«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Матур, уңған, аҫыл ҡыҙҙар табылды “Йәшлек” гүзәле – 2018” конкурсы йомғаҡланды!



16.01.2019 Матур, уңған, аҫыл ҡыҙҙар табылды “Йәшлек” гүзәле – 2018” конкурсы йомғаҡланды!


Ай үтәһен көн үтеп, 2018 йыл да тамамланды, Яңы йылды ла ҡаршыланыҡ. Гәзитебеҙ, замана ауыр тимәй, бер ҙә бирешмәй, уҡыусыһын ҡыуандырыуын дауам итә, абруйын юғалтмай. Тиражыбыҙ кимәлен дә һаҡлап ҡала алдыҡ, электрон вариантта ла үҫештек. Быйыл да яңы исемдәр, көтөлмәгән асыштар, ҡыҙыҡлы конкурстар, уҡымлы мәҡәләләр менән һеҙҙе һөйөндөрөүҙе дауам итергә вәғәҙәләйбеҙ.

Һәр ваҡыттағыса, гәзитебеҙ Яңы йылдың тәүге һанында оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған матурлыҡ бәйгеһенә – “Йәшлек” гүзәле” конкурсына йомғаҡ яһай. Былтыр гәзит биттәрендә бөтәһе 39 һылыуҡайҙың фотоһы баҫылып, сайтҡа, социаль селтәрҙәргә һалынды. “Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2018” конкурсы” төркөмөнә бәйгеселәр үҙҙәренең фотоларын диуарға ҡуйҙы йәки шәхси хәбәрҙәр менән ебәрҙе.

Йомғаҡлау мәлендә ҡыҙҙар араһынан “иң-иң”дәрҙе һайлап алыуы ҡыйын була торған. Барыһы ла уңған, мөләйем, матур, аҡыллы, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан.

Конкурсты йомғаҡлап, тәүҙә “Бәйләнештә”ге төркөмдә “Интер­нет гүзәле” һайланды. Бер аҙна самаһы барған һорау алыуҙа Баймаҡ ҡыҙы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы Эльвина МУСИНА еңде. Ул 1887 тауыш йыйҙы.

Интернетта тауыш биреүҙә алдынғылыҡ алған ҡыҙҙан тыш, редакция комиссияһы тағы ла дүрт һылыуҡайҙы һайланы. Улар тураһында түбәндә уҡығыҙ.

2019 йылда конкурста ҡат­нашыр­ға теләүсе ҡыҙҙар, “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр яҙырға мөмкинлек (асыҡ “личка”) булдырығыҙ. Фотоһүрәтле альбомдарығыҙ ҙа асыҡ, беҙ инеп ҡарай алырлыҡ булһын. Һөйгәндә­регеҙгә, дуҫ егеттәрегеҙгә “Йәшлек” гүзәле” ярышында ҡатнашыуығыҙ тураһында алдан әйтегеҙ. Ни өсөн тигәндә, йыл һайын ошоға бәйле үҙ-ара аңлашмаусанлыҡ, һүҙ көрәштереү осрағы ла булып ала.

Үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙығыҙ. Уй-хыялдарығыҙ, тормош маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү мотлаҡ. Ҡайҙа тыуып үҫкән­һегеҙ, белем алаһығыҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, хыялдарығыҙ – ошолар беҙгә кәрәк. Яҙманы ҙур итмәгеҙ, ыҡсым булһын.

Фотоға килгәндә, сифатлылары ғына ҡабул ителә. Ауыҙ ослайтып, телефон камераһы ярҙамында төшөрөлгән селфи фотолары бармай. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән һүрәттәр ҙә ҡабул ителмәй. Был мәсьә­ләгә яуаплы ҡарау талап ителә. Иң яҡшыһы – ҡояш яҡтыһында тәбиғәттә фотоға төшөү йәки студия һүрәттәре. “Тағы ла фотолар кәрәк, былары бармай”, – тигәнгә үпкәләмәгеҙ, һеҙ яҡшы тип уйлағандары гәзит битенә бөтөнләй бармай йәки ҡуйыуы уңайһыҙ.



Мисс “серлелек”
Дилә РӘСЕМБӘТОВА

– Хәйбулла районының Таналыҡ буйында урынлашҡан Әҙел ауылында тыуғанмын, – тине ул үҙе тураһында.
Дилә тәүҙә Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә уҡыған, аҙаҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған. Әле ул Башҡорт дәүләт педагогия университетының хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге факультетында белем ала.
Мәктәптә уҡығандан алып бейергә ярата. Унан ҡала, оҡшаған шөғөлө – прическалар эшләү. “Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡытта ла матур, нәзәкәтле, шул уҡ ваҡытта үҙ аллы булырға тейеш”, – тип һанай.




Мисс “нәзәкәтлек”
Гүзәл ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Дүртөйлө ҡалаһында тыуып үҫкән һылыуға 19 йәш.
– Бала саҡтан әҙәби китаптар уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә яраттым, – ти ул үҙе тураһында. – Әле Өфө дәүләт нефть техник университетының 3-сө курсында белем алам. Һөнәрем нефть һәм газ геологияһына бәйле буласаҡ.
Гүзәл, буш мәлдә үҙ-үҙеңде үҫтереү шөғөлдәре менән мәшғүлмен, ти. Музыка менән шөғөлләнә, флейта, думбыра, фортепианола уйнай. Волейболды үҙ итә, пазлдар йыйырға, сигергә, сәйлән теҙергә лә ярата.
“Тормоштағы маҡсатың?” тигән һорауға Гүзәл, физик һәм психологик яҡтан сәләмәт булырға, матур ғаилә ҡорор­ға, теләйем тип яуапланы. Әңгәмәсебеҙ халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге матурлыҡ конкурстарында ҡатнашып, еңеү яуларға ла теләй. Уға Ирекмәндәр йылының хәйриә сараларында ла ҡатнашырға тура килгән. Киләсәктә ошо йүнәлештә эш асырға хыяллана.




Мисс “интернет гүзәле”
Эльвина МУСИНА

22 йәштә, Баймаҡ районының Әмин ауылында тыуып үҫкән.
Эльвина – Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы. Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлаған.
“Артист булыу – бала саҡтан килгән хыялым. Шөкөр, ул тормошҡа ашты. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосоповта уҡыным”, – ти үҙе тураһында. Эльвина шулай уҡ бейергә, йырларға ярата, КВН-дарҙа ҡатнаша, спортты үҙ итә. Киләсәген яратҡан һөнәренә бағышларға теләй.
Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға, концерт-фестивалдәрҙә ҡатнашырға, киноға төшөргә лә хыялланам, ти маҡсатына ҡыйыу ынтылыусы ҡыҙ.



Мисс “һөйкөмлөлөк”
Эльмира ШӘЙЕХОВА

Дүртөйлө ҡыҙы, 19 йәштә. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында 2-се курста белем ала. Еңел атлетика менән шөғөлләнә, инглиз телен өйрәнә. Республика һәм халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында ҡатнашҡан.
Эльмираны йыш ҡына телевидениела, матбуғатта, интернетта яңылыҡтарҙа күрергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, ул дәүләт һәм министрлыҡтар үткәргән сараларҙың бүләкләү төркөмөндә эшләй. Бынан тыш, моделдәр мәктәбенең балалар төркөмөндә сәхнә мәҙәниәтенән уҡыта. Мәскәүҙә һәм Байкалда үткән Мода аҙналығында ҡатнашҡан, “Мисс Башҡортостан – 2018” исемен алған, Ҡытайҙағы халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында республика намыҫын яҡлаған.
– Үҙем күп балалы ғаиләлә үҫтем, шуға ла киләсәктә матур һәм ишле ғаилә ҡорорға хыялланам. Ҡатын-ҡыҙ нисек кенә уңышлы булмаһын, уның эштән ҡайтыуын көтөп торған яҡын кешеләре булырға тейеш, – ти Эльмира.



Мисс “саялыҡ”
Гөлсәсәк ИГЕБАЕВА

Хәйбулла районының Садовый ҡасабаһында тыуып үҫкән.
Кинематография менән ныҡ ҡыҙыҡһына, шул өлкәлә эшләй. Гөлсәсәк – “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр каналында концерттар, шоу һәм телепроекттар режиссеры. Һиҙелерлек уңыштары ла бар – тапшырыуҙары ил кимәлендәге телевизион конкурстар һәм фестивалдәрҙә еңеү яулаған.
Бер юлы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты аспирантураһында уҡый.
– Боронғо Ҡытай фәйләсүфе Сюнь-цзының “Ағым буйлап та, ағым ҡаршыһына ла йөҙмә – ҡайҙа һиңә кәрәк, шунда йөҙ” тигәнен тормошта йыш файҙаланам. Киләсәктә режиссерлыҡ өлкәһендә юғары һөнәри кимәлгә етергә, Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә хыялланам, – тип тамамланы һүҙен Гөлсәсәк.








Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға