«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Эльвина РИЗУАНОВА



08.12.2018 Эльвина РИЗУАНОВА

Төмән өлкәһенең Когалым ҡалаһында тыуғанғалырмы, үҙемде Себер ҡыҙы тип һанайым. Әле ғаиләбеҙ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйбеҙ. Атай-әсәйем икеһе лә сығышы менән Әлшәй районынан.
[b][/b]
Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы студентымын. Маҡсатым – киләсәктә үҙ һөнәрем буйынса яҡшы белгес, илемә кәрәкле шәхес булыу. Бының өсөн университетта тырышып уҡыйым, йәмәғәт эштәрендә лә ҙур теләк менән ҡатнашам. Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Киләсәктәге уңыштар бөгөнгө тырышлыҡтан торғанын аңлайым. Шуға бар көсөмдө уҡыуға, белем алыуға йүнәлтәм.





Автор: А.Кашапова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға