«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА



13.03.2019 Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА


Баш ҡалабыҙ Өфөлә тыуып үҫтем. Тамырҙарым Әлшәй һәм Баймаҡ райондарына барып тоташа.

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алам. Киләсәктә, Алла бирһә, балалар табибы буласаҡмын.

Үҙ һөнәрем буйынса яҡшы белгес булыу – иң ҙур маҡсатым. Уның өсөн әле үк күп тырышлыҡ һалырға кәрәклеген аңлайым, шуға күрә лә бар көсөмдө уҡыуға, белем алыуға йүнәлтәм.

Һирәк кенә килеп сыҡҡан буш ваҡытта китап уҡыйым, музыка тыңлайым. Гитарала, синтезаторҙа уйнарға яратам, бәйләм менән мауығам, тәмле ризыҡтар бешереп, ҡәҙерлеләремде ҡыуандырам.

Иң ҙур теләгем – барлыҡ яҡындарымдың иҫән-һау булыуы, бәхетле йәшәүе. Бөтә кешеләр ҙә бер-береһенә ярҙамсыл, игелекле, миһырбанлы булһын ине.





Автор: А. Ишназаров
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға