23.07.2019 Регина ИСЛАМОВА
1996 йылдың 2 декабрендә Илеш районының Сөн йылғаһы буйында урынлашҡан матур тәбиғәтле Һеңрән ауылында донъяға килгәнмен.
Бала саҡтан уҡ халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Бешеренергә әүәҫмен: бигерәк тә үҙебеҙҙең милли аштарҙы яратып әҙерләйем.
Ошо көндәрҙә БДУ-ның Бөрө филиалында филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетын тамамлап, ҡулыма диплом алыу шатлығын кисерҙем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит ил (инглиз) теле уҡытыусыһы һөнәренә эйә булдым.
Хыялым – йәш быуынға ныҡлы белем һәм тәрбиә биреү.