17.07.2019 Гөлдәр СМАҠОВА
Йәмле Ауырғазы районының данлыҡлы Мораҙым ауылында 1999 йылдың 24 ноябрендә донъяға ауаз һалғанмын.
Әле Өфө медицина колледжында беренсе курста белем алам.
Яратҡан шөғөлдәрем төрлө-төрлө. Башҡорт, татар, һинд бейеүҙәрен бейергә яратам. Колледж тормошонда, район, республика кимәлендә үткән сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар алып торам. “Ауырғазы һылыуы – 2016” район бәйгеһендә гран-при яуланым. “Туған тел” телеканалында “Муз-баҙар” тапшырыуын алып барҙым.
Шиғриәткә ғашиҡмын. Яҡташ шағир Рәшит Назаровтың ижады күңелемә яҡын. Спортты ла үҙ итәм. Йүгереү, баскетбол, волейбол уйындары оҡшай. Шулай уҡ бешеренергә, тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрөргә яратам. Бәйләм бәйләргә лә әүәҫмен – байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә яҡындарыма бүләк итеп ҡыуандырам.
Ғаиләбеҙҙә алты кеше – атайым, әсәйем, өләсәйем һәм ике апайым. Улар минең һәр бер башланғысыма көс-ҡеүәт өҫтәп, дәртләндереп тора.
Атай-әсәй менән бергә урманда йөрөргә, тауҙарға менергә, сәскә, дарыу үләндәре йыйырға әүәҫмен. Улар мине тәбиғәтте һөйөргә, уға һаҡсыл ҡарарға өйрәтте.
Һәр йәш кеше кеүек, мин дә хыялдар менән йәшәйем. Уҡыуҙы уңышлы тамамлап, юғары белем алып, һайлаған һөнәрем буйынса яҡшы белгес булғым килә.
Тормошта: “Һәр ваҡыт кешеләргә яҡтылыҡ өләшеп, гел алға барырға!” – тип йәшәйем. Ысынлап та, гел алға ынтылһаң, тырышһаң, юлда осраған бар ауырлыҡты еңеп, мотлаҡ үҙ маҡсатыңа ирешәсәкһең.