RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы
Шундай талант эйәләре була: уларҙы бер генә күрәһең дә мәңгелеккә ғашиҡ булаһың. Милли йәштәр театрының йәш, өмөтлө актеры Ринат БАСАРИЕВТЫҢ вафатына 19 йыл ваҡыт үтте. Әммә сәхнәлә күргән кешеләр уны һаман да ярата, хәтерләй, һағына. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлау менән уға “Ҡыҙ урлау”, “Зәңгәр шәл” кеүек спектаклдәрҙә төп ролдәр бирелә. Артабан ул хеҙмәт юлын Милли йәштәр театрында дауам итә. 37 йәшлек актер үҙенең ҡыҫҡа ғына ижад юлында исемен халыҡ хәтерендә мәңгеләштереп өлгөрә.

Фирҙәт ҒӘЛИЕВ, диктор, актер, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Ринат Черниковка биҫтәһендә үҫкән шуҡ, мут малай ине. 1-се курс­ҡа килгәндә башҡортса бөтөнләй һөйләшә белмәне, әммә рус труппаһында уҡыуҙан баш тартып, беҙҙең группаға килде. Бер йылдан беҙҙең менән типә-тиң һөйләшә ине, аҙаҡ китаптар ҙа уҡый башланы. Был уның ныҡышмаллығы, тырышлығы тураһында дәлилләй. Ҡала балаһы булараҡ, беҙгә, ауылдан килгән курсташтарына, бер аҙ танау күтәреп ҡарар, тип көткәйнек, ә ул, киреһенсә, арабыҙҙа иң ябайы, ихласы булды. Иртәнән кискә тиклем бергә уҡығас, уның шаян холҡона, мутлыҡтарына өйрәнеп бөттөк. Ике йылдан беҙҙең курс­тан дүрт егетте, шул иҫәптән мине лә, әрме хеҙмәтенә саҡырттылар. Беҙ ҡайтҡанда Ринат уҡыуын тамамлап, Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп йөрөй ине. Аҙаҡ ул ниндәйҙер сәбәптәр менән унан китте, бер нисә йылдан беҙ эш башлаған Йәш тамашасылар театрына админис­тратор вазифаһына килде. Ул саҡтағы режиссерҙарға, театр етәкселегенә рәхмәт, актерлыҡ талантының ҡәҙерен белеп, бәҫен аңлап, Ринат Басариевты ҡабаттан сәхнәгә сығарҙылар.
Ҡайһы бер режиссерҙар актер­ҙың көслө яғын белеп, гел генә бер төрлө талап ҡуя. Ә Ринат быға ирек ҡуйманы, бер роле лә икенсеһенә оҡшаш булманы. Хатта бер үк ролде лә төрләндереп уйнай ине. Уңған кеше булды, ике труппаның да спектаклдәрендә уйнаны, фильм­дарҙа төштө, ғаиләһе лә матур булды. Казино асып, эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнеп ҡараны. Һәр ергә өлгөрөргә тырышты.
1991 йылда Башҡортостан телевидениеһы “Мадам Батерфляй” фильмын төшөрә башланы. Иглин районына юлға сығырға тейеш инек, телеүҙәккә килһәк, путч башланыуы тураһында ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Һәм икенсе аптыратҡан нәмә лә булды: Ринат сәсен таҡыр итеп алдырып килгән. Шул саҡта уның сәсе ҡойола башлаған булған икән. Был йәһәттән комплекстары булманы. “Аэродром кеүек, башыма һағыҙаҡ килеп ҡуна ла, аяғы тайып ҡолап төшә”, – тип көлдөрә торғайны. Еңел машина һатып алғас та, руль артына ялан аяҡ ултыра икән. “Ботинка менән педалдәрҙе һиҙмәйем”, – тип аңлат­ҡан был ҡылығын. Эскерһеҙ кеше генә шулай ихлас итеп йәшәй алалыр. Тормош юлымда Ринат Басариевҡа оҡшаған кешене осратҡаным юҡ әле.
Лилиә ИШЕМЙӘРОВА, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Студент йылдарында Ринат Басариев уйнаған спектаклдәрҙе яратып ҡарай торғайным. Кисәге ауыл балаһына ул буй етмәҫлек кумир кеүек тойолдо. Сибай филармонияһында эш башлау менән миңә Башҡортостан телевидениеһында “Өс егет” йырына клип төшөрөргә теләүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр. Төшөрә башлағас ҡына режиссер Луиза Коряковцева егеттәрҙең берәүһен һәм етәксе ролен Ринат Басариев уйнаясағын әйтте. Мин ҡойолоп төштөм, сөнки быға тиклем Басариев кимәлендәге артистар менән эшләгәнем булманы. Ике егет ролен коллегаларым, бейеүселәр Азат Нәбиуллин менән Камил Үтәбаевтар уйнаны. Әммә Ринат ағай килеп инеү менән үҙенең ябайлығы, шаянлығы менән тулҡынланыуымды “һә” тигәнсе юҡҡа сығарҙы. Уның талантына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Нимә эшләргә, ниндәй бейеү хәрәкәтен башҡарырға икәнен алдан белмәй, режиссер әйтеү менән шунда уҡ аңлай, теүәл үтәй. Клипты тиҙ арала төшөрөп тә бөттөк.
Башҡаса миңә уның менән бергә эшләргә тура килмәне. Әммә осраҡлы рәүештә йәки төрлө мәҙәни сараларҙа осрашырға тура килһә, Ринат ағай мине күптәнге дуҫы кеүек күреп, ихлас итеп аралаша, хәлдәрҙе һораша ине. Үлеме тураһында ишеткәс, бик аптырандым. Башҡорт сәнғәте өсөн ул оло юғалтыу булды.
Фәрдүнә ҠАСИМОВА, Өфө дәүләт сәнғәт институты педагогы, профессор:
– Ринат Басариев кеүек актер башҡорт театр сәнғәтендә булманы, бәлки киләсәктә лә булмаҫ. Ундағы талант, һығылмалыҡ, тормошҡа юмор менән ҡарау, күңелендәге осҡонға көнләшмәү мөмкин түгел ине. Янында тик байрам һәм ижад мөхите булдырҙы. Студент йылдарынан уҡ үҙенең ҡабатланмаҫ таланты менән мине әсир итте. Тәбиғи булмышын боҙмаҫ өсөн, уҡытыусы булараҡ, мин уның менән бик һаҡ эшләнем. Ундай кешеләр ғәҙәттә нескә күңелле, һыныусан була. Ринат ике тапҡыр театрҙан китеп йөрөнө, ә ундай талантҡа сәхнәнән китеү гонаһ. Шуға күрә өйөмә саҡырып, уның менән бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Сабыр булырға, сәхнәгә кире ҡайтырға өгөтләнем. Рәхмәт, һүҙемде йыҡманы, ике осраҡта ла сәхнәгә сығырға үҙендә көс тапты. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағас, әллә ниңә күңелемә шом төштө. “Ринат, ташла шул эшеңде! Һин бит ижад кешеһе, үҙеңде харап итмә!”– тип ялыныуыма ул йылмайып: “Фәрдүнә Ҡасимовна, минең бит дошмандарым юҡ!” – тип яуап бирҙе. Кешенең иң ҙур дошманы аҡса икәнен аңлата алманым.
Август айы ине, отпуск тамамланып, яңы ғына эш башлаған көндәр. Ҡайтыр ваҡыт етте, ә тышта ҡойоп ямғыр яуа. Институт ишеге төбөндә нимә эшләргә белмәй аптырап торғанда, иҫке генә машинаһы менән Ринат килеп туҡтаны. Ул йыш ҡына шулай килеп, уҡытыусыларының хәлен белә торғайны. Мине күргәс, ул өйгә тиклем алып барыр­ға теләк белдерҙе. Юлды “Ярты аҡыл Журден” спектакле тураһында һөйләшеп үткәрҙек, хушлашыр алдынан ул шатлығы менән бүлеште: “Иртәгә өр-яңы “Мерседес” машинаһы алам. Сит илдән ҡайтып етергә тейеш. Икенсе юлы һеҙҙе мотлаҡ уның менән алып барырмын”. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беҙҙең һуңғы күрешеү булды. Иртәгеһенә беҙ уның фажиғәле рәүештә вафат булыуы тураһында ишеттек. Күңелемдәге үкенес хисе, һағыныу-һағыштар йылдар үткән һайын кәмемәй, ә арта ғына бара. Һәр уҡытыусы өсөн уҡыусыларының вафаты, айырыуса ул Ринат кеүек үтә лә талантлы булһа, ауыр ҡайғы. Һәр береһен иҫләп, хәтирәләргә бирелеп, ваҡытһыҙ киткәндәргә күҙ йәштәре түгеүем һуңғы арала бигерәк йышайҙы.
Байрас ИБРАҺИМОВ, режиссер, Башҡортостандың һәм Та­тарстан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре:
– Милли йәштәр театрына эшкә килгәнсе үк ундағы Ринат Басариев тигән талантлы актерҙы белә инем. Мин уны һәр ваҡыт “башҡорт Чаплины” тип йөрөттөм. Тамашасыны көлөп илата, илап көлдөрә белгән актерҙар һирәк осрай. Ә Ринатта шул һыҙат бар ине. Эш башлағас, тап уның өсөн генә спектакль ҡуйырға теләп, бик оҙаҡ әҫәр эҙләнем. Һәм Михаил Булгаковтың “Ярты аҡыл Журден” әҫәренә тап булғас, эш башланыҡ.
Ринат эшләүҙән ләззәт ала белде, уның менән эшләү беҙгә – партнерҙарына, режиссерға байрам булды. Ғөмүмән, уға бер нәмә лә күрһәтергә кәрәкмәй ине, нисек кәрәклеген ярты һүҙҙән аңланы. Һәр ролен яратты, әммә Журден менән актер үҙен тулыһынса тамашасыға асты. Тәү ҡарашҡа ғына көлкөлө роль кеүек, әммә бик ҡатмарлы әҫәр һәм постановка булды. Спектакль аншлаг менән барҙы, халыҡ ағылып йөрөнө.
Ринат һуңғы тапҡыр сәхнәгә Ҡазан ҡалаһында сыҡты. 1999 йылдың май айына, миҙгелде япҡас, беҙ “Науруз” театр фестиваленә саҡырыу алдыҡ. Тинчурин исемендәге театр сәхнәһендә уйнарға тейешбеҙ. Ҡазанға барып та еттек, Ринаттың тән температураһы күтәрелеп, аяҡтан йығылды. Бөтөн труппа менән уны дауалау сараларын күрәбеҙ, кем һурпа, кем үлән төнәтмәләре әҙерләп килтерә, кем дарыуханаға бара. Спектакль көнө уның икенсе һулышы асылғандай булды: көс-хәл менән сәхнәгә сығыуына, биш ҡат тире ағыуына ҡарамаҫтан, шул тиклем матур итеп уйнап сыҡты, һәр кем Ринат-Журденға ғашиҡ булды. Икенсе көнө ул фестивалдең “йондоҙо”на әүерелде. Төрлө илдәрҙән, республиканан килгән актерҙар, режис­сер­ҙар, хатта тәнҡитселәр ҙә уны, “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһында еңәсәк, тип фаразланы. Әммә беҙҙең спектакль саҡырыу буйынса, конкурстан тыш ҡатнашҡайны, шуға күрә урын бирелмәне. Бер кем дә, Ринатты һуңғы тапҡыр сәхнәлә күрәм, тип уйламағандыр.
Август айы, отпуск тамамланмағайны, ял йортонан ҡайтып төштөм. Икенсе көнө тыуған яҡтарыма – Тәтешлегә юлланырға ниәтләгәйнем, киске сәғәт 11-ләрҙә театр директоры Евгений Климов шылтыратып, Ринаттың үлеме тураһында хәбәр итте һәм ерләү мәшәҡәттәре менән булышыуымды үтенде. Был хәбәргә ышаныр-ышанмаҫ ултырҙым, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡҡандан һуң, таң менән театрға киттем. Ял ваҡыты, Өфөлә таныштар ҙа ҡалмаған кеүек ине. Ә хушлашырға бик күп кеше килде. Интернет заманы түгел, был турала нисек хәбәрҙар булғандарҙыр, белмәйем. Бына шулай күҙ йәштәре, һыҙланыуҙар менән яратҡан актерыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ. Аҙаҡ Журден роленә беҙ Альберт Шәйхетдиновты индер­ҙек. Ринаттың тыуған көнөндә ошо спектаклде ҡуйып, финалда яҙмаларҙан алып, уның тауышын бирҙек, шәмдәр тоҡандырҙыҡ. Спектакль тамамланғас та, тамашасылар таралышмай, яратҡан актерын иҫкә алды.
Ринаттың эше һәр ваҡыт күп булды, әммә ролдәрен урынына еткереп, яратып башҡарҙы. Ваҡытын, кисерештәрен, талантын йәлләмәне, кәрәк булһа, киске сәғәт 12-гә тиклем дә ҡалып эшләй торғайны. Уның уникаль талантҡа эйә булыуын тағы ла бер ваҡиға дәлилләй. 1996 йылда Флорид Бүләковтың “Люстра” спектакле менән Сибай театры Өфөгә гастролгә килде. Шул көндө Марс ролен уйнаған Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Йәмилев мәрхүм булды. Билеттар һатылған, тамашасы көтә. Спектакль башланыр алдынан нимә эшләргә белмәгән театр етәкселеге уның урынына Милли йәштәр театрында шул уҡ ролде башҡарған Ринат Басариевты саҡыра. Икенсе актер булһа, баш тартыр ине, ә Ринат ризалыҡ биреп, тамашаны йырып сыға алды. Текст әлбиттә бер үк, әммә бөтөнләй икенсе ҡуйылыш, башҡа актерҙар, декорация, мезансценалар. Бындай аҙымға барыр өсөн батырлыҡ та, үҙ үҙеңә ышаныс та кәрәк.
Ижад кешеһе ни тиклем талант­һыҙ була, шул тиклем танауы күтәрелә, тәкәббер була. Ә талантлылар һәр ваҡыт ябай булып ҡала. Ринат ҡыҫҡа ғына ижади ғүмерендә быға асыҡ миҫал булыр торҙо.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”


Күңелендә уның моң йәшәне...