21.12.2010 Тыуған яҡҡа ҡайтыу
Үҙ ғүмерендә илле мең түгел, биш һум да отҡаны булманы уның. Аҡсаны, тәмле йоҡоларын ҡалдырып, әсе тире менән тапты. “Китап ене ҡағылғас, яҙмай тора алмайым”, – ти торғайны.
Ысынлап та, Рәшит Солтангәрәев алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһынан алып ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр тынғыһыҙ ижад юлында булды һәм әҙәбиәтебеҙҙә иң уҡылған авторҙарҙың береһе ине. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтен һәм публицистикаһын Рәшит Солтангәрәев ижадынан башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Вафатына тиҫтә йыл үтһә лә, уның әҫәрҙәре уҡымлы, популяр, бәхәс тыуҙырыусан. Хикәйә йәки мәҡәлә булһынмы, роман йәки повесмы, әҙиптең әҫәрҙәре уҡыусылар күңелендә тетрәнеү тыуҙыра, уйландыра. Улар һаман көндәлек тәнҡит мәҡәләләренең, йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙең, монографияларҙың уртаһында. Ә үҙең үлгәндән һуң да үҙең йәшәгән дәүерҙең ҡолағы, күҙе, теле була алыу һәр яҙыусыға ла бирелмәй ул.
Карамат ағайҙың үҙен белмәһәм дә, ҡыҙы Гөлнур апай менән 1997 йылда уҡ танышҡайныҡ. Башҡортостандың дәүләт суверенитетының ете йыллығына арнап, “Йәшлек” гәзите республикабыҙҙың көньяҡ райондары һәм ҡалалары буйынса атлы поход ойошторғайны. Сараның маҡсаты йәмғиәтебеҙҙә барған демократлаштырыу процесы хаҡында халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу һәм “Йәшлек” уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәреү ине.
Таймаҫ мәктәбендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән йәнле әңгәмәнән һуң, Гөлнур Карамат ҡыҙы менән һөйләшеп киттек. Уның ҡыҙ фамилияһы Рахманғолова икәнен белгәс, мин, шаярып: “Һин апайым булаһың инде былай булғас”, – тинем. Ул шатланып, риза икәнлеген белдерҙе. Шул ваҡыттан алып, уйынлы-ысынлы, бер-беребеҙҙе туған күреп йөрөйбөҙ.
– Беҙҙең яҡтарҙа ауылдарҙы төҙөкләндереүгә иғтибар бик юҡ, – тигән борсолоу белдергәйне Таймаҫҡа бер барғанымда Гөлнур Карамат ҡыҙы. – Был яҡтарҙа йәшәгән кешеләр был күренешкә кәлепләнеп тә бөткән. ҡыш еттеме, юлһыҙлыҡ бигерәк аптырата. Рәшит абзыйым мәрхүм булған йылды бик көслө бурандар елеккә үтте. Үҙе иҫән булып, яҡташтарының Күмертауҙан, Ермолаевтан 35 – 40 саҡрым араны бата-сума йә йәйәү, йә саңғы менән йөрөгәндәрен ишетһә, ныҡ ҡайғырыр ине.
1945 йылдың июнь айында, ошо саҡрымдарҙың һәр береһен әсе күҙ йәшенә сылатып, ҡулына “похоронка” ҡағыҙын йомарлап тотоп, Ермолаевтан Таймаҫҡа Рәшит Ғимран улының әсәһе Сафия инәй ҡайтып төшә. Таң беленер-беленмәҫтән үк сығып киткән әсә күҙ бәйләнгәндә көскә ҡайтып йығыла өйөнә. Өлкән улы Миһрандың үлем хәбәрен алып ҡайта ул тыуған яғына. “Еңеү килгәс, башҡа кешеләр фронттағы ирҙәренән, улдарынан күстәнәстәр тултырылған посылка ала башланы. Мин дә, берәй шатлыҡлы хәбәр барҙыр, тип, ашҡынып барһам, бына ошо “ҡара ҡағыҙ”ҙы тотторҙолар”. Көн оҙоно район үҙәгенән әсәләренең ҡайтырын дүрт күҙ менән көтөп ултырған балаларына шулай ти Сафия инәй. Иртәнән алып ауыҙына бер тәғәм ризыҡ ҡапмай, әллә нисәмә саҡрым ерҙе йәйәү йөрөп ҡайтҡан әсәләренең ҡара көйгән йөҙөн күргән ҡыҙҙар буҫлығып илаша башлай. Бер Рәшит кенә, эсенән ут йотһа ла, тыныс булып күренергә тырыша. “Илашмағыҙ, – ти ул ышаныслы тауыш менән. – Мин иҫән бит әле, һеҙҙе астан үлтермәҫлек кенә ризыҡ табырмын”.
Гөлнур Карамат ҡыҙы Рәшит Солтангәрәевтың вафатынан һуң уның исемен йөрөткән Таймаҫ мәктәбендә балаларҙа утыҙ йылдан ашыу рус теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләй. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Президенты грантына эйә булған педагог. Тынғыһыҙ мөғәллимәнең тырышлығы менән мәктәптә экспонаттарға бай, мәғлүмәтле музей булдырылған. Уның шаҡтай ҙур өлөшө тулыһынса Рәшит Солтангәрәевтың тормошона һәм ижади эшмәкәрлегенә арналған.
– Абзыйым йыл һайын ауылға ҡайтып, әнәйемә бесән эшләшеп, утын әҙерләшеп китә ине, – тип хәтерләй Гөлнур Карамат ҡыҙы Рәшит Солтангәрәев тураһында. – Уның ауыл осонда күренеүе була, беҙ Зифа һылыуым менән кемуҙарҙан ҡысҡырышып, ҡаршыһына йүгерәбеҙ. Беҙ килеп етә башлау менән, ул шаяртып кирегә йүгерә. Аҙаҡ, беҙ ҙурайғас, абзыйым: ”ҡаршыма сәстәрен ялпылдатып, күстәнәстәр көтөп йүгереүсе ҡыҙҙар булмағас, күңелһеҙ хәҙер”, – ти торғайны.
Бер йылды абзыйым ауылға “Совет Башҡортостаны” гәзитенең фотохәбәрсеһе Анатолий Виноградов менән ҡайтҡайны. Ул беҙҙе, ҡылғанлы яланда ҡулдарыбыҙға сәскәләр тоттороп, фотоға төшөрҙө. Аҙаҡ был фотоһүрәтте гәзиткә лә баҫтырып сығарҙылар. Уның аҫтында Рәшит Шәкүрҙең “ҡылғандар, ҡылғандар, далаға тулғандар...” тигән шиғри юлдары ла барлығы иҫемдә ҡалған.
Беҙҙең йортта яҙыусылар ҙа, журналистар ҙа йыш булды. Мостай Кәрим, Булат Рафиҡов, Рауил Бикбай, Сафуан Әлибай, Тамара Ғәниева, Мостафа Солтанов, Сулпан Иманғолов йыш килеп йөрөнө. Өфөлә уҡыған сағымда мине үҙенең иптәштәре менән таныштырҙы. Шулай, абзыйым арҡаһында Рафаэль Сафин, Рәми Ғарипов һәм башҡа әҙиптәр менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе.
Рәшит абзыйым шул тиклем туған йәнле кеше ине. Бәләкәйҙән ҡыҙҙар араһында ғына үҫкәнгәме, үҙе йомшаҡ күңелле, хәйләһеҙ. Йомоштоң ниндәйе генә булмаһын, уны теүәл үтәне. Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡыған сағында, үҙебеҙҙең магазин кәштәләрендә күп әйбер булмағас, гел унан йә тегене, йә быны һорап хат яҙам. Нимә генә һораһам да, ир кеше булараҡ, магазинда сепрәк-сапраҡ һорап йөрөүҙән уңайһыҙланһа ла, барыһын да алып, посылка менән ебәреп торҙо. Унынсыны тамамлағанда миңә сит илдә эшләнгән матур туфлиҙар, бер түгел, ике заманса модалы плащ, яңы өйөбөҙ өсөн тәҙрә ҡормалары, әнәйемә һинд сәйе, дарыуҙар ебәреп шатландырҙы.
Рәшит Солтангәрәев, Миңъямал апаһына өй һалыу өсөн, ҡарағай бүрәнәләрҙе лә, “Башлес” ойошмаһында эшләгән дуҫтарының ярҙамы менән, үҙе алып ҡайтҡан. Күп тә үтмәй, шул ағастарҙан, Дөрөмбәт тауы итәгенә һыйындырып ҡына, йорт та төҙөп ултыртҡан. Ошо өйгә терәлә яҙып ҡарт тирәк үҫә.
– Йәй булһа, әнәйем шул тирәктең ботағына сәңгелдәк сығарып элә. – Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Миңъямал инәй менән һөйләшәбеҙ. – Беҙ, Хәҙисә һылыуым менән алмашлап, Рәшитте бәүетәбеҙ. Шулайтып, усыбыҙҙа ғына үҫтергәйнек инде беҙ уны, ана бит ҡалай булып китте. Нисәмә йыл үтһә лә, һаман ышана алмайым Рәшитемдең беҙҙе ташлап китеүенә.
Миңъямал инәй, нуры ҡайта башлаған йәшле күҙҙәрен ҡытыршы ҡулдарының һырты менән һөртөп, эргәһенә мине саҡыра.
– Кил әле, улым, яныма, арҡаңдан бер тупылдатып яратайым. Рәшитем ҡайтып ингән һымаҡ булды хатта.
Ауыр һуғыш йылдарына, Сталин хакимлыҡ иткән ҡатмарлы осорға тура килә Рәшит Солтангәрәевтың бала сағы һәм үҫмер йылдары. Был осор балаларына асығырға ла, өшөргә лә, ҡурҡырға ла, бер ғәйепһеҙгә бешелергә лә тура килә. Әммә, ниңәлер, бала сағы ошо осорға тура килгән кешеләрҙән зарланыу һүҙҙәре ишетергә тура килгәне юҡ әлегә тиклем. Улар үҙҙәренең бала сағын, үҫмер йылдарын иҫкә алғанда, һағынып һөйләргә ярата. Күберәк шатлыҡ, ҡыуаныслы көндәрен иҫкә төшөрәләр. Әҙәм балаһын тәбиғәт шулай яралтҡандыр инде, күрәһең. Һәр ваҡыт матур, яҡты мәлдәрҙе генә иҫендә ҡалдырырға.
– Рәшит бала сағында ла төрлө ҡыҙыҡтар уйлап сығарып ҡына тора ине, – тип һөйләгәйне Хәҙисә Ғимран ҡыҙы. – Әнәйем беҙҙе өҫтәл янына теҙеп ултыртып ҡуя ла, киҫәкле шәкәрҙе усына һалып бысаҡ менән ватып, беҙҙең алға һала. Рәшит юҡ-бар һөйләп беҙҙе көлдөрә, мин түҙә алмайынса, эсемде тотоп соланға йүгереп сығып китәм. Инеүемә шәкәр юҡ, Рәшиттең сәйенә төшөп сумған була.
Байтаҡ йылдар үткәс, иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ. Шунда Рәшит ҡулын минең яурынбашҡа һалып, кәперәйеп тора. “Тораһың шунда, бай шикелле, әллә кем булып. Беҙҙең шәкәрҙе урлап ашап, кәүҙә үҫтереп алған булдың да”, – тинем үҙенә. Рәхәтләнеп көлдө.
Күптәрҙең хәтерендәлер әле, был шуҡлыҡтары тураһында Рәшит Ғимран улы “Йәншишмә” гәзитенең 1994 йылдың 7 октябрь һанында үҙе лә яҙып сыҡҡайны.
Шул иҫтәлектәрҙе уҡығанда әсә кешенең бөйөклөгө, кешелеклеге хәтергә уйылып ҡала. Буласаҡ яҙыусының апаһы, Сәмәрә апай, серек картуфты йыйып әҙерләгән “липүшкә”ләрҙе бешереп бөткәс, күмәк ғаилә киске ашҡа өҫтәл артына ултыра. Бешкән ҡоймаҡтар әсәйҙәренең алдында. Ул бүлергә тейеш. Бәләкәй Рәшит, үҙенең сослоғонан файҙаланып, апаһы “липүшкә”ләрҙе бешергән ваҡытта уҡ берҙе сәлдереп өлгөргән. Шулай булғас, ҡоймаҡтар барыһына ла бишәр, тик, Рәшиткә генә дүртәү тейергә тейеш.
“Минең ҡараш әсәйемдең ҡулына эйәреп йылтаңлай, күҙ йомоу ҙа онотола, хас та ас эттеке, – тип хәтерләй ул саҡты әҙип. – Әсәйем бишәрҙе бүлде, артығы юҡ. Мин, бахыр, өмөтлө күҙҙәремде уға текләйем. “Мә!” – әсәйем үҙ өлөшөнән бер ҡоймаҡты минең алға һала. Апайымдар: “ҡотортма шуны!”– ти. Ә мин ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡоймаҡты ауыҙыма тығам, уларҙың һүҙҙәренә иҫ китмәй”.
Ошо хаҡта иҫкә төшөргәс, Миңъямал инәй ҙә кеткелдәп көлөп ебәргән булды.
– Әнәйемә шулай тиһәк, гел Рәшитте яҡлашты: ”Ул бит ир кеше, эшкә тотонһа, һеҙ эшләгәнде ике тапҡыр арттырып эшләй, шулай булғас, яҡшы ашарға тейеш”, – тиер ҙә ҡуйыр ине.
Рәшит аҙыраҡ үҫә төшкәс, әнәйем уға ваҡ ҡына сәскә биҙәге һуғылған ситсанан күлдәк тегеп бирҙе. “Кеймәйем дә мин был ҡыҙҙар күлдәген! – тип ҡаршылаша Рәшит. – Нисек урамға кейеп сығайым мин уны, малайҙар күҙҙе лә астырмаясаҡ”. Шулай тигәс, әнәйем теге күлдәкте зәңгәрһыу төҫкә буяп бирҙе. Ул буяуҙы ҡайҙан тапҡандыр инде?
Күлдәгенең йәтеш кенә түш кеҫәһе лә бар. Рәшит иҫке дәфтәрҙәрҙең биттәрен ҡырҡып, ҡуша теккән дә, үҙенә күрә блокнот яһап алған. Шул ҡуйын дәфтәрен, беҙгә күрһәтмәй, түш кеҫәһенә һалып йөрөгән кеше була. Бер, үҙе күрмәгәндә, йәшереп ҡуйған еренән алдыҡ та уҡыныҡ. Гел ямаҡ мәҡәл, әйтемдәрҙе яҙып тик йөрөй икән был.
Ауылдың коммунистар йәшәгән бер өйөндә китаптар күп була торғайны. Китапхана тиһәң, хәтере ҡалыр, йөҙләп китап булғандыр үҙендә. Шуны беҙ, ниңәлер, көтөпхана тип йөрөтә инек. Рәшит бергилке шул көтөпханаға эйәләп алды. Көндәр буйы шунан сыҡмай, китап уҡый ҙа ултыра. Әллә шунда ултырып, яҙышырға өйрәнеп алды был, бер заман Өфөлә сыҡҡан балалар гәзитенә мәҡәлә яҙып ебәргән. Яҙған әйбере ташҡа баҫылманы, мәгәр быға редакциянан хат килеп төштө. Фәлән-фәсмәтән, яҙған мәҡәләң әлегә гәзит битенә сығарырлыҡ түгел, әммә ҡәләмең шыма, телең бай, артабан да яҙышып тор, тигәндәр. Эй, киткән булды Рәшит мырҙабыҙ ҡупырайып, әле үк яҙыусы булған, әйтерһең дә. Редакциянан килгән ике-өс юллыҡ хатты бер ҙә ҡалдырмай, сәскә биҙәге төшкән күлдәгенең түш кеҫәһенә генә һалып йөрөгән кеше була. Ана шулай яҙыусы булып китте инде ул.
Рәшит Солтангәрәев был турала үҙе шулайыраҡ яҙғайны: “Ә беләһегеҙме, мин бер ҡасан да яҙыусы булайым тип ынтылманым, хыялланманым. Был ҡылансыҡланыу түгел, ысын. Сөнки яҙыусы тигән кешене лә, уның вазифаһын да бик ҙур күрҙем, ҙур баһаланым. Әле лә шулай. Яҙыусы тигән исемдән ҡурҡа инем. Ниҙер яҙып, исемемде ташҡа баҫтырып, кеше алдында әллә кем булып йөрөгө килде. Был ғәйеп түгел, ундай хыял һәр кешелә лә булалыр”.
Бик күп китап авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, әҫәрҙәре башҡорт, рус телдәрендә генә түгел, ә донъя халыҡтарының бик күп телдәрендә баҫылып сыҡҡан яҙыусының был һүҙҙәре, ысынлап та, ҡыланыусанлыҡ түгел, ә үҙенең ижадына тәнҡит күҙлеге аша, сама менән ҡарауы хаҡында һөйләй. Әҫәрҙәрендәге геройҙары һымаҡ, Рәшит Ғимран улы үҙе лә ябай булды. Уға мин-минлек, урынһыҙға шапырыныу сит ине.
“Тыуған ер тойғоһо, хис, ғөмүмән, күңел байлығы яғынан үҙемде, үҙемде генә түгел, бөтөн ауыл кешеләрен ҡаланыҡыларҙан һәр ваҡыт юғары ҡуя инем, бәлиғ булып, бер аҙ аң-тоң белә башлағандан бирле инде. Әле лә шулай. Мин ауылда ун һигеҙ йәшкәсә бер сыҡмаҫтан йәшәнем. ҡалғанын инде ҡайта-китә генә йөрөнөм, мәгәр барыбер үҙемде ауыл кешеһе тип иҫәпләйем. Донъяла иң матур, иң ғәзиз, иң яҡын ер – тыуған ауылым, тыуған йортом, туған яландар, тауҙар, шишмәләр... Һәм, әлбиттә, кешеләр”, – тип яҙғайны Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев. Хәҙер ул, ана, хозур тәбиғәтле Таймаҫында, туған яландар, тауҙар, шишмәләр уратып алған мәңгелек йортонда ята. Мәңгелеккә ҡайтты ул тыуған яғына.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
(Аҙағы. Башы 47-се һанда).
Көйөргәҙе районы.