«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА



07.04.2019 Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА

Өфөлә тыуып үҫкәнмен. Әле Башҡорт дәүләт университетының 4-се курс студентымын.

Үҙемде ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҫтереү маҡсатында Линара Таһированың «Һылыуҡай» – «Bashkirian Beauty» студияһында шөғөлләнәм.
Күңелем менән һәр саҡ гүзәллеккә, камиллыҡҡа ынтылам. Был йәһәттән уңыштарым да бар.

2018 йылда «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып, «Интернет гүзәле», Рәсәй кимәлендә үткәрелгән «Мисс студент» матурлыҡ конкурсында «Тамашасы һөйөүе» номинацияларында еңеүсе булдым. Киләсәктә үҙемде дуҫтарыма, ғаиләмә, илемә, халҡыма кәрәкле шәхес итеп күрәм.

Иң мөһим тормош маҡсатым – ниндәй генә бейеклек йә һынауҙар осрамаһын, кеше булып ҡалыу, яңы белемгә асыҡ булыу, үҫеш юлын туктатмау, тулы мәғәнәлә үҙемде сикһеҙ бәхетле итеп тойоу.





Автор: А. Ишназаров
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға