RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер

12.12.2014 Ихтирамға лайыҡ үткән ғүмер

Абҙан ауылында йәшәүсе Сәлимйән Аҡбаев райо­ныбыҙ халҡына ғына түгел, башҡа төбәк кешеләренә лә таныш. Бөтә ғүмере тыуған ере менән бәйле.
Бер аҡыл эйәһенән: «Ерҙә йәшәгән дәүерҙә нимәне хәтерләргә һәм нимәне оноторға?» – тип һорағандар. Аҡыл эйәһе: «Кешегә күрһәткән яҡшылығыңды онот, ә кешеләрҙең һиңә күрһәткән изгелеген ғүмерең буйы хәтереңдән сығарма», – тигән. Бына ошоно онотмай йәшәй Сәлимйән Әбделғәни улы. Ул үҙенең эшләгән эштәре тураһында «ҡысҡырып» һөйләргә яратмай. Әлеге ваҡытта ла, 90 йәше тулыуына ҡарамаҫтан, ауыл тормошо, ауылдаштары менән ҡыҙыҡһынып йәшәй.
Сәлимйән иртә етем ҡала, 12 йәшенән генә колхозда төрлө эшкә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы афәттәре уның да елкәһенә төшә. 1947 йылдың апрелендә генә Тыуған иленә әйләнеп ҡайта.
Армиянан ҡайтҡас, ябай колхозсы булып эш башлай: ер ҙә һөрә, көтөү ҙә көтә, мал ҡараусы ла булып эшләй. Уның тырышлығын, һәләтлелеген күреп, ауыл хакимиәте башлығы итеп ҡуялар. Оҙаҡ йылдар ошо эштә, шунан үҙебеҙҙең Свердлов исемендәге колхозда партком секретары булып эшләй. Уның юғары наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары күп. Ауыл советы, район советы депутаты, райком советы ағзаһы булып та һайлана.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә генә ятмай – ауыл ветерандар советы рәйесе итеп һайлана һәм ун йылдан ашыу намыҫ менән эшләй.
Ҡатыны Гөлсирә Шәйхетдин ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп 66 йыл ғүмер кисерәләр. Үкенескә күрә, тормош иптәше бер йыл элек 81 йәшендә вафат булып ҡалған.
Улар дүрт ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Балалары үҙҙәренә оҡшап тырыш, эшһөйәр, белемле. Сәлимйән Әбделғәни улының ейән-ейәнсәрҙәре лә юғары уҡыу йортонда уҡыған һәм уҡый. Уның ете ейәне, 11 ейәнсәре, алты бүләсәре, ете бүләһе бар.
Әлеге ваҡытта Сәлимйән бабай ейәнсәре Зәүрә, кейәүе Айнур, бүлә-бүләсәре Арыҫлан һәм Зарина менән үҙ йортонда иҫән-һау ғүмер кисерә.
90 йәше тулһа ла, бала сағын, һуғыш ваҡытындағы, һуғыштан һуңғы тормошон иҫләп һөйләргә, фәһем бирергә онотмай. Абҙан ауыл советында иҫән ҡалған берҙән-бер һуғыш ветераны ул.

Наилә АҠБАЕВА.
Архангел районы,
Абҙан ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”