29.04.2016 Халҡым, тип йәшәүсе ғалим
Күренекле ғалим-төркиәтсе, билдәле телсе һәм яҙыусы, әҙип һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әкрәм Бейешевтың тыуыуына ошо көндәрҙә 90 йыл тулды
Әкрәм Ғибат улы 1926 йылдың 16 апрелендә Күгәрсен районының Туйымбәт ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Күрше Троицк ауылы урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң мәктәптә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Совет Армияһына алына һәм 1950 йылға тиклем хеҙмәт итә. Ете йыллыҡ хәрби хеҙмәттән ҡайтып, 1951 йылдың йәйендә Мәскәү дәүләт университетының көнсығыш бүлегенә уҡырға инә. Университетты уңышлы тамамлап, Өфөгә ҡайтып, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. 1958 – 1961 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтының аспирантураһында уҡый, «Төрки телдәрендә беренсе оҙон һуҙынҡылар» тигән темаға хеҙмәт әҙерләп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән бүлек мөдире дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Институтта эшләгән йылдарҙа ул башҡорт халҡы өсөн бик мөһим ғилми эштәр башҡара һәм башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү уның төп маҡсаттарының береһе була. Был һүҙлектең ғилми нигеҙҙәрен, төҙөү принциптарын билдәләп, үҙе етәкләгән коллектив менән ошо оло эшкә сирек быуат ғүмерен, көсөн бирә. Арыу белмәгән эшмәкәрлеге, ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә Мәскәүҙә ике томлыҡ «Башҡорт теленең һүҙлеге» донъя күрә.
Шулай уҡ институтта эшләгән йылдарҙа төрки һәм башҡорт тел белеме буйынса бихисап хеҙмәт әҙерләй, башҡорт һәм бүтән төрки телдәрҙең фонетик һәм фонологик системаһына арналған мәҡәләләр баҫтырып сығара.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та оло шәхес тынғы белмәй, республиканың сәйәси һәм ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашып, халыҡ тарихына, милләт мәсьәләләренә ҡағылышлы ғилми эҙләнеүҙәрен дауам итә. Был йылдарҙа ул «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше» (1993), «Милләт һәм милли сәйәсәт» (1995) исемле хеҙмәттәрен нәшер итә. Был баҫмаларҙа шәхес халҡыбыҙҙың үткәнен, уның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшен тулы һәм ысын итеп сағылдыра. Изге китап – Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итеү эшендә лә Әкрәм Бейештең өлөшө ҙур.
ғалимдың тыуған иленә, туған теленә булған һөйөүе йәш быуынға өлгө булырлыҡ. «Башҡорт теленең һүҙлеге», «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше», «Тел хикмәттәре», «Көл аҫтындағы ҡуҙ» исемле хеҙмәттәре уның үҙ иленең һәм үҙ халҡының тоғро улы булыуын күрһәтә.
Төплө белемле, туған телде, башҡа ҡәрҙәш телдәрҙе яҡшы белгән тел ғалимы 2003 йылдың 2 октябрендә ҡаты ауырығандан һуң 78-се йәшендә яҡты донъя менән хушлашты.
Ошо көндәрҙә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге архивында оло шәхестең тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап, шәхси фонды асылды. Уны булдырыуҙа ғалимдың һеңлеһе, республикабыҙҙың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе, халыҡ мәғарифы отличнигы Ләлә Ғибат ҡыҙы Бейешева ярҙам итте. Тапшырылған мәғлүмәттәрҙе беренсе сиратта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бөгөнгө көндә бүлек мөдире булып эшләүсе, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов ентекләп ҡарап, өйрәнеп, исемлектәр төҙөштө, ғалимдың тормош һәм ижад юлын сағылдырған биографик белешмәне әҙерләште.
Фондта тупланған документтарҙың һаны 73 эштән тора. Күпселек өлөшөн ғалимдың ғилми эштәре тәшкил итте. Опистың бер өлөшөндә шәхес тураһында мәғлүмәт йыйылды. Әкрәм Бейешевтың тыуыуына 80 йыл тулыу унайынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты коллективы үткәргән «I Бейешев уҡыуҙары» исемле сара тураһында иҫтәлекле мәғлүмәт күрәбеҙ. Был сарала ғалимдың тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге сағылдырылған, уның тикшеренеүҙәрендә төрки һәм башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк мәсьәләләре, уның тарихи хеҙмәттәренә анализ эшләү, әҫәрҙәренең әҙәби үҙенсәлектәрен билдәләү мәсьәләләре ҡаралған. «Бейешев уҡыуҙары»нда республиканың танылған ғалимдары, телселәре, яҙыусылары, әҙәбиәтселәре М. Зәйнуллин, Р. Шәкүров, Ф. Хисамитдинова, М. Нәҙерғолов, Ә. Аҙнабаев, Ш. Нафиҡов, Н. Суфьянова сығыш яһаған. Шулай уҡ ғалимдың туғандары, яҡындары, дуҫтары, яҡташтары, арҡаҙаштары хәтирәләре менән уртаҡлашҡан.
Архивта һаҡланырға әҙерләнгән документтар араһында Ә. Бейешевтың юбилей даталарына әҙерләнеп баҫтырылған мәҡәләләр ҙә бар. Төрлө фән эшмәкәрҙәренең, яҙыусыларҙың мәҡәләләре Әкрәм Бейешевтың ғүмер буйы башҡорт теле, башҡорт халҡы тип янып йәшәгән шәхес икәнен иҫбатлай. Йәмғиәткә күп яҡлы һәм бай ғилми-әҙәби мираҫ ҡалдырыусы оло фекер эйәһе Әкрәм Бейешевтың шәхси фонды, шулай итеп, архив кәштәләрендә үҙ урынын тапты.
Луиза ҒИНИӘТУЛЛИНА,
Рәсәй фәндәр академияһы
Өфө ғилми үҙәге архивы мөдире.