22.05.2019 Лилиә Йәнгирова
Әлшәй районы ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты студентымын. Төп иғтибарымды уҡыуға бүлһәм дә, дуҫтар менән осрашырға, бергәләп күңелле итеп ваҡыт уҙғарырға яратам. Бер нисә сит илдә ял иткәнем булды. Ә шулай ҙа беҙҙең Башҡортостандан да йәмлерәк, матурыраҡ ерҙе осратманым. Кендек ҡаны тамған ерҙән дә яҡынырағы юҡ шул.
Тормошомдоң йәме – атай-әсәйем. Киләсәктә уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, өмөттәрен аҡлай алырлыҡ итеп йәшәргә теләйем.