RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Йәмле ғаиләнең йәне

07.03.2015 Йәмле ғаиләнең йәне

Эльмира Фанина – эшендә ярҙамсыл психолог, өйөндә хәстәрлекле ҡатын, балаларына һөйөклө әсә.

Йәмле ғаиләнең йәнеУчалыла һылыуҙар бик күп. Быны үҙебеҙ раҫламайбыҙ – беренән-бере гүзәл ҡыҙҙарға һәм ханымдарға күҙебеҙ өйрәнеп бөткәс, артыҡ иғтибар ҙа итмәйбеҙ, беҙгә ҡунаҡҡа килгәндәр шулай ти (ситтән, ысынлап та, яҡшыраҡ күренәлер). Һәр хәлдә, улар, урамығыҙҙан тыныс ҡына үтеп булмай, аҙым һайын сибәрҙәргә тап булаһың, тип, һоҡланыуҙан тел шартлата. Шундай һылыуҙарҙың береһе күрше генә йортта йәшәй.

Төҙ һынлы, тыныс холоҡло Эльмира Фанинаны бер кем дә өс бала әсәһелер тип башына ла килтермәй – йәш ҡыҙҙар кеүек нескә, һомғол буйлы, йәш сырайлы ул. Кемделер йылдар ҡырҡҡа бөкһә, Эльмира Рәүф ҡыҙы, киреһенсә, йылдан-йыл матурая, гүзәллеге арта бара. Йәштәшем, ҡала ҡыҙы булһа ла, йәйҙәрен ауылда, олатай-өләсәй янында үткәргәнгәлер, әҙәпле, тыйнаҡ, сабыр бала булып үҫкән. Яҡын зат-зәүер­ҙең балалары араһында иң өлкәне булараҡ, гел дә үҙен уҡытыусы итеп тойған һәм, әлбиттә, яратҡан уйыны кескәйҙәргә белем биреү булған. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында индустриаль-педагогия техникумына уҡырға инә. Унан һуң, психология менән ҡыҙыҡһынып китеп, педагогия институтында шул ҡыҙыҡлы фәнде төплө өйрәнә. Йәш белгес ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында хеҙмәт юлын башлай. Әлеге ваҡытта психолог Эльмира Рәүф ҡыҙы реабилитация үҙәгендә эшләй.
– Эшемде яратам, бар күңелемде һалырға, хәлемдән килгәнсә инвалид балаларға, ата-әсәләргә ярҙам итергә тырышам, – ти ул. – Һәр ата-әсә бала үҫтергәндә төрлө ҡыйынлыҡтарға осрай, ә инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәнең ундай проблемалары тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк, балаларҙың үҙҙәренә лә тормошҡа яраҡлашыуы еңелдән түгел. Ләкин, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ата-әсәләр һәм улар­ҙың балалары ҡыуаныста йәшәргә ынтыла, һәр көндән йәм таба – был йәһәттән уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә була.
Инвалид балалар менән төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулау­ҙары бөтә коллектив өсөн оло шатлыҡҡа әйләнә, күмәк еңеү һымаҡ тойола. Бер ҡыуанысты барыһына бүлешеп, еңеүҙең баһаһын арттыралар, шулай баланың күңелен күрәләр. Үҙәктәге һөйөнөстәрҙе лә, көйөнөстәрҙе лә йөрәгенә яҡын алған Эльмира ҡайһы саҡта эшен өйөнә лә эйәртеп ҡайта. Әлдә ҡыҙы Алина менән улы Даян ҡул аҫтына ингән – әсәләрен ҡурсалап, бар эште үҙҙәре белеп эшләй, уны артыҡ мәшәҡәтләмәҫкә тырышалар. Егәрле балалар уҡыуҙа ла һынатмай. Хатта кескәй Наилә лә, апай-ағайынан күрмәксе, таҙалыҡ, тәртип яҡлы – уйынсыҡтарын йыйып тота. Был матур, татыу ғаиләнең башлығы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында водитель булып эшләгән Азат Фазыл улы – хәстәрлекле лә, талапсан да ир һәм атай, барыһына ла таяныс, ҡалҡан. Ул ғаиләнең тотҡаһы булһа, ҡатыны – йәне, ә балалары – өйҙөң ысын йәме. Бер-берен һөйөп, тәрән ихтирам итеп, аңлашып йәшәгән ғаиләләрҙең һәр береһендә шулай.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”