25.04.2019 Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА
Миңә 19 йәш. Тыуған ерем – Күгәрсен районының Мораҡ ауылы.
Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында икенсе курста уҡыйым. Йәмәғәт эштәрен яратам, төрлө сараларҙа, конференцияларҙа ҡатнашырға тырышам. Буш ваҡытта сит телдәрҙе өйрәнәм, инглиз һәм ҡытайҙыҡы күңелемә яҡын.
Донъя буйлап сәйәхәт итергә хыялланам. Уны быйыл тормошҡа ашырырға йыйынам – үҙемә ныҡ оҡшаған Ҡытайҙы барып күрергә әҙерләнәм.
"Мин булдырам!" тигән девиз буйынса йәшәйем һәм, бөтәһе лә беҙҙең ҡулда, тип уйлайым.
"Йәшлек" уҡыусыларына шуны теләйем: хыялдарығыҙҙы бер ҡасан да ташламағыҙ. Уларға ышанығыҙ, шул уҡ мәлдә көс тә һалығыҙ. Барыһы ла килеп сығасаҡ.