«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Нелли Йәғәфәрова



14.12.2018 Нелли Йәғәфәрова

Ауырғазы һылыуы Өфө дәүләт авиация техник университетының 4-се курсында белем ала. Тырыш ҡыҙ уҡыуында ла һынатмай, йыр-бейеүгә оҫта булғас, университеттың мәҙәни тормошонда ла ҡайнап йәшәй. “Айтуған” бейеү ансамблендә шөғөлләнгән Нелли быйыл Испанияла гастролдә йөрөп ҡайтты.

“Хыялыңа ышан һәм маҡсатыңа табан атла. Ә алда беҙҙе бәхетле киләсәк көтә”, – ти өлгөр ҡыҙ. Шулай булһын, һылыу! Бәхетең үҙ ҡулыңда, киләсәгең яҡты, ҡояшлы булһын!

Әлмира КАШАПОВА.
Әлшәй районы.





Автор: А.Кашапова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға