12.10.2019 Айгизә БОҪҠАНОВА
2001 йылдың 25 февралендә Көйөргәҙе районының Көйөргәҙе ауылында донъяға килгәнмен.
2019 йылда Күмертау ҡалаһының Республика политехник лицей-интернатын уңышлы тамамланым. Унан һуң Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға индем.
Бала саҡтан шиғырҙар яҙам. Мәктәптә уҡығанда ғилми-тикшеренеү эштәре менән конкурстарҙа ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулай инем. Студент булғас, ижади офоҡтарым тағы ла киңәйер, тип өмөтләнәм.
КВН кеүек сараларҙы бигерәк тә яратам. Волейбол уйнайым. Төрлө ҡул эше менән дә ихлас шөғөлләнәм: шәл, ойоҡбаштар, ултырғыс япмалары бәйләйем.
Киләсәктә атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, өмөттәрен аҡлап, юғары уҡыу йортон тамамлап, балаларға яҡшы белем бирергә уйлайым.