05.06.2015 ОСТАЗ
Күпме йылдар үткән,
Күпме улар тағы үтәсәк…
Басир МӘҺӘҘИЕВ,
СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
Күпме улар тағы үтәсәк…
Басир МӘҺӘҘИЕВ,
СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
Мөкиббән эҫенеп китмәгәндә лә, был донъяла, холоҡ-фиғеле менәнме, тормошҡа мөнәсәбәте яғынанмы, күңелең тартҡан кешеләр була. Уларға һин хәжәт тә түгелһеңдер, һин дә улар тураһында һирәк уйлайһыңдыр, әммә бер-береңдең барлығын белеп йәшәү ҙә – бәхет. Кешеләр таралышып, юғалтышып барған хәҙерге саҡта – айырыуса.
Быны кемгәлер тәғәйенләп әйтмәйем, ләкин ошо юлдарҙы яҙып ултырғанда күҙ алдымда – Дәүләт ағай Мәһәҙиев. Ул минән хәтһеҙ оло булһа ла, «Совет Башҡортостаны» республика гәзитенә эшкә бер йылды күстек. Ағай ҙа, мин дә быға ҡәҙәр район гәзиттәрендә күптән арыу ғына эшләп өлгөргәйнек инде. Тәүҙә тыуған Абзан районының “Сталинсе” гәзитендә эш башлаған, комсомол, мәғариф мәшәҡәттәре менән байтаҡ йөрөгәндән һуң, Мәһәҙиев Мәсетле районында сыға килгән “Коммунист” гәзите аша журналистикаға йәнә әйләнеп ҡайтҡан. Мин иһә әлеге һөнәргә ныҡлап Әбйәлил районының “Осҡон” – “Искра” гәзитендә тотондом. Был юҫыҡта һүҙҙе сурытмай, шуны ғына өҫтәргә булалыр – район матбуғатында эшләүсенең хеҙмәте ифрат ауыр, ул тәғәйен бер темаға махсуслаша алмай, уға бихисап мәсьәлә менән шөғөлләнергә тура килә. Уның ҡарауы, ошонда һынау үтә алғандар артабан юғарыраҡ кимәлдәге матбуғатта ла һыр бирмәй эшләй.
Шулай, бер-беребеҙ менән әлегә йүнләп танышмайынса, Дәүләткирәй ағай – редакцияның хаттар бүлеге мөдире, мин – үҙ хәбәрсе булып, “Совет Башҡортостаны”нда эшләп алып киттек. Хәҙер ҙур матбуғатҡа ла йәш-елкенсәк икеләнеүһеҙ йөрьәт итә, беҙ улай тәүәккәл түгел инек шул. Районда үҙебеҙҙе кемдер итеп һанап йөрөгән булабыҙ, ә республика гәзите редакцияһында ниндәй оҫталарҙың эшләү ихтималы башҡа, исмаһам, бер инеп сыҡһасы. Мөхәррир Абдулла Исмәғилев ифрат егәрле, талапсан, ҡайһы саҡ үтә әйтә торған ағай. Пропаганда, партия тормошо бүлектәрендә Зиннәт Ишмаев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов эшләй. Яу үткәндәр. Яуаплы сәркәтиптең ифрат мәшәҡәтле вазифаһы итәғәтле, ипле һүҙле Аҡмал Саптаров иңендә. Торараҡ, Өфөгә саҡырылғас, аҙнаға алты тапҡыр сыҡҡан гәзит редакцияһындағы эштең туҡтау һәм аяу белмәҫ конвейер булыуын, ысынлап та, татырға тура килде.
Ябай халыҡтың ташҡа баҫылған һүҙгә башкөллө ышанған осор. Тоҡлап тиһәм, арттырыу булыр, иллә редакцияға хаттар көн һайын сумкалап килә. Дәүләткирәй ағай менән бергә бүлектә фронтовик Абдулла ағай Баязитов һәм Фатима исемле ҡыҙ эшләй. Хат-хәбәргә күмелеп ултыралар. Ярай ҙа бөтмөр Дәүләткирәй ағай ошо даръяла ғына йөҙһә. Редакцияның йәмғе көстө йәлеп итеп башҡара торған эштәре лә көн дә тиерлек табылып тора. Мәсьәлә шунда, Мәскәүҙән телетайп аша бирелгән материалдар ҙа, үҙебеҙҙең рәсми әйберҙәр ҙә рус телендә генә килә. Тәржемә итеп кенә өлгөр. Әммә башҡортсалаштырғанды ла ҡабаттан уҡып, шымартмайынса ағымдағы һанға ҡуя алмайһың. Шунда инде Дәүләткирәй, Аҡмал ағайҙар менән миңә эштең кәттәһе тейә. Рәсми текст булғас, һәр һүҙҙең мәғәнәһе теүәл һаҡланырға тейеш. Был йәһәттән Мәһәҙиевҡа еткән белгес юҡ. Күптәр йөмләне туранан-тура ауҙара ла, шуның менән ҡәнәғәт. Дәүләткирәй Дәүләтбай улы иһә, рентген нурҙары есемдең эске структураһын яҡтыртҡан шикелле, һүҙҙең контексҡа ярашлы төпкөл мәғәнәһен аңлай. Бындай һиҙемләү һәләте телде нескәлектәренә тиклем белгән кешеләргә генә бирелгән. Минең, мәҫәлән, ошо күҙлектән ҡарағанда, Дәүләткирәй Мәһәҙиевтан да маһирыраҡ кешеләргә юлыҡҡаным булманы. Уның телдәрлек оҫталығы, әлбиттә, крайҙы өйрәнеүсе Руф Игнатьевтың “Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор”, ғәскәр башлығы Муса Мортазиндың “Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну” тигән хеҙмәттәре башҡортсалаштырғанда уҡ күренгән, ләкин Ҡөрьән Кәримде тәржемә итеүҙә ҡатнашыу ғалимлыҡ, киң мәғлүмәтлелек һәм нескә стилислыҡтың иң юғары кәүҙәләнеше булғандыр. Совет матбуғат системаһында эшләһә лә, донъяуи тормош менән йәшәһә лә, Мәһәҙиев ислам тәғлимәтен өйрәнеүгә ижтиһад күрһәтте, диндең тәрбиәүи асылын ғәмгә еткереүгә күп көс һалды.
Ғөмүмән, Мәһәҙиевтарҙы белә башлағаны бирле киң ҡырлы, тәрән тамырлы ошо ғаиләгә ғәжәпләнеүем көсәйә генә бара. Башҡортостандың көньяғындағы милләттәштәребеҙ, мәғрифәтле үә мөлкәтле Ырымбурға тартым йәшәгәнгәме, донъяуи ҡараш менән, үҙ тупһаһы менән генә сикләнмәй көн иткән. Уртаҡ зыялылыҡ, рус ҡәүеменә яҡынлыҡ Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез төбәгенән уҡымышлы милли кадрҙарҙың алдараҡ, күберәк өлгөрөп сығыуына булышлыҡ иткәндер. Һәр хәлдә, быға миҫалдар һанап бөткөһөҙ. Мәһәҙиевтарҙың тыуған ауылы Абзанды ла төпкөл тип әйтергә тел әйләнмәй. Инҡилапҡа ҡәҙәр ҙә ул гөрләп торған. Тормошто яңыртып ҡора башлағас, Башҡортостандың тәүге ер эштәре халыҡ комиссары Сөләймән Мырҙабулатовтың ҙур дәүләт эшмәкәре булып китеүенә ошонда нигеҙ һалынған. Һәм, ниһайәт, ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт милли зыялыларының һоҡланғыс вәкилдәре – Дәүләткирәй Дәүләтбай улы менән Басир Дәүләт улы Мәһәҙиевтар ҙа Абзанда ҡанат нығытҡан. Әйткәндәй, тамырҙары һәм япраҡтары сәләмәт булмаһа, уның орлоҡтары ла шытым бирә алмай. Дәүләткирәй ағайҙың атаһы Дәүләтбай бабай – урта хәлле крәҫтиәндәрҙән, колхоздар заманында ла юғалып ҡалмаған, мал-мөлкәтһеҙ йәшәмәгән, томана ла булмаған. Зөләйха инәй, тегенеүгә оҫталығы арҡаһында, бөтә тирә-яҡты бөтәйтеп торған.
Дәүләткирәй һәм Басир Мәһәҙиевтар… Аталарының исеме рәсми документтарҙа аҙ ғына төрләндереп килтерелһә лә, улар – бер туғандар. Улай ғына ла түгел, ағалы-ҡустылы ғаиләләрҙең ғүмер баҡый шулай бер булып йәшәүен минең бүтәнсә күргәнем булманы. Дәүләткирәй ағай менән Мәрйәм еңгәй, Басир ағай менән Сәүиә еңгәй, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр. Бары ла, юғы ла – уртаҡ. Күмәкләгәнгә, Мәһәҙиевтар баҡсаһында морон төрткән һәр ағас мотлаҡ емеш бирә.
Басир Мәһәҙиевты мин ни өсөн яҡын күрә инем? Ул – Әбйәлилемде тикшереп, ер аҫты хазиналарын асҡан ғалим-геолог. Урал аръяғының сәнәғәтен үҫтереүҙәге ҙур уңыштары өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Дәүләткирәй Мәһәҙиевты ни өсөн әле булһа һағынып иҫкә алам? Аҡыллының үлсәүе – һүҙҙә, тигәндәй, оло журналист миңә һүҙҙең тәмен һәм бәҫен баһаларға өйрәтте. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы уның ғәжәйеп хеҙмәтен билдәләне. Ағаһының да, ҡустыһының да ошондай оло бүләктәргә эйә булыуының бүтән миҫалдарын белһәгеҙ, әйтегеҙ. Уның сымырылығы бер өлгө булһа, әҙәпле йәшәүе – остазымдан ҡалған икенсе мираҫ. Быныһы, бәлки, мөһимерәктер ҙә.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.