10.08.2019 Алина ҠУНАФИНА
2002 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында тыуғанмын.
Әлеге ваҡытта баш ҡаланың 49-сы мәктәбендә 10-сыны тик “яҡшы”ға тамамлап, 11-се класҡа барырға торам.
Татыу ғаиләбеҙҙә атайым, әсәйем, һеңлем менән йәшәйем. Улар – минең терәгем һәм таянысым.
Бейергә, йырҙар тыңларға һәм торттар бешерергә әүәҫмен. Улар бик тә тәмле килеп сыға.
Хыялым – мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем алыу. Күңелемә ятҡан һөнәр алып, тыуған илемә, Башҡортостаныма кәрәкле шәхес булырға теләйем.