10.07.2019 Гөлфинә КАШАПОВА
Ҡояш иң сағыу, йылы нурҙарын һипкән мәлдә бер ҡыҙсыҡ донъябыҙҙы йәмләп, йәйҙең бер матур көнөндә тәүге ауазын һалған.
Һүҙем – өс туған һеңлем Гөлфинә Кашапова тураһында. Әле яңы ғына теле асылып, тәпәй баҫырға өйрәнә ине, ә хәҙер инде ул – буй еткергән һылыу ҡыҙ. Гөлфинә – педагогия колледжы студенты, буласаҡ йыр уҡытыусыһы.
Ул бәләкәйҙән йырларға, бейергә оҫта булды, шуға күрә киләсәген сәнғәт менән бәйләргә уйы бар.
Тормошто яратҡан, "Тик алға" тигән маҡсат менән йәшәгән Гөлфинәгә, бәхетле бул, һиңә – яҡты киләсәк, тигән теләктәрҙә ҡалам.