RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Уңалырмы күңел яралары?

15.02.2017 Уңалырмы күңел яралары?

Уңалырмы күңел яралары?Афған һуғышы ветераны Хөрмәт Иҫәнюлов, беҙҙең күргән-кисергәндәр йәш быуын өлөшөнә төшмәһен, тип теләй

Афғанстан һуғышын үтеп ҡайт­ҡан яугирҙар менән аралаш­ҡан һайын күңелдә ниндәй­ҙер үкенеү хистәре, ятып ҡалған егеттәрҙе йәлләү тойғоһо, һағыш ҡала. Хөрмәт Рәфҡәт улы Иҫәнюлов 1968 йылдың 22 ғинуарында Баймаҡ районының Билал ауылында тыуған. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, “Йылайыр” совхоз-техникумына уҡырға инә. 1986 йылда Совет Армияһы сафына алына. Алты ай Үзбәкстанда “учебка”ла булғандан һуң, 1987 йылдың 1 майында башҡорт егеттәренән бер үҙен Афғанстанға ебәрәләр. Тернез ҡалаһындағы “Дуҫлыҡ күпере”нә тиклем БТР-ҙа оҙаталар, артабан, сикте үткәс, йәйәүләп үҙҙәре китә. Ниндәй генә милләт егеттәре юҡ араларында, ләкин һәр милләттән берәр генә кеше. Алты егет сикте үтә, улар­ҙы ҡаршы алалар. Ике километр ҙа үтеп өлгөрмәйҙәр, машиналары боҙола, артабан юлды тағы ла йәйәүләп дауам итәләр. Уларҙы ниндәйҙер бер подвалға алып килеп ябалар. Шул минутта ғына улар ҡайҙа килеп эләккәндәрен аңлай: тышта көнө-төнө һуғыш бара. Ә егеттәрҙе өс көн ошо подвалдан сығарма­ҙар. Өсөнсө көндө улар тәүге һуғышҡа эләгә. Ҡайҙа ҡарама – ҡан ҡойош, мәхшәр. 19 йәше яңы тулған ауыл егете бындай ҡот осҡос хәлде күреп, ауырып китә. Бер аҙна йән һыҙлауҙарына түҙмәй, йөрәк ауырыуына әйләнә. Шул ва­ҡыт коман­дир­ҙар, һин бит ҡай­ҙа эләккәнеңде белдең, ныҡ бул, би­реш­мә, тип өгөт-нәсихәт уҡый, дарыу би­реп, үҙ-үҙен яҡ­лар­­ға өн­дәй. Бы­на шу­лай башлана егеттәрҙең тәүге сынығыу алыуы.
Күп тә үтмәй, Хөрмәт Иҫән­­ю­лов­ты отделение командиры итеп ҡуялар, йәш һалдаттар уның ҡарамағына күсә. Уларҙы төрлө һы­науҙар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеү, әлбиттә, еңелдән булмай. Ба­тальондағы алты егетте өс айға вышкаға күҙәтеүсе итеп ҡуялар. “Тау башында – өс ай – әйтеүе генә анһат, – ти, ул ваҡыттарҙы хәтерләп, Хөр­мәт ағай. – Ашарға, эсергә ҡасан алып килеүҙәре билдәһеҙ. Тоҡан­дырылған ут­ты һүндерергә тейеш түгелбеҙ. Сөнки шырпы юҡ, ут һүнһә, беҙ ҙә бөттөк, тигән һүҙ. Уны “мәңгелек ут” тип атайбыҙ һәм күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ. Аҙаҡ беренсе ротаға, “Үлем үҙәне” тип атал­ған ергә, күсерҙеләр”.
1988 йылда күрһәткән батырлығы өсөн Хөрмәткә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бирелә. Ул хәл былай була: тау йылғаһы аша сыҡҡан күперҙе шартлатҡандар.
– Төндә йылға аша сығып, торбаларҙы ябып, янғынды һүндереү минең өлөшкә тейҙе. Сөнки кем булһа ла быны эшләргә тейеш ине. Ҡур­ҡырға ярамай, сөн­ки иптәштәремдең яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалғайны, – ти ул, шул осорға әйләнеп ҡайтып. – Бер көн­дө беҙгә дошмандар баҫҡан ауылды ер менән тигеҙләргә тигән бойороҡ булды. Беҙ шунда уҡ ауылға киттек. Ул шомло тынлыҡ менән ҡаршы алды. Һаҡ ҡына ауылды күҙ уңынан үткәрәбеҙ, бер ерҙә лә ир-егеттәр күренмәй, ҡайҙа ҡарама – ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға, беҙҙе ситтән күҙәтәләр. Ауылды бөтөрөргә тигән бойороҡто үтәмәй кире ҡайттыҡ. Күҙебеҙгә ҡарап торған бала-сағаға ҡорал тоҫҡарға ҡулыбыҙ күтәрелмәне. Икенсе тапҡыр, ауылды дошмандар баҫҡан, тигән хәбәр алдыҡ. Барҙыҡ, шул уҡ хәл: ауылда тик ҡатын-ҡыҙ. Шул ваҡыт атыу тауыштары ишетелде, бер нисә егетебеҙ шунда уҡ йән бирҙе. Баҡтиһәң, ҡатын-ҡыҙ тигәнебеҙ ҡатындар кейеме кейгән ир-егеттәр булған икән. Бойороҡто үтәмәйенсә булмай ине...
Күрәм, афған яуы үтеп, күпме ҡан-илашты күргән ир-егет өсөн ошоларҙы кире күҙ алдынан үткәреү бер ҙә еңел түгел: ул бик оҙаҡ ҡына минең һорауҙарға яуап бирмәй, өндәшмәй ултыра, йә хәтирәләргә бирелеп, күҙенә йәш ала һәм артабан һүҙен дауам итә.
– 1988 йылда ҡайтарырға тейеш булһалар ҙа, тик ярты йылдан һуң, 1989 йылда ғына, тыуған илебеҙгә ҡайтыу бәхетенә ирештек. Ун ике егет киткәйнек, тик алтыбыҙ ғына әйләнеп ҡайтты. Уларҙың да икәүһе – аяҡһыҙ, берәүһе – ҡулһыҙ. 1989 йылда Рәсәй ғәскәр­ҙәрен сығара башланылар, шунда тәүге тапҡыр атмаҫҡа тигән бойороҡ булды. Ауыл, ҡалалар­ға дошмандар килеп тулды, атырға ярамай, атһаң – трибунал. Ә улар беҙҙең егеттәрҙе шул ваҡыт күп ҡырҙы. Инде өйҙәренә ҡайтабыҙ тигәндә генә һәләк булған егеттәр бик йәл ине. Ике йыл буйы бронежилетһыҙ, каскаһыҙ йөрөлдө, ә ҡайтырға бойороҡ алғас, кейенергә тура килде. Сөнки үлге килмәй, нисек кенә булһа ла Тыуған илгә әйләнеп ҡайт­ҡы килә, – тип хәтер йомғаҡтарын һүтә. – Күпме ғүмер үтелгән, ә ул һуғыш әле лә төшөмә инә, йәп-йәш егеттәрҙең үлеме, ҡот осҡос хәл булып, һаман күҙем алдынан китмәй. Беҙҙең күргән-кисергәндәр йәш быуындың өлөшөнә төшмәһен, тип теләйем, – ти Хөрмәт ағай, һүҙен йомғаҡлап.
Үҙебеҙҙең күҙ алдында йөрөгән, күпме утты-һыуҙы күреп ҡайтҡан ир-егеттәрҙең кисерештәрен ҡайһы ваҡыт аңламайбыҙҙыр, бәлки. Ә бит уларҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалғайны. Яҙмыш ҡушыуымы, Хоҙай аралағанмы – уларға әйләнеп ҡайтырға насип була. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә... Тик мәғәнәһеҙ һуғыштан алған тән, йән яралары һыҙлауға ғына нисек түҙергә?!

Райхана БУЛАТОВА.

Баймаҡ районы,
Билал ауылы.
Уңалырмы күңел яралары?










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”


Күңелендә уның моң йәшәне...