«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Тәнзилә ТАҺИРОВА



26.09.2019 Тәнзилә ТАҺИРОВА

Йәмле, йырлы Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкәнмен. Кескәй саҡтан, әсәйемә оҡшап, йырға, ижадҡа ғашиҡмын.

Тыуған ауылымдағы урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әле Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыйым.

Ижад юлыма килгәндә, “Бәйләнештә” селтәрендә “Тамсыҡай” исемле төркөмөмдә шиғырҙарымды теркәйем. 2018 йылда “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе исемен алдым һәм шул уҡ баҫманың “Йыл һылыуы – 2017” титулына лайыҡ булдым.

Ижадҡа ғашиҡлығым тормош юлымды һайлауға ла ныҡ йоғонто яһаны. Хәҙер ҙә алдынғылыҡты бирмәй, районыма кәрәкле кеше булырға тырышам. Быйыл әхирәтем менән Өфөлә Йылайыр йәштәре берлеген ойоштороп ебәрҙек. Унда йылайырҙарҙы бергә туплап, районыбыҙҙы төрлө яҡлап күрһәтергә ынтылабыҙ.

Буш ваҡытым әҙ булһа ла, уны файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Фото төшөрөргә яратам. Тормоштоң төрлө төҫөн кадрҙарҙа мәңгеләштерәм. Шулай уҡ башҡорт гәзит-журналдарын уҡыйым, уларҙа үҙемдең дә ижад емештәрем күренеп ҡала.

Киләсәккә пландарым: башҡорт телен үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм үҙемде телевидение өлкәһендә һынап ҡарау.

Йәшәү девизым: ҙур хыялдарға – бәләкәй аҙымдар менән. Сөнки һәр ҙур эш бәләкәй һәм ҡыйыу аҙымдарҙан башлана.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға