RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Күренекле ғалим-философ, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Дамир ВӘЛИЕВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл

06.03.2015 Күренекле ғалим-философ, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Дамир ВӘЛИЕВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл

Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: бына бер саҡ “Фольклор народов РСФСР” (Өфө: БДУ, 1979, 1980, 1981, 1984) тигән йыллыҡ йыйынтыҡтар­ҙа (әйткәнемсә, уны рус әҙәбиәте һәм фольклор кафедраһы мөдире, профессор Лев Бараг сығара ине) уның имзаһы менән йырҙар баҫыла башланы. Уларҙың береһенең көйөн – Мәжит Алкин, бер нисәһен Фәрит Ка­маев, Айрат Ҡобағошов менән Юлай Ғәйнет­динов нотаға һалыуын да белдек. Уның шул баҫмаларынан йыр-моң һөйөүселәр Силәбе өлкәһендә таралған “Суҡан батыр” ҡобайыры, “Ҡурай”, “Киҙәгәс”, “Ирәле”, “Иҫке эскадрон”, “Сәйкә батыр”, “Арғужа”, “Шәрәфетдин Вәсилов”, “Ҡолой менән Фатима”, “Ишбир­ҙе”, “Ирәмәле”, “Сәләй”, “За­һиҙулла”, “Сәй­фел­мөлөк”, “Ҡушай”, “Йәйләү”, “Ҡолғәзәр” (“Ҡолғизәр”), “Бәҙрийән”, “Ҡомгүл”, “Ҡуш­күл”, “Сел ҡурай” (“Сөл ҡурай”), “Һағышлы ғүмер”, “Алмағасҡай”, “Тирмән аҫты тәрән һыу”, “Мейәс буйы”, “Шәһүрә – аҫыл ҡыҙ бала”, “Арғаяш Заһиҙәһе” кеүек әлегә йыйынтыҡтарға ла, профессиональ йырсыларыбыҙ репертуарына ла бик үк инеп бармаған, башҡа тарафтарҙа бөтөнләй ишетелмәгән йырҙар менән бер рәттән, “Урал”, “Ҡолой кантон” кеүек киң билдәлеләренең яңы варианттары менән танышыу форсатына иреште. Уларҙың байтағы аҙаҡ сәхнәләребеҙҙән дә, эфирҙан да яңғырай башланы. Шул йырҙар иҫәбенә үҙҙәренең репертуарҙарын яңыр­тыу­ға, байытыуға өлгәшеүе өсөн йырсыларыбыҙ, уларҙы тыңлап кинәнеү бәхетенә ирешеүебеҙ менән беҙ – йырһөйәрҙәр – Дамир дуҫҡа бурыслыбыҙ. Уның шул баҫмалары аша йырһөйәр йәмәғәтселеккә Арғаяш районының Ҡолой ауылынан Яхъя Хәмзин, Маһинур Шаимова, Нөркәнән Сәфәрғәле Солтанбаев кеүек йыр-көй оҫталары хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә мәғлүм булды.

Үҙе йыйған фольклор материалдарының Арғаяш районы ауылдарында яҙып алынған өлөшөн Дамир аҙаҡ йыйынтыҡ итеп баҫтыр­ҙы2. Күләме бәләкәй булһа ла, йыйынтыҡтың ғилми һәм ғәмәли әһәмиәте ҙур. Быға, ундағы йырҙарҙың күбеһенең беренсе тапҡыр ташҡа баҫылыуы, киң билдәлеләренең үҙенсәлекле варианттары бирелеүе генә түгел, Дамир Вәлиевтың үҙ йыйынтығын Сергей Рыбаковтың “Музыка и песни уральских мусульман...” (Сп-б, 1898) тигән китабы рухында төҙөүе лә сәбәпсе.

Беҙҙә, ғәҙәттә, йыйынтыҡтарҙа, хатта академик баҫма иҫәпләнгән “Башҡорт халыҡ ижады” тигән күптомлыҡта ла йырҙың тексы ғына бирелә. Ә уның килеп сығыу тарихын аңлатыусы риүәйәте лә, көйөнөң нотаһы ла тышта тороп ҡала. Шул арҡала йырҙың танып белеү, тәрбиәүи, эстетик һәм ғилми әһәмиәте зыян күрә. Төплө ғалим төплө инде. Маһир ғалим маһир инде. Ана шундай рухтағы тикшеренеүсе булараҡ, Дамир йыр йыйынтыҡтарыбыҙҙың был кәмселеген ҡабатларға теләмәгән. Ул, С. Рыбаковтан күрмәксе, һәр йырҙың тарихын да, көйөнөң нотаһын да, уны кемдән ишеткән, шул информант хаҡында мәғлүмәт тә бирә барған. Үкенескә күрә, ул йыйынтыҡ хәҙер библиографик яҡтан һирәк осрай торған китаптар иҫәбендә генә. Уға профессиональ йырсылар араһында ла, үҙешмәкәрҙәрҙә лә их­тыяж ҙур. Фольклор­сы аспиранттар, ғалимдар өсөн йыйынтыҡтың ни тиклем файҙалы булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Бына һиңә “ҡолағына айыу баҫҡан малай”! Бына һиңә “абсолют слухһыҙ” ҡурайсы!

Үҙе көйләү һәләтенән мәхрүм булһа ла, тимәк, рухы менән милли көйҙө яҡшы айыра белгән Дамир. Үҙе йырлай белмәһә лә, күңеле йырлаған уның. Шуға күрә лә, сәйәсәт, фәлсәфә, хоҡуҡ ғилемдәре өлкәһендә тир түгеүсе теләһә ниндәй башҡа белгестәр менән сағыштырғанда, Дамир Вәлиев имзаһы менән донъя күргән ғилми хеҙмәттәрҙә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләренең, шул иҫәптән халыҡ йырҙарының йыш телгә алыныуына һис кенә лә аптырайһы түгел. Быға уның “История нравственного сознания башкирского народа” тигән китабын ғына3 миҫал итеп күрһәтеү ҙә етә.

ХХ быуаттың 70-cе йылдарынаса башҡорт эпосы ғилеме, нигеҙҙә, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай ине. Бара-тора ғалимдарыбыҙ был сикләнгәнлектән ҡотолорға тырыша башланы. Божра эпостарыбыҙҙың мифологик нигеҙҙәрен юллау тәңгәлендә өҙөлдө. Был йәһәттән тәүге һүҙҙе Д. Вәлиев әйтте. Үҙенең хеҙмәттәрендә ул ҡайта-ҡайта “Урал батыр” эпосының, бер яҡтан, фарсыларҙың зороастризмы менән, икенсе яҡтан, боронғо төрки мифология менән тамырҙаш, өсөнсөнән сүмәр-аккадтарҙың Гильгамешҡа бағышлан­ған поэмаһына оҡшаш булыуына иғтибар итте. “Аҡбуҙат”, “Ҡуңыр буға”, “Аҡһаҡ ҡола” тигән милли эпик ҡомартҡыларыбыҙға һа­лын­ған уртаҡ идея менән мал-тыуарҙы рән­йетеүҙән һаҡ булырға саҡырыусы Заратуштра гаттары (йырҙары) нәсихәте араһында оҡшашлыҡҡа иғтибар итә. “Урал батыр” эпик ҡобайырында яуызлыҡтың изгелек тарафынан еңелә барыуында ул тарихи оптимизм сағылыуын күрә4.
Хәҙер үле тип иҫәпләнгән авестий телендә (авестийский язык) ижад ителеп, Ахурамазда йөҙөндә берҙән-бер илаһты ғына таныусы һәм изгелек менән яуызлыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуйып, тәүгеһенең еңәсәген раҫлаусы Заратуштра гаттарында (йырҙарында) кешеләр мал-тыуарҙы рәнйетеүҙән һаҡ булырға тейеш тигән нәсихәт үткәрелә. Ошо яҡтан “Аҡбуҙат”, “Ҡуңыр буға”, “Аҡһаҡ ҡола” кеүек милли эпик ҡомартҡыларыбыҙҙың улар менән ауаздаш булыуына, уларҙа мал-тыуарға мәҙхиә уҡылыуына тикшеренеүселәребеҙҙән беренсе булып Дамир Вәлиев иғтибар итте.

“Урал батыр” эпосында яуызлыҡ менән изгелек һәр саҡ йәнәш күрһәтелә. Сәсәндәрҙең симпатияһы изгелек башланғысын үҙ итә. Шуға ла эпоста уға өҫтөнлөк бирелә. Дамир Вәлиев ошо күренештә “Урал батыр”ҙың тарихи оптимизмы сағылыуын таный5.

Ырыу йәмғиәтенә хас әхлаҡ ҡанундарының билдәләре феодализм шарттарында ла йәшәүе, дөрөҫөрәге, әхлаҡ ҡағиҙәләренең күсә килеше хаҡында һүҙ алып барғанда, Дамир Вәлиев башҡорттоң “Яҡшы әҙәм менән яман әҙәм” тигән ҡобайырына мөрәжәғәт итә6:

Ололарҙы ололау –
Яҡшылыҡтың билдәһе;
Кеселәрҙе кеселәү –
Кешелектең билдәһе.
Олоға ҡолаҡ һалмау –
Яманлыҡтың билдәһе;
Кесене һанға алмау –
Насарлыҡтың билдәһе.

Ололарға кесе бул,
Кеселәргә оло бул!
Күсәгилешлек ниҙә күренә, тигәндә, был һүҙҙәрҙең, асылда, Урал батыр васыятының бер вариантынан ғибәрәт икәнен әйтеү ҙә етә торғандыр. Хәтерегеҙҙәме, үлем түшәгендә ятҡан мифик батыр уландарына, халҡына шулай тип мөрәжәғәт итә:
Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе тиегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ;
..................................
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Алтын урҙа дәүерендә башҡорттарҙың милли-азатлыҡ хәрәкәтенең мәшһүр “Урал” йырында үҙенсәлекле сағылыш табыуына иғтибар иттереп, был фекерен Дамир Вәлиев ундағы ошо һүҙҙәр менән йөпләп ҡуя:

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып
Уҡ-һаҙаҡай тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын7.

Ғөмүмән, Дамир Вәлиев үҙенең хеҙмәттәрендә фольклорҙы иллюстратив материал итеп кенә файҙаланманы. Уны йәнле булмышында күҙәтеп, материалдың үҙенән сығып, фекер йөрөтә белә ине. Шуға ла этика хаҡында яҙамы, тарихҡа мөрәжәғәт итәме, хоҡуҡ, фәлсәфә мәсьәләләре хаҡында һүҙ алып барамы, халҡыбыҙ ижады өлгөләре уның өсөн йыш ҡына тәүсығанаҡ ролен атҡарыр булды.

Халыҡ ижады буйынса теләгән бер белгес менән дә Дамир дуҫ уртаҡ тел таба белә ине. Йыш ҡына уның йә Кирәй Мәргән, йә Лев Бараг, йә Мөхтәр Сәғитов менән һин дә мин һөйләшеп ултырғанына, хатта бәхәс ҡорғанына шаһит булынылды. Борис (Барыҫ) Әхмәтшин һәм мин фәҡирегеҙ менән ундай әңгәмәләр “һин” кимәлендә бара торғайны. Шунан ғына ла ундай һөйләшеүҙәрҙең “температураһы” хаҡында фекер йөрөтөп була торғандыр, моғайын.
Бер мәл Лев Григорьевичтың, бик тә әсенеп: “Я не понимаю, почему Наиль Валеевич (һүҙ ТТӘИ-ның этнография һәм антропология бүлеге мөдире, күренекле этнографыбыҙ Наил Бикбулатов хаҡында бара ине – Ә. С.) не защищает докторскую диссертацию в виде доклада? Монографий у него предостаточно. Некоторые изданы в Москве в издательстве “Наука”. Ведь он фактически является потенциальным доктором! А его племянник Дамир Жаватович? При желании он мог бы защитить докторскую и по фольклору. Вот голова дек голова!” – тигәне хәтерҙә.

Дамир фольклорсыларҙың кеме ни менән тын алыуын, нимә менән шөғөлләнеүен генә түгел, ниндәй ниәттәр менән йәшәүенә тиклем белеп торор ине. Был да уның фольклор менән юлайҡан ғына түгел, ихлас ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләй. Шуға ла студенттарым менән сираттағы фольклор экспедицияһына китер булһам, ҡайҙа барырға йыйыныуыбыҙҙы белешеп, беҙҙең маршрутҡа тура килгән ауылдарҙың ҡайһыныһында танышы бар, шунда һуғылырға тәҡдим итер, аманатын әйтер булыр ине. 1980 йылғы Арғаяш экспедицияһы ваҡытында Яхъя Хәмзин, Маһинур Шаимова, Рафаэль Мөхәмәтйәнов менән Дамир аша таныштым да шул арҡала улар менән уртаҡ тел таптым, улар ярҙамында хәтерле бүтән информаторҙарға юлыҡтым.

...1985 йылдың йәйе. Эләгә-йығыла фольклор практикаһына йыйынып ятылына. Юлыбыҙ ер аяғы ер башында ятҡан Ҡурған өлкәһендәге Сафакүл районына төшмәксе. Экспедиция ваҡытында кәрәк-яраҡты йүнләү менән бер рәттән, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһе, ул күлдәр илендә һыу инеү тәртибе, һыуға батыусыға, яраланыусыға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса (ундай ҡазаларҙан Аллам үҙе һаҡлаһын!) инструктаж алып, ҡасан, ҡайҙа йыйылып, нисек ҡуҙғалып китеү хаҡында һөйләшеп ултырһаҡ, Дамир килеп етте. Уның да әйтә торған һүҙҙәре бар икән. “Башҡарыусы ауыҙынан яҙып алған һәр әҫәрҙә башҡорт халҡына хас этика һәм этикет проблемаларына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе билдәләп барһағыҙ ине. Шуның менән бер рәттән, ошо һораулыҡтарға яуаптар һорашығыҙ”, – тип үтенде лә ҡулындағы ҡағыҙҙан һорауҙарын уҡып ишеттерҙе:

“1. Һеҙҙең яҡта “мораль”, “әхлаҡ” һүҙҙәре менән бер рәттән йөрөгән тағы ниндәй һүҙҙәр бар?
2. Кемде холоҡһоҙ, әҙәпһеҙ, ҡылыҡһыҙ тиҙәр?
3. Кемгә ҡарап, “изге” һүҙен ҡулланалар?
4. Нимә ул йола? Һеҙҙең яҡта ниндәй йолалар бөгөнгө көнгә тиклем йәшәп килә?
5. “Ғөрөф-ғәҙәт” нимә ул? Был һүҙ “йола” төшөнсәһенән нисек айырыла?
6. Әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡарата ниндәй һүҙҙәр (баһалар) ҡулланыла?
7. Аралашыу (общение) һәм уның тормоштағы урыны. Һеҙҙең төбәктә ниндәй аралашыу йолалары бар?
8. Ҡыҙ балаларҙы һәм ир балаларҙы тәрбиәләүҙә айырма бармы?
9. Ҡыҙ урлау йолаһы. Һеҙ уға нисек ҡарай­һығыҙ?
10. Ҡолаҡ тешләтеү йолаһы һеҙҙә һаҡлан­ғанмы?
11. Нимә ул намыҫ?
12. Оялыу һәм ояла белеү – яҡшымы әллә насармы?
13. Нимә ул оят?
14. Кемде “дан кеше” тиҙәр?
15. “Моңһоҙ кеше” кем ул?
16. Ир менән ҡатын мөнәсәбәте ниндәй ҡағиҙәләргә, нормаларға буйһонорға тейеш?
17. “Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай”, – тиҙәр. Был әйтемдең ниндәй әһәмиәте бар?
18. Нимә ул “ҡаты күңелле” булыу?
19. Ғәрсел булыу яҡшымы, яманмы?
20. Нимә ул хурлыҡ?
21. Нимә ул ырыҫ, бәхет?
22. Кеше ни өсөн йәшәй? Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
23. Нимә ул кешелек һәм кеше булыу?
24. Хайуандарға һәм үҫемлеккә (ғөмүмән, тәбиғәткә ) ҡарата кеше булып буламы?”

Дамирҙың һораунамәһе бына шунан ғибәрәт ине. Был һорауҙар үҙҙәренең ғилми әһәмиәтен әле лә юғалтмаған. Уларҙың күбеһе уның үҙе кеүек үк этика, фәлсәфә проблемалары менән шөғөлләнеүселәргә генә түгел, фольклорсыларға ла, телселәргә лә, этнографтарға ла, этнопедагогтар өсөн дә, бер түгел, бер нисә ғилми хеҙмәт яҙмалы тема булыуы менән ҡиммәт. Дамир дуҫтың һораунамәһенең күсермәһе әле шуны уйлап тулы килеш тәҡдим ителде лә инде. Ошо яҙмалар­ҙы, уҡыусылар араһында был һорауҙар менән ҡыҙыҡһыныусы табыла ҡалһа (ә табылырына иманым камил), башҡорт этикаһы, этикеты һәм этнопедагогикаһы буйынса профессор Дамир Жәүәт улы Вәлиевтың үҙенән алған консультация тип ҡабул ҡылһын.

2 Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы: Халыҡ йырҙары, мифтар, легендалар. – Өфө: Ғилем, 1996.
3 История нравственного сознания башкирского народа. – Уфа: БГУ, 1984.
4 Валеев Д. Ж. Связь мировоззрения древних башкир с домусульманскими верованиями: Тезисы. – Чебоксары, 1973, С. 3 – 8; Валеев Д. Ж. История нравственного сознания башкирского народа. – Уфа, 1984. С. 24 – 33.
5 Там же. – С. 29 – 33.
6 Там же. – С. 44.
7 Там же. – С. 49.

(Аҙағы. Башы 8-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”