23.01.2015 Ауырлыҡта үткән бала саҡ
Мин 1930 йылдың 11 ғинуарында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. 7 йәш тулмаҫ элек атайым һәләк булды. 58 йәшлек әсәйем ҡарамағында өс ҡыҙ ҡалдыҡ, ике ағайымдың үҙ ғаиләһе бар ине. 1941 йылда ауылда 4-се класты тамамланым. Июндә, бөтә халыҡты зар илатып, Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ике ағайым да шул көндә үк фронтҡа китте. Миңлеғәле ағайым ауыл советы рәйесе ине. Ул һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Әбүбәкир ағайым имен-һау әйләнеп ҡайтты.
Илдә дәһшәтле һуғыш барһа ла, уҡыуымды ташламаным, Юлыҡ ауылына 5-се класҡа барҙым. Унда Маһира исемле әбейҙең бер бүлмәһендә 14 ҡыҙ йәшәнек. Урындыҡта теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ. Бер ҙур, бер бәләкәй ҡыҙ алмашлап дежурлыҡ итәбеҙ. Бер саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы йылғанан һыу ташыйбыҙ, ҡул бысҡыһы менән утын бысып, ярып, мейескә иртүк тороп яғып, бәләкәй суйындарға өйрә бешерергә ултыртып китәбеҙ. Мейестә утын янып бөткәс, башын ябабыҙ. Һәр аҙна һайын 9 – 10 саҡрым йәйәүләп ҡайтып, ике таба сөсө икмәк, бер шешә һөт, бер көрөшкә май йә ҡаймаҡ, бер аҙ ярма (үҙебеҙ бойҙайҙы төйөп, ҡул тирмәне менән тартабыҙ) алып киләбеҙ. Бер аҙналыҡ ризыҡ шул ине. Ә киләһе йылына, ашарға ризыҡ булмағас, 6-сы класҡа уҡырға бара алманым. Колхоз ашлыҡ бирмәй, бөтә иген һәм малсылыҡ продукцияһы фронт өсөн тапшырыла.
1943 йылда яҙғы сәсеү эшенә сыҡтым. Әсәйем, бәләкәйһең, тиһә лә, үҙем ашау яғын йүнләрмен тип, көсләшеп барҙым. Унда эшселәргә 200 г һоло бирәләр ине. Шуны ашнаҡсы тартып, өйрә итеп бешерә, һәр кемгә берәр сүмес сыға. Бынан тыш, 1 литр ҡатыҡ бирәләр. Уныһын учетчик өйҙәрҙән йыйып алып килә. Мин пар ат менән ер тырматтым, иген үҫкәс, ҡыйын утаныҡ, бесән дә күбәләнем. Көҙ иген йыйыуҙа көлтә бәйләп, үгеҙ егеп, көлтә тейәп, эҫкерт ҡойҙоҡ. Көҙгө эштәр бөтөп, ауылға ҡайтҡас, ауыл советы рәйесе булып эшләгән еҙнәйем Мөхәммәт Таһиров, еңелерәк булыр тип, мине конторға йомошсо, почта таратыусы итеп эшкә алды. Ул эште еңел булды тип әйтә алмайым. Сөнки төнгө сәғәт 12-гә тиклем дежурлыҡ итәм, телефон аша фронтҡа повестка бирәләр, мисәт һуғылған әҙер ҡағыҙға фамилияларын яҙып, адресатҡа төн тимәй алып барып тапшырам. Өйгә инергә ҡыймай, бер ни тиклем урамда тапанып йөрөйөм әле. Шулай ҙа ҡағыҙҙы индереп тапшырам. Әсәләре, ҡатындары, балалары илаша башлаһа, улар менән ҡушылып илайым. Минең өсөн иң ауыры ҡайғылы “ҡара ҡағыҙ”ҙы тапшырыу ине, үҙемде ғәйепле тоя инем. 1943 йылдың көҙөнән 1944 йылдың яҙына тиклем эшләнем дә, күңел әрнеүҙәренә түҙә алмай, был эшемде ташланым. Яңы ауыл советы рәйесе Зөлхизә апай Ихсанова бик тынғыһыҙ булды, еңгәйҙәр көн буйы эштә, балалары ас-яланғас һыуыҡ өйҙә. Шуларҙы төндә һалым түләргә саҡырта ине. Халыҡ бик күп һалым түләй торғайны. 46 кг ит урынына һыйырының быҙауын бирә, 231 литр һөт йәки 9 кг 240 г иретелгән май, 100 йомортҡа, һарыҡтары булмаһа ла, 2-шәр кг йөн тапшыралар.
Ауылдаштарымдың хәсрәтенә ҡабат шаһит булырға теләмәйем, тип, рәйес, һин бит өйрәнгәнһең, тип ебәргеһе килмәһә лә, эштән сыҡтым. Рәйес, иң тәүге вербовка менән һине ебәрәм, тигәйне. Һүҙендә торҙо – 1944 йылда баҫыу эштәре бөтөп, ауылға ҡайтҡас, миңә ФЗО-ға повестка бирҙе. Ҡайҙа булһа ла тырышып эшләрмен, тик һуғыш ҡына бөтһөн, тип сығып киттем. 10 ҡыҙ, шатланып, ФЗО-ға барыу өсөн колхоз биргән 3 – 4 кг бойҙайҙы ҡурып тартып, талҡан әҙерләп алдыҡ. Мөхәммәт олатай Биктимеров пар ат менән Баймаҡҡа, унан Магнитогорскиға алып барып, беҙҙе Удмуртиянан килгән мастерға тапшырып, ҡайтып китте. Поезға ултырып Свердловскиға килдек, артабан беҙҙе алып китергә тейешле составты көтөп, бер аҙна самаһы торҙоҡ. Баймаҡтан барыһы 85 үҫмер егет һәм ҡыҙ инек, Ижевскиҙа өлкәнерәктәрҙе алып ҡалдылар, беҙ ары киттек. Игра станцияһында тағы күпмелер кешене алып ҡалдылар. Бара торғас, сират беҙгә лә етте. Поездан төшөп ҡалғас, баракка алып киттеләр. Унда аҫлы-өҫлө таҡталарҙан урын әҙерләнгәйне. Түшәк-мендәр таратып бирҙеләр һәм ашханала ашап алғандан һуң, урын йәйеп, йоҡларға яттыҡ. Ятҡайныҡ ҡына, бүрәнә тейәргә алып сыҡтылар. Шулай итеп, беҙҙең ФЗО-ла уҡыу башланды. Таң менән ашханаға барып (уныһы бер бәләкәй генә өй) сейле-бешле икмәк менән кәбеҫтә ашы ашап алабыҙ ҙа, 5 – 6 саҡрым йәйәүләп диләнкәгә китәбеҙ. Унда йыуан-йыуан шыршыларҙың төбөн көрәп, ҡул бысҡыһы менән бысып йығабыҙ, ботарлап, метрлап арҡыры бысып, ботағын үртәйбеҙ. Ҡарҙа тубыҡланып ултырып бысып, көн буйына һыу ҙа эсмәй, арып-талып, һыуланып ҡайтабыҙ. Ҡайтҡас, тағы шул 200 г икмәк һәм кәбеҫтә ашы менән туҡланабыҙ. Барак тимер мейес менән йылытыла ине, өҫ-аяҡ кейемдәребеҙ яҡшылап кипмәй ҙә ҡала.
Был станцияла бер ай булдыҡ та, диләнкә бөткәс, Андрейшура тигән ауылға алып килделәр. Унда өсәр, дүртәр ҡыҙҙы удмурт ғаиләләренә бүлеп урынлаштырҙылар. Шунда һәндерәлә йоҡлап сығабыҙ. Иртән торғас, кәбеҫтә ашына 400 г сейле-бешле икмәк ҡушып тамаҡ ялғап, 5 – 6 саҡрым алыҫлыҡтағы станцияға утын тейәргә китәбеҙ. Өс кешегә бер вагон, көнөнә 36 кубометр утын тейәйбеҙ. Көнө буйы бер тәғәм ризыҡ ҡапмай эшләйбеҙ. Киске сәғәт 6-ларҙа ҡайтып ашайбыҙ ҙа, өйҙәргә таралышабыҙ. Өҫ кейемебеҙ кипмәй ҙә ҡала. Быймаларыбыҙ тишелгәс, сабата биргәйнеләр, шуны ҡатлап кейәбеҙ. 11 ғинуарҙа 15 йәшем тулды, тигәс, мастер, исемлектә 15 йәштәгеләр юҡ, иң бәләкәйенә 17 йәш, тине. Ауылда мине ФЗО-ға ебәреү өсөн ике йәш өҫтәп яҙғандар икән.
Апрель бөткәнсе алты ай эшләнек тә, мастер Магнитогорскиға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Килеп төшһәк, 10 см ҡалынлығында ҡар яуған, ә беҙ, сабаталарыбыҙҙы тәҙрәнән ырғытып киткәйнек, йәнәһе лә, улай ҡайтырға оялабыҙ. Ойоҡсан бәләкәй Магнитҡа киттек, шунда таң аттырҙыҡ та, иртәгәһенә “Йәнгел” совхозына килеп, бер өйгә урынлаштыҡ. Унда әрем һымаҡ эре үләндәр яғып төн үткәреп, таң менән Түбә ҡасабаһында саҡ фатир табып, йоҡлап сыҡтыҡ. Унан Таулыҡай ауылына килеп төн үткәрҙек. Бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ, шуға ҡарамаҫтан, халыҡ булған ризығы менән бүлеште. Шулай итеп, 1945 йылдың 5 майында өйөбөҙгә ҡайтып йығылдыҡ. Аяҡтарым шешеп, тышҡа имгәкләп сыға инем. Еңеү көнөн түшәктә ҡаршыланым, ике ай буйы ауырып яттым. Әсәйем тәрбиәһе арҡаһында ғына һауығып, колхозға эшкә сыҡтым.
Удмурт АССР-ына эшкә беҙ Баймаҡ районынан бөтәһе 80 – 85 кеше барҙыҡ. Беренсе Этҡол, Буранбай, Сыңғыҙ, Шырмай, Таулыҡай, Юлыҡ, Ишбирҙе, Йылым, Иҫке Сибай, Йомаш ауылдарынан ине. Минең шул осорҙа эшләгән ике йылым хеҙмәт кенәгәһенә индерелмәгән, сөнки йәшең тулмай, тинеләр. Ә эшләгән ваҡытта бер ҙә йәште тикшермәнеләр. Мин Еңеүгә өлөш индергәнемә үкенмәйем. Иң үкенеслеһе: район архивында был турала бер яҙма ла һаҡланмаған. Һөҙөмтәлә “Тыл ветераны” тигән китапҡа ла инмәгәнмен. Ауыл советының ентекле эшләмәүенән киләлер был. Һуғыш осоронда һыйырҙарын алып, 3 – 4 балаһы менән ҡырға күсеп сығып яҙҙан көҙгә тиклем эшләгән апай-еңгәйҙәр, оло йәштәге бабайҙар һәм үҫмер ҡыҙҙарҙың күбеһе исемлеккә инмәгән. Ә, эшләмәгәндәр, киреһенсә, индерелгән. Минең тормош иптәшем Рәүеф Абдуллин да 11 йәштән ололар менән бер рәттән эшләгән, ә исемлектә юҡ. Бәлки, киләсәктә бала ғына көйө алыҫҡа эшкә ебәрелгәндәр һәм ауыр эштә эшләгәндәрҙе лә яҙып сығырҙар, тип өмөтләнәм. Һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы ла үҙ иңебеҙҙә күтәрҙек. Һуғыш бөттө лә, тормош ҡапыл ғына үҙгәреп китмәне бит. Хеҙмәт хаҡына “таяҡ” (трудодень) яҙалар ҙа, йыл аҙағына уны ла һыҙалар (списать итәләр), сөнки колхоздың мөмкинлеге юҡ ине. Ә эшләгәндәргә ҡырҙа 500 г һоло йәки арпа бирәләр, хатта соя оно ла бирҙеләр. Ас-яланғас булһа ла, кешеләр бик тырыш, эшһөйәр, изге күңелле, татыу булды. 1953 йылдан хеҙмәт хаҡы түләй башланылар. Һуңғы йылдарҙа һатыусы булып эшләп, 1981 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. “Хеҙмәт ветераны”, “Әсәлек даны” һәм башҡа миҙалдарым, Маҡтау ҡығыҙҙарым бар. Бала саҡта ауыр эш эшләү эҙемтәһеҙ үтмәне, хәҙер 2-се төркөм инвалидымын, ҡултыҡ таяғына таянып йөрөйөм. Хөкүмәткә рәхмәт, пенсияны ваҡытында биреп тора. Бар теләгем – йәш быуын кескәй ҡулдары менән ауыр хеҙмәттә еңеү килтергән өлкән быуын кешеләрен онотмай, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, уларҙан өлгө алып йәшәһен ине.
Рауза БАРЛЫБАЕВА-
АБДУЛЛИНА.
Баймаҡ районы.