҙ бер-бер артлы буй еткерҙек. Өлкән апайым өйҙә ҡысҡыртып радио ҡуя, “Абба”, Пугачева, “Битлз”дарҙы көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡуйып тыңлай. Унан ике йәшкә кесе ағайым көн дә кис егеттәрҙе йыйып, гитарала уйнарға өйрәнә. Уларҙың артынан сират миңә етте: “Modern Talking”, “Фристайл”дарҙы шарылдатып тыңлайым. Минән һуң Асия, Айһылыу туғандарым Юра Шатунов һәм башҡаларҙы йырлата. Беҙҙән ҡалышмай ике ҡустыбыҙ үҫеп етеп, “Руки вверх” кеүектәрҙе заманса көслө колонкаларҙан тыңлай башланы... Үҙем ике бала – малай һәм ҡыҙ – үҫтерҙем, улар үҙҙәренең музыкаларын аҡыртып ҡуйғанда түҙә алмай китһәм, гел әсәйемде иҫемә төшөрҙөм: ул бер ваҡытта ла беҙҙе тыйманы, музыкағыҙҙың тауышын ябығыҙ, тимәне. Нисек түҙҙе?! Нисек тыныс ҡына ҡабул итте беҙҙең йыр-көйҙәрҙе?! Белмәйем...
Үҫеп етеп, беҙ, ҡыҙҙар, кейәүгә сығып бөттөк, ҡустыларыбыҙ кәләш алды. Үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙың яртыһы үҙаллы донъя ҡороп өлгөрҙө. Һәм әсәйебеҙ һуңғы йылдарҙа ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә Радик Юлъяҡшинды, Рәил Өмөтбаевты, ҡумыҙсы Зәйнетдинде тыңлай ине (хатта ейәнсәре менән Учалыға Радиктың концертына барып ҡайтты). Күңеле һәр саҡ йәш, дәртле көйөнсә ҡалған булған уның, тип уйлайым хәҙер.
Әсәйебеҙ барыбыҙҙы ла тыуған йортобоҙға байрамдарға йыйырға яратты. Йыл да күп итеп ҡош-ҡорт үҫтергәс, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ иттәрен мул итеп һалып, төрлө ҡоймаҡ, еләк шәңкәләрен бешереп, өҫтәлгә өйөп теҙеп ҡуйып, әжегәй, сейәле майҙарын ултыртып, ҡунаҡ күрһәтә. Беҙҙе саҡырғанда, ҙур бандурағыҙҙы (музыкағыҙҙы) алып килегеҙ, ти. Тәм-том менән һыйланғандан һуң күңел асып бейегәнебеҙҙе ҡыуанып, ҡәнәғәт ҡалып, шым ғына күҙәтә... Үҙенең үлеме алдынан ғына, бына бер аҙнанан йылы яҡтан, Анапанан, ейәнсәрем Элина ҡунаҡҡа килә, тағы ла бөтәгеҙҙе лә йыям, тип дәртләнә ине. Тик барыбыҙҙы ла ҡунаҡҡа түгел, ә үҙенең һуңғы юлына – йыназаһына – йыйҙы...
Уйҙарымдан ғына ҡәҙерлемә өндәшәм: “Бына тағы матур яҙ етте. Бик тиҙҙән май айы ла етер. Алмағастарың, әсәкәйем, ап-аҡ сәскәгә күмелер. Бар донъя алмағастарҙың хуш еҫенә сорналғанда, 22 майҙа, йыл да һинең тыуған көнөңә йыйыла торғайныҡ. Быйыл майҙа һиңә 80 йәш тулыр ине. Күмәкләп йыйылышып, баҡсаңда самауырыңды ҡайнатыр, тау битенә, үҙеңдең яратҡан урының – ике ҡайын төбөнә гөрләшеп сығыр инек. Тау башынан ауылды ҡарап ултырырға яраттың... Өйөңдөң эсе лә, тышы ла һәр саҡ гөл-сәскәгә күмелде. Малайҙарыңдың ҡулы оҫта булғас, ишек алдындағы баҡсаңа фонтан да эшләтеп ҡуйҙың. Шул тиклем гүзәллекте яраттың! Бер нисә йыл рәттән Яңы йыл байрамына ҡапҡа алдыңа оҫта улдарыңдан боҙҙан, ҡарҙан матур итеп һындар эшләтеп, шул һындарҙың фотолары “Йәшлек” гәзите аша интернетта киң таралып, бар халыҡты һоҡландырҙы. Быларҙың барыһы ла һинең тырышлығың бит ул, әсәй!
Магазинда матур әйбер – сувенир, һауыт-һаба, картина күрһәң, бер ваҡытта ла аҡсаңды йәлләп тормай, шуны һатып алдың. Беҙҙең һәр беребеҙгә – балаларыңа, кейәү-килендәреңә, ейән-ейәнсәрҙәреңә, бүлә-бүләсәрҙәреңә – ҡырҡлаған яҡыныңа байрам һайын бүләк алдың. Ә бит бәләкәй бүләк ала белмәнең. Нисек шулай барыбыҙға ла етештерҙең икән? Бөгөн нимәгә тотонһаҡ та, ул һинең бүләгең булып сыға. Беҙҙе һинең бүләктәрең уратып алған, ә үҙең юҡһың...
Йыл һайын ейән-ейәнсәрҙәреңде эйәртеп, өйҙән күп итеп ашарға аҙыҡ тейәп, йомортҡа буяп, тауға сәй эсергә, уйындар уйнарға, бәләкәй һабантуй үткәрергә алып сыҡтың. Уйын-ярыштарҙа ҡатнашыусыларға мотлаҡ приздар, бүләктәр тапшырҙың. Уйлап ҡараһаң, йәшең оло һымаҡ, ләкин 79 йәшеңдә лә шулай балаларҙы йыйып, тауға күтәрелдең...
Ауылда “еләксе” тигән даның булды. Еләк осоро башланыу менән аҙағынаса бер көн ҡалдырмай йәйәүләп тә, машинала ла тауҙан-тауға артылып, таштан-ташҡа үрмәләп, икешәр биҙрәләп еләктең иң эреһен, иң ҡыҙылын һин йыйҙың. Һуңғы көнөңәсә малдан да өҙөлмәнең, тауыҡтарың әле лә йырлап йомортҡа һала. Һин был мәлгә, балаларға Май байрамдарына, тип, кәрзин-кәрзин йомортҡалар йыйып ҡуя инең.
Әсәкәйем минең, өс улың да кәләш алғас, килендәрең менән әхирәттәр кеүек серҙәш тә булдың, бер ваҡытта ла уларҙы яманлап һүҙ әйтмәнең, һәр береһен яратып ҡына, иркәләп кенә һөйләр инең. Ғүмерҙә лә кейәү-килендәрең менән һүҙгә килешеп, төҫөң боҙолоп йөрөмәне. Оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләнең, уҡытыусылар менән дә, күрше-күләнең менән дә тик йылы мөнәсәбәттә инең. Һине ҡайҙа ла хөрмәт итеп торҙолар. Үҙеңә кешеләр тартылды, йәшенә ҡарамай, һәр береһе менән уртаҡ тел таптың. Йор, тапҡыр һүҙле инең, хәбәрҙе матур итеп һөйләнең. Шиғыр, таҡмаҡтар ҙа яҙғаның булды. Йәшерәк ваҡытығыҙҙа әхирәттәрең, күрше-күлән менән сәй табыны артында ултырғанығыҙҙа төрлө кешенең тауышы менән һөйләшеп, апай-әбейҙәрҙе көлдөргәнең хәтерҙә...
Һине һағыныуҙарым... Тәмлекәстәреңде бешерәһең дә, миңә шылтыратып, тиҙ генә кейәү менән килеп, сәй эсеп китегеҙ, тиһең. Малайҙарың да ялға сығыу менән һинең яныңа килеп етә һала, килендәрең йүгереп килә, күрше ауылдағы ла, ҡалалағы ҡыҙҙарың да ғаиләләре менән тупһаңды һыуытмай тупылдап торҙо. Шул тиклем беҙгә ҡарата эҫе булдың, йөрәк ҡайнарлығың барыбыҙға ла тигеҙ етте! Мәңге һүнмәҫ тойолған ҡояшыбыҙ инең...”
Әсәйем үҙенең китерен алдан һиҙеп, белеп йөрөгәндер, тим. Шул тиклем һиҙгер аҡыл эйәһе тоймай торғаны бармы?! Үлеменә ике генә көн ҡалғас, Илнур улыбыҙ, эше күп булыуына ҡарамаҫтан, әйҙә, өләсәйемә барып киләйек, тип ғаиләһен алып, мине лә машинаһына ултыртып, әсәйемдәргә алып килде. Әсәкәйем йәһәтләп һәр ваҡыттағыса өҫтәлен тултырып һыйын теҙҙе. Диваныма япма бәйләй ине, шуны, бәйләп бөтөрҙөм, тип ҡулыма тотторҙо. Улымдың ике малайына (бүләләренә) йөн ойоҡбаштар бәйләгән, үҙенең ҡулдары менән кейҙерҙе, икеһенә лә аҡса тотторҙо. Ҡабалан ғына барһаҡ та (өйҙә әҙер мунса көттө), бик оҙаҡ ултырғандай тойолдо, туйғансы һөйләштек. Шул мәлдә әсәйемдең башын күкрәгемә ҡыҫып, битенән үбеп, рәхмәттәр әйтеп сығып киткәнемдә бының һуңғы тапҡыр булыуын белмәнем. 8 февраль көнө авария уның ғүмер ебен аяуһыҙ өҙҙө...
Сумкалары бешергән күстәнәстәре, бүләктәре менән туп-тулы булған – аятҡа ихлас әҙерләнгән булған ҡәҙерлекәйем...
Аҙна һайын әсәйемдең почта йәшнигенә яратҡан “Йәшлек” гәзите килә. Нисә йыл алдыралыр – теүәл генә белмәйем. Балалар ише оло өмөт менән квитанцияларын, бүләк отам, тип ебәрә торғайны. Бер ваҡытта ла гәзит-журналдарҙан өҙөлмәне, әле лә бүлмәһе тулы баҫмалар.
Ғүмер буйы кешене йәлләне. Оло юл буйында йәшәгәс, боҙолоп туҡтаған еңел автомобилдәр, оло йөк машиналары йыш ҡына уның ҡапҡа алдында ултырҙы. Водителдәренә сәй эсерә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре транспортын ихата эсендә лә ҡалдырып китә. Эй, аллам, өйҙәрендә әсәйҙәре, кәләштәре, балалары көтәлер инде, тип һинең борсолоуҙарың...
Бер көндө әсәйемә барып инһәм, ни күҙем менән күрәйем: өй эсе сиғандар менән туп-тулы! Алтын тешле, бармаҡ һайын ҙур-ҙур балдаҡ кейгән әзмәүерҙәй ирҙәр, оҙон итәкле бисәләр, ваҡ бала-саға, еткән ҡыҙ һәм егеттәр. Аяҡ баҫырлыҡ урын юҡ – сумкалары өйөлгән. Иҙәнгә ятырға урын да йәйеп бөткәндәр. Был нимә ул, әсәй, тиһәм, әсәйем миңә ғәйепле генә ҡарап, барыр ерҙәре әле алыҫ бит, йәлләп индерҙем шул, тип торған була.
Баныу апай артабан һүҙен дауам итә алмай тымып ҡала. Күҙ йәше йылға булып аға... Ә әсәһе фотоһүрәттән, иртәрәк китеп барҙым шул, кисерә күрегеҙ, иламағыҙ, балаҡайҙарым, тип ғәйепле йылмайып, ҡулдарын йәйгәндәй тойола. Ошо ябай ғына ауыл ҡатынының йылы, киң ҡосағына, гүйә, бар донъя һыйғайны. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, иҫән сағында тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә кешенең рәхмәтен алған, миһырбанлы күңелле, кешелекле, уңған, гүзәллекте һөйгән Ләлә Әхмәтшина кеүек затлы заттар тормошобоҙҙо йәмләп, йәшәһен дә йәшәһен ине лә бит... Уның кеүектәрҙең күңеленә фәрештәләрҙең ҡанаты ҡат-ҡат ҡағылған кеүек, шуға ла Ләлә апайҙың йөрәгендә тик гүзәллек, яҡшылыҡ, изгелек сәскә атҡан.
Һөйөклө, ҡәҙерле әсәнең, өләсәйҙең йәне йәннәттә булһын. Яратҡан гәзитемдә минең турала яҙғандар ҙаһа, тип күктәрҙән булһа ла һөйөнһөн әле.