13.03.2015 Тәбрикләйбеҙ!
15 мартта яҙыусы, « Мәскәү банкы»ның Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары, Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау республика фонды рәйесе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Камил ЙЫҺАНШИНҒА – 65 йәш
Камил Йыһаншин һөнәре буйынса радиотехник. БССР-ҙың Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында, «Эхо», «Шок», «Вымпелком» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең етәксеһе булып эшләй. Биш китап авторы. Әҫәрҙәре Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Э. Володин исемендәге «Империя мәҙәниәте», С. Злобин исемендәге премиялар менән баһаланған.
16 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы
Редик ФӘСХЕТДИНОВҠА – 75 йәш
Редик Фәсхетдинов 1962 – 1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй.1975 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмдәрендә сығыш яһай. Талантлы баянсының репертуарында – эшкәртелгән башҡорт халыҡ инстр ументаль көйҙәре һәм йырҙары, башҡорт һәм татар композиторҙарының әҫәрҙәре. Фәсхетдиновтың башҡарыу оҫталығы халыҡсанлыҡ, импровизация һәм биҙәктәр байлығы менән айырылып тора.