06.08.2019 Зөһрә ҒӘЛИЕВА
Асҡын районының Баҙансат ауылында тыуып үҫтем. 2014 йылда Ҡышлауйылға мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына уҡырға индем.
Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-инглиз бүлегендә уҡыған йылдарым күҙ асып йомған арала үтте лә китте. Студент сағым тик матур хәтирәләр менән генә күңелгә уйылды: Пермь крайына, Ҡурған өлкәһенә фольклор экспедицияларына барыу, ул төбәк башҡорттарының йыр-моңо, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙып алыу, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, уҡыу йортобоҙҙа үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу.
Быйыл юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланым. Артабан уҡыуымды дауам итергә, алған һөнәрем буйынса эшкә урынлашырға теләйем.